Фекерләшеү:Ибраһимов Шамил Шамил улы
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Ибрагимов, Шамиль Шамильевич» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. 24.08.2020 |
«Ибраһимов Шамил Шамил улы» мәҡәләһен «Энциклопедия үҙәге — 2020» бәйгеһе өсөн Alfiya55 яҙҙы (тулыландырҙы). |
Из БЭ взяты только названия произведений автора
[сығанаҡты үҙгәртеү]Ilnur efende Вот статья из БЭ: ИБРАҺИМОВ Шамил Шамил улы [15.7.1922, БАССР-ҙың Өфө кантоны Шишмә ҡсб (БР-ҙың Шишмә р-ны) – 20.4.1993, Өфө], хор дирижёры, композитор. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1972). Композиторҙар союзы ағзаһы (1958). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү консерваторияһын (Башҡ. студияһы, 1940—41 йй., Г.И.Литинский класы; хор м‑н дирижёрлыҡ итеү ф‑ты, 1952 й., А.В.Бандина, М.М.Багриновский класы) тамамлағандан һуң 1960 й. тиклем БАССР МС‑ы эргәһендәге Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑тында, бер үк ваҡытта 1958 й. тиклем Башҡ. филармонияһында хормейстер, художество етәксеһе, 1968 й. тиклем Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. Башҡортостанда хор музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. И. әҫәрҙәренә лиризм, милли колорит м‑н классик стилде гармониялы берләштереү хас. 50‑нән ашыу вокал‑хор әҫәрҙәре, ш. иҫ. Я.Ҡолмой һүҙҙәренә “Дан һиңә, Башҡортостан” (1961), “Тыныслыҡты яуланыҡ” (1986) кантаталары, “Һалдат тураһында поэма” (1976), Ш.Бикҡолдоң “Илем, илкәйем” шиғырына (1982) хор поэмалары, Ҡ.Даяндың “Дилә” шиғырына, Ҡолмой һүҙҙәренә “Уралым” хор миниатюралары һ.б. авторы. “Алты егет”, “Ике йәш йөрәк”, “Ҡолой кантон”, “Сыбай ҡашҡа” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙарын автор музыкаһы ҡушып эшкәртеүҙәре хор м‑н башҡарыуға яраҡлаштырыу оҫталығы м‑н айырылып тора. “Башҡортостан” ДТРК фондында И. етәкс. хорҙар башҡарыуында 70‑тән ашыу яҙма һаҡлана. 1994 й. Ш.Ибраһимов ис. респ. хор дирижёрҙарының асыҡ конкурсы ойошторола.
А вот раздел из статьи в башвики, где вы разместили предупреждение:
Шамил Ибраһимов 50-нән ашыу вокал-хор әҫәре ижад итә, шул иҫәптән Яҡуп Ҡолмой шиғырҙарына «Дан һиңә, Башҡортостан!» (1961), «Тыныслыҡты яуланыҡ!», «Һалдат тураһында поэма», Шәриф Бикҡол шиғырына «Илем, илкәйем» кантата һәм хор поэмаларын, хор миниатюралары ижад итә. «Дилә» (Ҡадир Даян шиғыры), «Уралым» (Яҡуп Ҡолмой шиғыры) кеүек лирик миниатюралары әһәмиәтле күренеш була. «Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары», «Иркен Ағиҙел буйҙары» һ.б. шаян йырҙары популярлыҡ яулай. Башҡорт халыҡ йырҙары “Алты егет", “Ике йәш йөрәк", “Ҡолой кантон", “Сыбай ҡашҡа" һәм башҡаларҙы юғары профессоналлек менән хорға һала[1].
Ул етәкселек иткән хор коллективтары 1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҙур уңыш менән сығыш яһай. Элгәрге профессионалдар тәжрибәһенә һәм халыҡ музыка традицияларына таянып, Шамил Ибраһимов башҡорт профессиональ хор музыкаһын тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреүгә үҙ өлөшөн индерә. Ул күп классик башҡорт хор әҫәрҙәренең авторы була. Улар һәүәҫкәр һәм профессиональ хор коллективтарының репертуарына инә.
Где копирование? Alfiya55 (әңгәмә) 04:53, 2 октябрь 2020 (UTC)