Фекерләшеү:Икенсе Минск килешеүе
Уҡыу көйләүҙәре
Akkashka , Минск килешеүе «Минск» ҙур хәреф менән яҙыла, урыҫ телендә «минское» часть речи - прилагательное, башҡорт телендә ул сифат- прилагательное түгел, «исем» һүҙ төркөмө, яңғыҙлыҡ исем, шулай уҡ Рәсәй, Европа һ.б. яңғыҙлыҡ исемдәр менән яһалған һүҙбәйләнештәр ҙур хәреф менән яҙыла. Урыҫ теле менән башҡорт теле грамматикаһына тигеҙләмә ҡуймағыҙ----Баныу (әңгәмә) 20:45, 18 август 2022 (UTC)
- Дөрөҫ фекер! Башҡалар ҙа ҡолаҡ һалһын ине быға... --Айсар (әңгәмә) 16:45, 18 август 2022 (UTC)
- Баныу, бынан алдараҡ ҡайһы мәҡәләлә ине икән, шуға оҡшаған бер иҫкәртеү яһағайнығыҙ, унда исем сифат ролендә килтерелгән ине. Шуға Минск тигәнде бәләкәй менән яҙҙым. Быға тиклем ундай осраҡта ҙур хәрефтән яҙа инем. Башҡорт филологияһы бүлегендә уҡыу бәхете теймәне. БДПИ-ла урыҫ филологияһы факультеты ғына бар ине ул осорҙа. Akkashka (әңгәмә) 17:31, 18 август 2022 (UTC)
- Педучилищелар өсөн «Башҡорт теле» дәреслеге бар. --Айсар (әңгәмә) 17:52, 18 август 2022 (UTC)
- Akkashka , мин ошо мәҡәләлә Ҡадыкөй (12 август 2022 йыл) аңлатма биреп төҙәттем, төҙәтеү кире ҡағылған (азиатская часть — Азия өлөшөндә башҡорт телендә «Азия»нан сифат һүҙ төркөмө яһалмаған ( яңғыҙлыҡ исем, билдәһеҙ эйәлек килештә, һүҙбәйләнеш — һөйкәлеү юлы). Быға тиклем ундай төҙәтеү яһағаным булманы ----Баныу (әңгәмә) 23:10, 18 август 2022 (UTC)
- Уны төҙәткәйнем шундуҡ. Рәхмәт! Akkashka (әңгәмә) 18:45, 18 август 2022 (UTC)