Фекерләшеү:Иммунлыҡ системаһы
Уҡыу көйләүҙәре
«Иммунлыҡ системаһы» мәҡәләһе Һәр тел бүлегендә булырға тейеш мәҡәләләр исемлегенә керә.
Һеҙ «1000 әһәмиәтле мәҡәлә» проектына ярҙам итә алаһығыҙ. |
«Иммунлыҡ системаһы» мәҡәләһе
Википедияның бөтә бүлектәрендә булырға тейеш мәҡәләләрҙең киңәйтелгән исемлегенә керә. Уның үҫеше Башҡорт Википедияһының төп йүнәлеше. Һеҙ «Мириада» проектына ярҙам итә алаһығыҙ. |
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Иммунная система» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. 26.08.2017 |
- Исеме «иммун системаһы» булмамы икән?--ZUFAr (әңгәмә) 20:13, 26 август 2017 (U
- Миңә ул исем оҡшамай. Заманында еңел генә варианттар эҙләп, русса терминдарҙы ярым русса тәржемәләп сыҡҡандар ҙа, хәҙер шуны дөрөҫ икән, тип уйлайбыҙ. Бик шәп һорау бирҙегеҙ. Сөнки мин үҙем: "Берәй кеше был тәржемәләрҙе (медицина) уҡып ҡараймы икән дә, берәй нимә аңлаймы икән",-тип уйлай инем. Революционный праздник- революцион байрам һәм вәссәләм, ә ул революция менән бәйле байрам)))))))))Мин аңлауымса, организмда иммунитет була, шулай булғас, иммунитетты көйләп тороусы система бар (система- бер бөтөн, бер береһе менән тығыҙ бәйләнештәге нәмәләр). Йөҙ тапҡыр төҙәтһәләр ҙә, йөҙ ҙә бер тапҡыр иммунитет тип төҙәтәсәкмен (ғалимдар раҫлауынса, "упертость"- четвертое качество башкира))))) --Шәһәрбаныу.
- Аңлашылды. --ZUFAr (әңгәмә) 04:25, 27 август 2017 (UTC)
- Аңлатма бик тә дөрөҫ. Һүҙлектәрҙә лә «иммунный» «иммунитет» формаһында бирелгән, «иммун» ғына түгел. --Айсар (әңгәмә) 04:52, 27 август 2017 (UTC)
- Иммунная система - комплекс органов и клеток, защищающих организм; иммунитет - способы защиты и способность защищаться. Йәғни иммун системаһы (бәлки, иммун система) ағзалар һәм күҙәнәктәр йыйылмаһын аңлатһа, иммунитет шуларҙың эшмәкәрлеген, эш һөҙөмтәһен белдерә. Иммунитет системаһы тигәндә, тимәк, ағзалар түгел, эштәр йыйылмаһы күҙҙә тотола. Ә беҙгә ағазалар һәм күҙәнәктәр йыйылмаһы тигән төшөнсә кәрәк. Шулай булғас, иммун системаһы дөрөҫөрәк килеп сыға. Башҡа телдәрҙә иммун һәм иммунитари тигән формалар күп осрай. Бәлки, иммунитар система ҡолаҡҡа ятышлыраҡ булыр? Һәр хәлдә иммунитет системаһы һүҙбәйләнеше мәғәнәне ҡыйығыраҡ итеп бирә. Alfiya55 (әңгәмә) 05:51, 27 август 2017 (UTC)
- Башҡа туғандаш телдәрҙә нисек була икән ,тип ҡараға ғына тора инем әле. Ваҡыт ҡына юғыраҡ. Ниңә иммун икән ул, шуны белергә, тип уйлағайным. Кеше уҡығас, алабай ,тип әрләһәгеҙ ҙә күңелле. Тимәк, материал кәрәк!--Шәһәрбаныу (әңгәмә) 09:36, 27 август 2017 (UTC)
- Теге һүҙлектән ҡарарға булдым.
- Иммунитет — иммунитет (организмда йоғошло ауырыуҙарға һәм ҡайһы бер ағыуланыуҙарға тыумыштан булған йәки барлыҡҡа килгән бирешмәүсәнлек)
- Имунно — имунно (ҡушма һүҙ составының өлөшө; иммунлы, иммунитетҡа ҡаршы мөнәсәбәтле, тигән мәғәнәне бирә). Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов: Под. ред. Азнабаева М.Т. -Уфа, ГУП РБ «Уфимский полиграфкомбинат», 2007. -840с. --ZUFAr (әңгәмә) 10:19, 27 август 2017 (UTC)
- мун — (лк) mūnus обязанность, повинность, бремя иммунитет «необязанность», неуязвимость для болезни или судебного преследования (например, депутатский иммунитет) коммуна «сообязанность», община; im- противоположность, отрицание;ҡаҙаҡтар "иммунлыҡ" тип тәржемәләгәндәр, төрөктәр ҙә ----+lik ҡушҡандар. Иммунлыҡ тиһәң, ниндәй икәнен күрһәтә ( организмдың иммунлыҡ системаһы- невосприимчивость, неуязвимость икәнен әйтеп тора). Иммун-лыҡ системаһы- сирҙәргә бирешмәүсән-лек. Ниҙәр әйтерһегеҙ, оҡшамаймы?--Шәһәрбаныу (әңгәмә) 11:34, 27 август 2017 (UTC)
- Иммунлыҡ системаһы - минеңсә, яҡшы. Төрөктәр иммунная системаны - Bağışıklık sistemi, иммунитетты Bağışıklık (неуязвимость) тип алғандар, үҙҙәренең һүҙен тапҡандар. Беҙҙә лә бирешмәүсәнлекме, ныҡлыҡмы тигән һүҙҙе индерергә булалыр, тик байтаҡ ваҡыт параллель ҡулланып, кешене өйрәткәс кенә. Әлегә иммунлыҡ, иммунитет тигәндән йыраҡлашып булмай инде. Alfiya55 (әңгәмә) 11:59, 27 август 2017 (UTC).
- Машинный фонд иммун системаһы тип бирә. Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В.З.Гумеров, 1981) --94.41.67.156 12:47, 28 август 2017 (UTC)
Бөгөн "һере кеше" тигән һүҙбәйләнеш иҫкә килеп төштө. Бер нимәгә бирешмәгән кешене шулай тиҙәр ине. Беше лә тиҙәр. " Минең балаларым һере булды, юҡ-бар ауырыуға бирешеп барманы",-тиҙәр ине. Шул "һерелек"- иммунная системаһы ныҡлыҡ та булмаймы икән? --Шәһәрбаныу (әңгәмә) 18:55, 28 август 2017 (UTC)