Эстәлеккә күсергә

Фекерләшеү:Инәлек еңсәһе

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ни өсөн викидатала күренмәй? --ZUFAr (әңгәмә) 04:19, 13 октябрь 2021 (UTC) яңынан теркәнем.--ZUFAr (әңгәмә) 04:43, 13 октябрь 2021 (UTC)[яуап бирергә]

  • MR973, башҡорт телендә «вагина» тигән һүҙ юҡ. Мәҡәләне яҙыр алдынан, бигерәк тә медицина терминдары башҡорт телендә нисек йөрөтөлә икән тип, һүҙлектәргә мөрәжәғәт итеү мотлаҡ, мәҡәләгә әҙерәк көс түгеп яҙыу кәрәк. Шөкөр, 30 000 һүҙ берәмегенән торған һүҙлегебеҙ бар. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов. Под ред. М.Т.Азнабаева. - Уфа, 2007. Бына унда нисек бирелә һеҙҙеңсә «вагина»

ВЛАГАЛИЩЕ2 [vagina] ЕҢСӘ КӨПШӘҺЕ, ТАРАМЫШ (ҡайһы бер анатомик ағзаларҙы, мәҫ., тарамыштарҙы урап алыусы көпшә) В. глазного яблока [v.bulbi] күҙ алмаһы еңсәһе В. зрительного нерва [v.extern a nervi optici] күреү нервыһының еңсәһе ВЛАГАЛИЩНОЕ ИССЛЕДОВАНИЕ [exploratio vaginalis] ҠАТЫНДАР ЕҢСӘҺЕН ТИКШЕРЕҮ ВЛАГАЛИЩНОЕ ОТДЕЛЯЕМОЕ ЕҢСӘ БҮЛЕНДЕГЕ ВЛАГАЛИЩНЫЕ Ш АРИКИ [globuli vaginales] ЕҢСӘ ШАРСЫҠТАРЫ ----Баныу (әңгәмә) 13:12, 12 декабрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

@Баныу, Glosbe башҡортса һүҙлегендә, һәм башҡа һүҙлектәрҙә лә бар. Латинса атамаһын беҙ бит барыбыҙҙа беләбеҙ бит инде йәки redirect эшләр кәрәк, минең уйлауымса n% кеше вагина тип мәғлүмәтте эҙләйәсәк MR973 (әңгәмә) 03:19, 13 декабрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  • MR973, һеҙ ниндәй «башҡортса һүҙлеге» менән эш итәһегеҙҙер, миңә ҡараңғы. Бөгөнгө көндә беҙҙең берҙән-бер Башҡорт теленең һүҙлегендә «еңсә» нең 6 төрлө мәғәнәһе бирелгән. Мәҡәләгә ҡағылғанын үҙегеҙ асып уҡығыҙ (2-се том, 325 -се б. ). Уҡыусы башҡортса «влагалищ»е нисек була икән тип русса-башҡортса һүҙлеккә мөрәжәғәт итһә лә, яуап таба — «инәлек еңсәһе» (миндәге: «Башҡортса-русса һүҙлек» 89-се бит, Мәскәү, 1964 йыл) ----Баныу (әңгәмә) 11:52, 13 декабрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
MR973, медицина йәһәтенән эҙләүсегә латинсаһы кәрәктер, әммә көнкүреш кимәлендә, Башҡортса Википедия менән ҡулланған, уны ҡулланырлыҡ дәрәжәлә телде белгән уҡыусы латинса яҙып түгел, туған телдә эҙләйәсәк. "Вагина" тип эҙләгән кеше лә уны табасаҡ, сөнки мәҡәләлә беҙ юҡҡа ғына төрлө телдәге ҡулланылышына һылтанма бирмәйбеҙ бит. Ә бына үҙ телебеҙҙә нисек аталғанын яҙыу - ул туған телебеҙҙе ӨЙРӘТЕҮ ҙә булып тора. @Баныу дөрөҫ иғтибар иткән--Guram52 (әңгәмә) 05:07, 14 декабрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
@Guram52, Әлбиттә үҙ туған телебеҙҙә нисек аталғанын яҙыу, белеү, өйрәнеү кәрәктер, әммә башҡорт телендә был һүҙ юҡ тип әйтеү хаталылыр тип уйлайым MR973 (әңгәмә) 15:42, 14 декабрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Уныһы ул әле ул, ә бына Оло Вагинала йәшәгәндәргә Хоҙай түҙем бирһен)))--Guram52 (әңгәмә) 05:10, 14 декабрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]