Башҡорт теленең һүҙлеге
Башҡорт теленең һүҙлеге | |
Атамаһы | Башҡорт теленең һүҙлеге |
---|---|
Сәнғәт формаһы | һүҙлек |
Автор | Әкрәм Бейешев етәкселегендәге авторҙар коллективы |
Нәшер ителеү урыны | Мәскәү |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1993 |
Том | 1, 2 |
Башҡорт теленең һүҙлеге (1993) (рус. Словарь башкирского языка) — башҡорт теленең дөйөм ҡулланыу лексикаһының 2 томдан торған аңлатмалы норматив һүҙлеге . Ә.Ғ.Бейешев етәкселегендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тел белгестәре: И. М. Агишев, Г. Д.Зәйнуллина, З.Ҡ.Ишмөхәмәтов, Т. Х. Күсимова, З.Ғ.Ураҡсин, М. Х.Әхтәмов, У. М. Яруллина һ.б. тарафынан әҙерләнә.
Баҫма тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт теленең тәүге һүҙлектәре XVIII быуаттың аҙаҡтарында төҙөлә. Улар күләме буйынса ҙур түгел һәм башлыса ҡулъяҙма хәлендә ҡала. 1920 йылдарҙа башҡорт теленең һүҙ байлығын йыйыу һәм һүҙлектәр төҙөү планлы рәүештә башлана. 1926 йылда Н. Таһировтың ҡыҫҡаса аңлатмалы һүҙлеге «Башҡорт теле лөғәте» нәшер ителә.
1930 йылдарҙа яҙыусы Төхфәт Морат башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген төҙөү эше менән шөғөлләнә, Ләкин ул йыйған һүҙҙәр, аңлатмалар, авторҙың Бөйөк Ватан һуғышына алыныу сәбәпле, тамамланмай ҡала һәм баҫылып сыҡмай. Башҡорт лексикографияһында М А. Ҡулаевтың ижади эшмәкәрлеге айырым урын алып тора. Ул башҡортса-русса һүҙлек төҙөй, ләкин ҡулъяҙма килеш ҡала. М.Төхфәт һәм М. Ҡулаевтың ҡульяҙма материалдары 1993 йылда Мәскәүҙә нәшер ителгән башҡорт теленең фундаменталь аңлатмалы һүҙлегенә алына[1]. Һүҙлек өҫтөндә Рәсәй Фәндәр Академияһы Урал бүлеге Башҡортостан ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының хеҙмәткәрҙәре эшләй. Авторҙар коллективы менән Ә. Ғ. Бейешев етәкселек итә.
Төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Башҡорт теле һүҙлеге»нең нигеҙендә нормативлыҡ принцибы һалынған. 1981 йылда башҡорт әҙәби теле орфографияһына индерелгән үҙгәрештәр һәм тулыландырыуҙарҙы иҫәпкә алып төҙөлә. Башҡорт теленең хәҙерге лексик фондын сағылдырған 55 мең берәмектән тора. Унда һүҙҙең һәр бер мәғәнәһе, мәғәнә төҫмөрө айырым аңлатыла, ҡулланылыш үҙенсәлектәре билдәләнә. Һүҙҙәр алфавит-оя ысулы менән урынлаштырыла. Һүҙҙең мәғәнәләренә нәфис әҙәбиәт, ваҡытлы матбуғат, халыҡ йырҙарынан текстар, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр файҙаланыла. Дөйөм ҡулланылыштағы һүҙҙәрҙән тыш, стилистик төҫмөрҙәге лексика, иҫкергән һүҙҙәр, диалектизмдар һәм фразеологизмдар туплана[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Тарих тел һәм әҙәбиәт институты. «Башҡорт теленең һүҙлеге» I том. — Мәскәү: «Русский язык», 1993 й. — С. 6.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы / «Башҡорт теленең һүҙлеге»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең һүҙлеге // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2022)
- Ихтика