Эстәлеккә күсергә

Агишев Иҙел Миһран улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Агишев Иҙел Миһран улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 февраль 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Түбәнге Ғәҙелбай, Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 2008
Һөнәр төрө ғалим, лексиколог, тәржемәсе
Эшмәкәрлек төрө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Агишев Иҙел Миһран улы (4 февраль 1928 йыл — 2008 йыл) — башҡорт телсеһе, лексиколог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985)

Иҙел Миһран улы Агишев 1928 йылдың 4 февралендә Башҡортостан АССР-ы Йылайыр кантоны Шырмай ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы бөткән Түбәнге Ғәҙелбай ауылында) тыуған. Атаһы, Миһран Лоҡман улы Агишев, сығышы менән Туҡ буйы башҡорто. Ул Әхмәтзәки Вәлиди башҡорт халҡының хоҡуҡтары һәм азатлығы өсөн көрәшкән йылдарҙа Йылайырҙа милиция начальнигы булып эшләй. Эҙерләү, репрессия йылдарында Бөрйән районының Әтек, Ғәлиәкбәр,Ҡотан, Ырғыҙлы, Кейекбай ауылдарында йәшәй[1].

1943 йылда Иҫке Собханғолға килеп төпләнә. 1934 йылда Иҙел Миһран улы Әтектә уҡый башлай. 1937 йылда Ғәлиәкбәр ауылына күсеп, башланғыс синыфты тамамлай. 7-се синыфты тамамлағас, Иҫке Монасип, Яңы Собханғол мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1944 йылда ата-әсәһенең тыуған яғы Туҡсоранға ҡайта. Ҡотлөмбәт ауыл советы рәйесе булып эшләгән апаһы Мөьминә башланғыс мәктәптә уҡытыусы итеп ҡалдыра[1].

1947 йылда Одесса пехота училищеһына уҡырға инә. Унда инглиз телен үҙләштерә. Мәскәү сит илдәр институтына уҡырға инергә тәҡдим ителә, ләкин армияға хеҙмәт итергә алына[1].

Армиянанан ҡайтҡас, Өфө физик культура техникумында уҡый. Уны тамамлағас, Баймаҡ баҡыр иретеү комбинатында физкультура буйынса инструктор булып эшләй башлай. Өфөгә күсә. Кизе-мамыҡ комбинатында физкультуранан инструктор булып бер йыл эшләгәндән һуң, Черниковкалағы 55-се, 56-сы татар-башҡорт мәктәптәренә физкультура уҡытыусыһы була. 19581964 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының башҡорт бүлегендә уҡый.

19641991 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының лексикография бүлегендә ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ике томда «Русса-башҡортса һүҙлек» төҙөүҙә ҡатнаша ()
  • «Башҡорт теленең һүҙлеге» I,IIт. (1998)
  • Т. Х. Аслаевтың тиҫтәләгән методик хеҙмәтенең, М.Ғ.Ғималованың "Башҡорт әҙәбиәте методикаһы"ның редакторы
  • И.Ғ.Ғәләүетдиновтың «Башҡорт халыҡ уйындары» китабын руссаға тәржемә итә.
  • 1998 йылда «Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең үҫеш концепцияһы йәки ысын федерализмға юл» хеҙмәтен яҙа.
  • Ғилми хеҙмәттәрҙе башҡортсаға тәржемә итә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфөлә башҡорт балалары өсөн айырым мәктәп асыу мәсьәләһен күтәрә. 1970 йылда 20-се башҡорт мәктәбен (хәҙер Фатима Мостафина исемендәге гимназия) асыуға ирешә. Мәктәп беренсе көндән үк 555 уҡыусы менән комплектлана, 120-һе мәктәп эргәһендәге интернатҡа урынлаштырыла. Иҙел Миһран улы интернат советы рәйесе вазифаһын башҡара[1].

  • 1998 йылдан Башҡорт мәҙәниәт клубы етәксеһе, «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге итеп үҙгәртелгәс, администраторы булып 1991 йылға тиклем эшләй.
  • 20002006 йылдарҙа «Аҡтамыр» башҡорт үҙәгенең рәйесе. «Аҡтамыр» ҡатнашлығы менән Өфөлә, Салауатта, Күмертауҙа башҡорт мәктәптәре һәм балалар баҡсалары асыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Сәлимйән Бәҙретдинов. «Халҡым хазинаһы». — Өфө: «Китап», 2011 й. — С. 83—94-се б.б..