Фекерләшеү:Камаева Рәфиҙә Ғилметдин ҡыҙы
«Камаева Рәфиҙә Ғилметдин ҡыҙы» мәҡәләһе «Вики-яҙ — 2021» халыҡ-ара конкурсы өсөн яҙылды. Ҡатнашыусы Akkashka. Мәҡәлә темаһы: Ҡатын-ҡыҙ, иҡтисад. Ил: Башҡортостан. |
Уйҙырма текст
[сығанаҡты үҙгәртеү]Akkashka, мәҡәләләге был «1962 йылда, биш районды бергә ҡушып, Салауат районы булдырыла, Мәсәғүт район үҙәге итеп тәғәйенләнә.» тигән һөйләмдең был «1962 йылда, биш районды» өлөшө бер нисек тә раҫланмаған уйҙырма. Сөнки, ул ваҡыттағы административ-территориаль ҡоролош 1963 йылдың 1 февраленән 1965 йылдың 14 ғинуарына тиклем ғәмәлдә була, ә 1962 йылда бер ниндәй ҙә административ үҙәгәреш булмай. Икенсенән, биш районды бергә бер нисек ҡушып булмаҫ ине, сөнки Мәсетле менән Балаҡатай бергә ҡушылып Балаҡатай районы булдырыла, үҙәге Оло Ыҡтамаҡ. Шикле сығанаҡҡа нигеҙләнеп яҙылғанға оҡшай мәҡәләгеҙ. Ниәтегеҙ изге, әлбиттә, тик ғәмәләгеҙ хаталы. Иғтибарлы булығыҙ. Введение в Википедию онлайн-курсты өйрәнергә тәҡдим итәм. Уңыштар. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 13:38, 3 сентябрь 2021 (UTC)
- Ул юлын алдым. Akkashka (әңгәмә) 22:15, 3 сентябрь 2021 (UTC)
Аныҡлау
[сығанаҡты үҙгәртеү]Akkashka, был шәхес менән танышһығыҙмы ул? Был кеше беҙҙең Рәфиҙәме ул? Биография мәғлүмәттәрен аныҡлау урынлы булыр ине. Тыуған көнө, Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы ҡайһы йылда бирелгәне, Финанс институттың исеме кеүек мөһим фактарҙы аныҡ яҙырға ине. Әйтәйек, Мәскәү финанс институты тигән рәсми уҡыу йорто булманы ул. Моғайын да был апай Бөтә Союза ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтының (Всесоюзный заочный финансо-экономический институт) Өфө филиалын тамамлағандыр тип уйлайым. Һәм ҡайһы факультетын тамалауын белергә ине. Ул филиалда башлыса финансистар (финанс бүлеге һәм һалым органдары хеҙмәткәрҙәре) һәм кредитниктар (банк хеҙмәткәрҙәрен) уҡыны. Иҡтисадсылар ҙа уҡыттылар әлбиттә. Райплан етәксеһе булғастың, моғайын, да иҡтисад бүлеген тамамлағандыр инде. Мин шул уҡыу йортон тамамланым. Эйе, был уҡыу йортон тамамлағандар хәтирәләр һөйләгәндә йәки яҙғанда «Мәскәү вузын тамаланыҡ» тип әйтеүҙәре йыш ҡына осрай. Алдатмайҙар ҙа, дөрөҫөн дә әйтмәйҙәр булып сыға. Ә Википедияла «төбөнә тоҙ ҡойоп», мәғлүмәтте аныҡ, төрлө сығанаҡтарға таянып яҙыу фарыз. Наградалар Указ менән бирелә. Әгәр апай нисәнсе йылда бирелген, указ номерын әйтһә, шул Указға иҫкәрмә эшләргә була. Әйткәндәй, оҙаҡ йылдар иҡтисадсы булғас «Атҡаҙанған иҡтисадсы» исеме лә юҡмы икән? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:15, 4 сентябрь 2021 (UTC)
- Эйе, шул Рәфиҙә апай. Рәфиҙә Ғилметдин ҡыҙы менән Мәсәғүт педучилищеһында уҡығандан бирле танышмын. Уның апаһының ҡыҙы менән бергә уҡыныҡ, өйҙәренә лә бара инем. Хәҙер ул Өфөлә йәшәй. Һирәк булһа ла күрешеп йөрөйбөҙ. Ул үҙе яҙған иҫтәлектәрен китап һымаҡ баҫтырған, шуға таянып яҙҙым. Матбуғатта үҙе тураһында баҫылған материалдары, моғайын, барҙыр. Яңынан уның менән осрашып һөйләшермен, тип планлаштырам. Akkashka (әңгәмә) 10:20, 4 сентябрь 2021 (UTC)