Камаева Рәфиҙә Ғилметдин ҡыҙы
Камаева Рәфиҙә Ғилметдин ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | апрель 1940 (84 йәш) |
Тыуған урыны | Яңы Сүрәкәй ауылы, Мөрсәлим ауыл советы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | бухгалтер |
Камаева Рәфиҙә Ғилметдин ҡыҙы (1940 йылдың 19 апреле) — уҡытыусы, иҡтисадсы, совет дәүләт хеҙмәткәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәфиҙә Ғилметдин ҡыҙы Хәйретдинова-Камаева 1940 йылдың 19 апрелендә Салауат районы Яңы Сүрәкәй ауылында Хәйретдинов Ғилметдин (1895-1965) менән Баныуҙың ишле ғаиләһендә тыуған. Әсәһе 12 бала тыуҙыра, шуларҙың 6-һы сабый саҡта уҡ төрлө сирҙәрҙән вафат була.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, эшсе синыфын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү маҡсатында, әҙерләү пункттарына һыйыр аҫыраған һәр крәҫтиән хужалығынан 240 л һөт, 40 кг ит, 100 дана йомортҡа тапшырылырға тейеш була. Бер һыйыр ғына тоторға рөхсәт ителгән.
Ауыр йылдар була, өлкәндәр менән балалар ҙа ҙур һынау үтә.
Акрам ағайым Дыуан районындағы Ярославка ауылында механизаторға уҡыны. Унан йәйәү өс көнләп ҡайта торғайны. Шунан тағы бер ҡыҙғаныс ваҡиға иҫтә ҡалған: Шаһиҙә менән Фәймә апайым ҡыш көнө урманға утынға бара. Уларҙы урман ҡарауылсыһы тотоп ала ла, утындарын тартып алып, саналарын балта менән сапҡылай. Үкереп илап ҡайтып йығылдылар
тип һөйләй Рәфиҙә апай.
Сүрәкәйҙә башланғыс класты тамамлағандан һуң, Рәфиҙә Ҡалмаҡол һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә 7 класҡа тиклем уҡый. 8 класты алдынғыраҡ һаналған Боксит урта мәктәбендә тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһындағы финанс техникумына уҡырға инә. Уҡыу йортон ҡыҙыл диплом менән тамамлай.
Хеҙмәт ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1960 йылда Дыуан районына баш бухгалтер итеп эшкә йүнәлтелә. Әммә Рухтин ауылы мәктәбендә математика дәрестәрен уҡыта.
1962 йылда Рәфиҙә Ғилметдин ҡыҙы Дүшәмбикә егете Камаев Фильсон Ғаяз улына кейәүгә сыға.
1962 йылда тормош иптәшен Иҫке Мөхәмәт ауылындағы «Йондоҙ» колхозы рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Рәфиҙә Ғилметдин ҡыҙы Иҫке Мөхәмәт мәктәбендә математика уҡыта.
1966 йылда Мәскәү фиананс-иҡтисад институтын тик «5» билдәләренә тамамлап, иҡтисадсы һөнәренә эйә була.
1965 йылдан Дыуан районы башҡарма комитетының райплан бүлегенә иҡтисадсы итеп саҡыралар, ә инде 1966 йылдан райплан бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә. Идара органдарында 30 йыл эшләй[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1999 йылда Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Мәсәғүт ауылында «Әл — Ислам» исемле мосолмандар йәмғиәте ойошмаһында теркәлгән.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тормош иптәше Камаев Фильсон Ғаяз улы Ҡыйғы районы Дүшәмбикә ауылынан, 1969 йылда Өфө ауыл хужалығы институтының зоотехния факультетын тамамлай. Һуңғараҡ Фильсон Ғаяз улы «Урал» һәм «Рәсәй» колхоздарының баш зоотехнигы, колхоз рәйесе була. Дыуан районының ауыл хужалығы идаралығы начальнигы була. Колхоздар тарҡалғандан һуң, фермер хужалығында тырышып хеҙмәт итә. Өфөлә мәҙрәсәлә уҡый, Мәсәғүт ауылында мәсет төҙөй, имам итеп тәғәйенләнә.
Ҡыҙҙары Гүзәл Өфө сәнғәт училищеһының фортепиано бүлеген тамамлай. Һамар сәнғәт институтының музыка факультетын тамамлай. Мәсәғүт музыка мәктәбендә эшләй. РФ мәктәптәренең почётлы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ.
Ҡыҙҙары Индира Мәскәү инженер-төҙөлөш институтының иҡтисад факультетын тамамлай. Мәскәүҙә йәшәй, иҡтисадсы.
Улдары Марат Камаев 1971 йылғы. Екатеринбург ҡалаһында юғары белем ала. Өфөлә йәшәй[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары
- Дыуан районы хакимиәтенең Маҡтау грамоталары
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Камаева Р. Г. Хәйретдин балалары, Өфө, 2015