Фекерләшеү:Көйәҙе районы
Уҡыу көйләүҙәре
- Башҡа урында Пермь крайы һәм Башҡорт теленең диалекттары Ҡуйыҙа тип алынған, әллә Ҡуй-аяҙы (йәғни һарыҡ-кәзә утлай торған урын) һүҙбәйләнешенән микән?
- http://www.bolshoyvopros.ru/questions/3679858-kakova-istorija-proishozhdenija-nazvanija-poselka-kueda.html Akkashka (әңгәмә) 13:44, 29 август 2021 (UTC)
- Akkashka"Ҡойо" тигән башҡорт һүҙенән барлыҡҡа килгән тип яҙылған ошонда[1], шул яҡ диалектында Ҡойоҙо (Ҡойоло) инде, тимәк--Guram52 (әңгәмә) 09:44, 29 август 2021 (UTC)
- Рәхмәт, Guram52! Akkashka (әңгәмә) 15:05, 29 август 2021 (UTC)
- Яндекс һөҙгөсө «Ҡойяҙы» тип күрһәтелгән Рәшит Шәкүрҙең «Башҡорт диалектологияһы» китабын, «Борай-Иҫке Балтас-Тәтешле-Ҡояҙы йүнәлештәре» тип яҙған Башҡортостан хөкүмәте яңылығын, ««Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Яңауыл-Ҡояҙы ҡатламдарын...» тип яҙған «Башинформ» яңылығын, һәм тағы 120 мең һылтанма табып бирә. Шул уҡ ваҡытта Глосбе һүҙлегендә Куеда - Көйәҙе икәнен раҫлаған бихисап абруйлы сығанаҡтарҙағы өлгө текстар килтерелә. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 10:25, 29 август 2021 (UTC)
- Рөстәм Нурыев, 40 төрлө вариант китмәһен өсөн, Рәшит Шәкүр вариантын алырға кәрәк, улайһа. Рәшит ағай ҙа хата ебәргеләй, әммә ул рәсмиләштереп нәшер итеп бара. Хөкүмәт, Башинформ яҙмаһы — тәржемәселәр эше, улар әллә ни фәнни нигеҙ эҙләп ултырмай.--Guram52 (әңгәмә) 12:59, 29 август 2021 (UTC)
- Әгәр абруйлы сығанаҡтарҙа осраһа, исемен үҙгәртегеҙ. Башлағанда БЭ-ға ҡарап мәҡәләгә исем бирелде. --Ryanag (әңгәмә) 15:17, 29 август 2021 (UTC)
- Унда ла шул тәржемәселәр ултыра, төрлөһөнөң кимәле төрлөсә. Башҡортса белгән ғалим-мөхәррирҙәр ул тиклем мәғлүмәтте "ҡайнатып" өлгөрә алмай, үҙҙәренең хеҙмәттәре урыҫса. Улар үҙҙәре тәржемә итеп ултырмай бит. Шуға күрә хатта тупаҫ хаталар ҙа осрай. Бер энциклопедик һүҙлекте эшләүҙә ҡатнашҡан кеше булараҡ, әйтә алам быны.--Guram52 (әңгәмә) 16:37, 29 август 2021 (UTC)
- Guram52, Akkashka «Ҡояҙы районы» тип үҙгәртәбеҙме? Ryanag (әңгәмә) 06:18, 30 август 2021 (UTC)