Фекерләшеү:Көйәҙе (ҡасаба)
Уҡыу көйләүҙәре
«Көйәҙе (ҡасаба)» мәҡәләһен ҡатнашыусы Ҡатнашыусы: Akkashka |
- Куеда тип йөрөтөлгән ҡасаба Пермь крайында урынлашҡан. Атамаһы башҡорт һүҙенән. Ҡуйяҙы, әллә һарыҡ-кәзә утлаған болон исеменән алғандарҙыр тип яҙғанмындыр Ҡуйяҙы. Районы Көйәҙе Көйәҙе районы тип яҙылған. Ошо мәҡәләнең преамбулаһында Ҡойоҙо тора. Ҡойоҙо "ҡойо" һүҙенән алынғандыр һәм диалектта "ҡойоло" урын тигәнде -ҙо ялғауы ҡушып әйтелеү менән бәйләргә булалыр? Akkashka (әңгәмә) 08:30, 12 июль 2022 (UTC)
- Akkashka Сығанаҡтар буйынса Көйәҙе: Пермь башҡорттары, ГЕОГРАФИЧЕСКИЕ НАЗВАНИЯ БАШКОРТОСТАНА ФИННОУГОРСКОГО ПРОИСХОЖДЕНИЯ, 89-сы бит. Фараздарҙы ВикиДәреслеккә яҙыу урынлы. Википедияла ул ОРИСС тип һанала. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 08:47, 12 июль 2022 (UTC)
- З. ӘЙЛЕ Вики-дәреслектә Куеда тураһында мәҡәлә бар тип уйлайһыңмы? Йәки унда фаразлауҙы ғына яҙып ҡуйырғамы? Akkashka (әңгәмә) 13:32, 12 июль 2022 (UTC)
- Akkashka барлыҡ фараздар, күҙаллауҙарҙы ВикиДәреслеккә яҙырға мөмкин, әммә Википедияға түгел. Википедиялағы мәҡәләгә ВикиДәреслек ҡалыбын ҡуйырға була, ләкин атамаһын рәсми ҡабул ителгәнсә ҡалдырабыҙ. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 15:22, 12 июль 2022 (UTC)
- * Akkashka Фекер алышыу битенең эстәлеге түгел, ә мәҡәлә эсендәге фараздарығыҙҙы ВикиДәреслеккә күсерергә кәрәк. Һуңынан мәҡәләгә ВикиДәреслек ҡалыбын ҡуйырға. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 09:46, 13 июль 2022 (UTC)
- ВикиДәреслек ҡалыбын ҡуя белмәйем. Шуның өлгөһөн генә һалһаңсы? Akkashka (әңгәмә) 17:15, 13 июль 2022 (UTC)