Фекерләшеү:Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Комитет членов Учредительного собрания» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. 2 июнь 2017 |
Учредителдәр йыйылышы?
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Учредителдәр йыйылышы ағзалары - был фраза ни аңлатҡанына төшөнөргә тырышҡан һайын уның дөрөҫ түгеллеге яҡшыраҡ күренә бара. Учредителдәр = ағзалар булғас, кемдәр ул учредителдәр йыйылышы ағзалары? Учредителдәр йыйылышының ағзалары шул учредителдәр үҙҙәре булмаймы ни? Учредителдәр һәм ағзалар бер-береһенән ни менән айырыла? Ни өсөн учредителдәр үҙҙәре йыйылыш ҡорғас, уларҙы тағы ағза тип атап тороу кәрәк? Береһенән-береһе мәғәнәһеҙерәк һорауҙар тыуа ла тыуа. Интернетта кто такие учредители тип эҙләнем, унда, әлбиттә, предприятие т-да яуап булды: учредитель (учредители) создает предприятие, но ни акционером, ни членом он не является. Его функция исчерпывается тем, что он организовал предприятие. Артабан башҡалар менән тиң акционер-фәлән булып китергә лә, китмәҫкә лә мөмкин. Учредитель ойоштороу этабында тороп ҡала. Предприятие учредителдәренең (беҙ быларын ойоштороусылар тип алып йөрөйбөҙ) йыйылышы ла тик шул предприятиены ойоштороу мәсьәләләренә ҡағыла һәм шуның менән вәссәләм. Хатта уны ла ойоштороусылар йыйылышы тип түгел, ә ойоштороу йыйылышы тип атау ҡабул ителгән, сөнки уның маҡсаты - ойоштороусыларҙы йыйыу түгел, ә ойоштороу мәсьәләләрен ҡарау.
Ә Ваҡытлы хөкүмәттән һуң барлыҡҡа килгән ОРГАН ни өсөн учредителдәр йыйылышы тип аталды һуң ул? Унда ҡатнашыусылар мөһим түгел, ә уға һалынған ОЙОШТОРОУ функцияһы мөһим. Ул хөкүмәт эштәрен ойоштороу менән шөғөлләнгән. Һәм учредителдәрҙән түгел, ә һайлап ҡуйылған ағзаларҙан торған. Әле Федерация Советы ағзалары тибеҙ бит, улар ҙа шуның кеүек Ойоштороу (учредителлек) йыйылышы ағзалары булған. Шул ағзаларҙың бер нисәһенән комитет төҙөлгән.
Был атаманы мотлаҡ үҙгәртергә кәрәк тип иҫәпләйем. Йә ул Учредителлек йыйылышы булһын, йә Ойоштороу йыйылышы булһын, хет Учредительное собрание булһын, тик учредителдәр йә ойоштороусылар йыйылышы ғына булмаһын. Alfiya55 (әңгәмә) 14:30, 5 июнь 2017 (UTC)
Ҡайһыһы дөрөҫ?
- Ойоштороу йыйылышы комитеты ағзалары
- Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты --ZUFAr (әңгәмә) 16:21, 5 июнь 2017 (UTC)
- Мәҡәләлә һүҙ барған «Учредителдәр йыйылышы»ның тарихи атама булғанын да иҫкә сығармайыҡ әле, ул бит бөгөнгө акционер ойошмаһын ойоштороусылар йыйылышы түгел, ә дәүләт кимәлендәге орган исеме булған. --Айсар (әңгәмә) 16:38, 5 июнь 2017 (UTC)
- 2005 йылда сыҡҡан Русско-башк. словарь (Ураҡсин) Учредителдәр йыйылышы тип бирә икән. Ләкин мин, интернетта артабан эҙләнә торғас, бындай тәржемә менән төптө килешмәйем. Башҡа һүҙлектәрҙә уны ойоштороу тип алғандар (шул уҡ 2005 йылғы һүҙлектә әлеге фраза эргәһендә ойоштороу съезы тигәне лә бар).
Учредительное собраниены (әйткәндәй, инглизсә - Constituent Assembly, башҡа роман телдәрендә лә ошоға яҡын, йәғни беҙгә таныш конституция һәм ассамблея тигәнерәк һүҙҙәр) Википедия былай тип аңлата:
Учреди́тельное собра́ние (в русском калька с фр. assemblée constituante) — парламент, созываемый для принятия конституции.
Ә нимә ул конституция? Конституция - это коллективный договор между народом и государственной властью с правами и обязанностями обеих сторон и с ответственностью за нарушения условий договора.
Үҙем өсөн асыш яһаным: предприятиеның дөйөм йыйылышында коллектив менән администрация араһында колдоговор төҙөлә, дәүләттә лә шулай уҡ, тик уның йыйылышы Учредительное собрание тип атала. Ә ҡатнашыусылар ойоштороусы булғанға түгел, ә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең нигеҙен ҡороу, ойоштороу маҡсатында йыйылалар был йыйылышҡа. Шуға мин ОЙОШТОРОУ ЙЫЙЫЛЫШЫ тигән вариантҡа туҡтайым. Alfiya55 (әңгәмә) 22:55, 7 июнь 2017 (UTC)
- Мин башта ҡуйған атама Ойоштороу йыйылышы ине, һуңынан үҙгәртелде. Һүҙлектәрҙә, башҡа телгә алынған документтарҙа, Вәлидиҙең хәтирәләрендә (иҫләүемсә) ойоштороу тип бирелә. Хатта транслайт та шулай ти)) Әле мин Всероссийское Учредительное собрание мәҡәләһәен тәржемә итәм. Бөгөн-иртәгә ҡуям, исемен аңыҡлағанда яҡшы булыр ине. Әле мин Айсар төҙәткәненсә Учредителдәр йыйылышы тип алғанмын.--Тутыйғош (әңгәмә) 10:51, 26 ғинуар 2018 (UTC)