Эстәлеккә күсергә

Фекерләшеү:Оло Ыйыҡ (Әй ҡушылдығы)

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Исеме Оло Ыҡ булырға тейеш. --Рөстәм Нурыев (фекер алышыу) 15:05, 23 ноябрь 2012 (UTC)[яуап бирергә]

Оло Эйек Күгәрсен, Зианчура яғында;

Оло Ыйыҡ Балаҡатай, Мәсетле яғында;

шунда икәнен беләм, әммә беҙҙең яҡта Оло ыҡ тип әйтәләр. Һүҙлектәр яңылышмай тип уйламайым. Атамалар буйынса бигерәктә йыш китә хаталары. --Рөстәм Нурыев (фекер алышыу) 15:23, 23 ноябрь 2012 (UTC)[яуап бирергә]

Ыҡ Йәрмәкәй, Туймазы, Шаран райондарында, Татарстан сигендә. Һүҙлектән ҡарап билдәләнем, русса барыһыла Большой Ик. Бөгөн һүҙлек эшләмәй.--Саган (фекер алышыу) 15:11, 23 ноябрь 2012 (UTC)[яуап бирергә]

Бына, эшләй башланы:

Большой Ик Оло Ыйыҡ р Белок., Мечет. От оло* и, возможно, ыйыҡ `жертвенная, священная`. -

Большой Ик Оло Эйек р Зианч., Кугарч. От оло* и, возможно, эйек/ыйыҡ `жертвенная, священная`.

Ик Ыйыҡ р Белокат., Киг., Мечетл. От тюрк. ыйыҡ/ыдуҡ /йайыҡ /изых / ысыах /иссык/ изге `священная, великая`. -

Ик Ыҡ р Бакал., Белеб., Бижб., Ермек., Туйм., Шаран. Возможно, от Ыйыҡҫ 1) от перм. йог/йоҡ `река` 2) от тюрк. Ыҡ `река, течение` 3) от тюрк. ыйыҡ/ыдуҡ /йайыҡ /изых/ысыах /иссык/ изге `священная, великая`. ---Саган (фекер алышыу) 15:27, 23 ноябрь 2012 (UTC)[яуап бирергә]

Ярар шулай булһын. Әммә беҙҙең яҡтың һөйләше буйынса ул йылғалар Ыҡ тип атала. Ниңә Оло Ыҡтамаҡ тип атайҙар Мәсетле районы үҙәген? --Рөстәм Нурыев (фекер алышыу) 15:32, 23 ноябрь 2012 (UTC)[яуап бирергә]

Ыҡ — Әй үҙәнендәге йылғалар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Районға ҡайтҡанда Марат Ғафаров, Мәсетле районы хакимиәт башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадырова, мәктәп директорҙарының уҡытыу буйынса урынбаҫарҙары, тарих уҡытыусылары менән осраштым. "Ик йылғаларының башҡортса исеме нисек була?" - тигән һорауға бер тауыштан "Ыҡ" тип атанылар. Тимәк, Әй һәм Ҡыйғы ҡушылдығы булған йылғалар тураһында мәҡәләләр - Ыҡ (Әй ҡушылдығы), Оло Ыҡ (Әй ҡушылдығы) булырға тейеш. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:02, 11 декабрь 2012 (UTC)[яуап бирергә]

Ыйыҡ, Эйек русса нисек була тип тә һорорға булған.--Саган (әңгәмә) 04:15, 11 декабрь 2012 (UTC)[яуап бирергә]
Улары ла Ик, тик Башҡортостандың икенсе яғындағы йылғалар тип яуап бирҙеләр. Был урындағы һөйләштәргә бәйле.--Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:19, 11 декабрь 2012 (UTC)[яуап бирергә]

Ыҡ (Ҡыйғы ҡушылдығы) . Ыҡ (Ҡыйғы ҡушылдығы) мәҡәләһендә "башланған өлөшө Кесе Ыҡ" тип яҙырға кәрәк. - Былары буйынса икенсе фекер бар. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:21, 11 декабрь 2012 (UTC)[яуап бирергә]

Ҡыйғылар Әйле башҡорттары, уларҙың һөйләше икенсерәк. Шуға улар Ыйҡ ти әйтә. Й менән Ҡ араһында Ы хәрефе әйтелмәй. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:24, 11 декабрь 2012 (UTC)[яуап бирергә]

Ризван Хажиев менән һөйләштем. Ул филология фәндәре кандидаты. Журналист. Һөләймән ауылында тыуған. "Беҙҙең яҡ (Ик) йылғалары "Ыҡ" тип атала. Эйек - көньяҡтағыһы тий. Ыйыҡ тип тә әйтәләр, тик беҙҙең яҡта түгел тине. Ҡыйғы районы йылғаһы ла "Ыҡ" тине.--Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:50, 11 декабрь 2012 (UTC)[яуап бирергә]