Эстәлеккә күсергә

Фекерләшеү:Пәйғәмбәрҙәр

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Дөрөҫ яҙылышы тураһында фекерҙәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәйтүнә пророк һүҙенең башҡортса яҙылышы хаҡында фекеремде һораған. Һорағас, үҙ фекеремде белдермәү дөрөҫ булмаҫ. Милләтебеҙҙең аҫыл заттары булған, "Бәйғәмбәр" тип "башҡорт"лаштырыу кәрәкмәй, "п" булырға тейеш", - тип һанаған Йыһат ағайға ла, "Халыҡ ПӘЙҒӘМБӘР тип әйтә бит. Шулай яҙылырға тейеш инде ул", - тигән Ғәҙилә апайға ла, "Дөйөм төркиҙә шулай. Ул бит парта урынына барта тип һөйләшеү ише генә түгел - Аллаһы тәғәләнең Рәсүле. Диалект та, тел дә әйләнмәгән - акцент, унан уҡымышһыҙлыҡ та)", - тип иҫәпләгән Гүзәл апайға ла ихтирамым бик ҙур. Иллә мәгәр был йәһәттән улар менән килешмәйем һәм БӘЙҒӘМБӘР тип яҙыусы "Киске Өфө" менән "Йәшлек" гәзиттәрен хуплайым. Улар икеһе лә элек-электән алдынғы ҡарашлы, һүҙлек яһаусыларҙан ун йыллап алда барыусы, ысын мәғәнәһендә халыҡ гәзиттәре булыуын шуның менән тағы бер ҡат иҫбатлай. Беренсенән, Пәйғәмбәр ул төрки һүҙе түгел, төркиҙәргә фарсы теленән ингән. Икенсенән, әгәр ҙә ул һүҙ тәү сығанаҡта нисек әйтелгән башҡорт телендә лә тап шулай әйтелергә һәм яҙылырға тейеш тигән принципиаль позицияла торабыҙ икән, ул сағында ул принципты фарсынан ингән бүтән һүҙҙәргә ҡарата ла файҙаланырға кәрәктер бит. Ул сағында, әйҙә, БАТША һүҙен дә, элек беҙҙең өләсәйҙәр һөйләшкән кеүек барта, бартийә, барахут тип һөйләшмәйек тип, лексикондан алып ташлап, тик фарсыса ПАДИШАҺ тип кенә яҙайыҡ һәм әйтәйек. Сөнки ул - тап шул падишаһ һүҙенең башҡортсаға ауҙырмаһы. БОТ һүҙен дә, тамырһүҙгә тура килһен тип, ПОТ тип яҙыуға күсәйек. Тимәк, татарҙар, һеҙҙеңсә, Патша, Пот тип, дөрөҫ яҙа булып сыға ла, ә үҙ сингармонизм ҡанундары булған башҡорт телендә БАТША, БӘЙҒӘМБӘР, БОТ тип яҙыу дөрөҫ түгел. Әлеге ҠаЗанды ла, ул принцип буйынса, башҡортса ҠаҘан тип яҙыу дөрөҫ булмай сыға түгелме? Әйҙә, татарса әйтелешендә генә яҙыуҙы дауам итәйек. Улар фарсыларҙан ни ерҙәре менән кәм? Үҙебеҙ кәм булып өйрәнгәнбеҙ бит инде!!!Өсөнсөнән, беҙҙең Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла яҡтарында ябай халыҡ, теле әҙәби тел йоғонтоһона бирелмәгән ололар Бәйғәмбәр тип әйтә. Башҡа төбәктәр тураһында әйтә алмайым, махсус өйрәнмәнем, әммә Ғәҙилә апайҙың ауылдаштары ауыҙынан Бәйғәмбәр тигәнде үҙ ҡолағым менән ишеттем, АЛЛАҺ ТӘҒӘЛӘ үҙе шаһит! Шулай уҡ, әстәғфируллаһ, "бәрей" һүҙен дә көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш төбәктә ололар "пәрей" тимәй. Ул һүҙҙе лә Б менән яҙырға кәрәк тип иҫәпләйем. Әгәр, үрҙә телгә алынған принципҡа барып, П менән яҙабыҙ икән, ул сағында, шул уҡ принципты боҙоп, нишләп "Бире"не фарсыса "Пире" тип яҙмайбыҙ, АЛЛАҺ һаҡлаһын! Башҡорт телендәге "Енләнеү"ҙең синонимы булған "Бирләнеү" һүҙен дә "Пирләнеү"гә алмаштырайыҡмы инде? Асыл башҡорт телендә П өнө башта килгән һүҙ юҡ. Шуның өсөн дә башҡорттар сит телдән үҙләштерелгән П өнө башта килгән һүҙҙе күпселек осраҡта Б-ға алмаштырғаны билдәле. Ә бит ундай һүҙҙәр бер фарсынан ғына инмәгән беҙгә. Мәҫәлән, урыҫ теленән килеп ингән ПАРЕНЬКА һүҙен дә бит күп башҡорттар, шул иҫәптән, биләрәттәр ҙә, рәхәтләндеп, ауыҙ тултырып, БӘРӘҢГЕ тип әйтә һәм яҙа. Нишләп асыл һүҙҙе боҙабыҙ, әйҙәгеҙ, Паренькаға, һис юғында, Пәрәңкегә күсегеҙ. Әллә теге принцип төрлө һүҙҙәргә ҡарата төрлөсә эшләйме? Ул сағында ул ниндәй принцип булып сыға һуң? Дүртенсенән, Бәйғәмбәр һүҙе ул ғәрәп телендәге Рәсүлуллаһ, йәғни Аллаһ Илсеһе мәғәнәһен бирмәй. Ул ғәрәптең НӘБИ һүҙенең ише. Урыҫса Аллаһ илсеһе - Посланник, ә Бәйғәмбәр менән Нәби пророк була. Донъя яратылғандан алып кешелеккә 124 мең бәйғәмбәр килгән, ә Аллаһ Илселәре - 25 кенә. Бәйғәмбәрҙәр араһында башҡорттар ҙа булғанына иманым камил. Йылайыр районының Хәйбулла районы менән сиктәш бер төпкөл, таулы-урманлы төбәгендә, Йыһат ағайҙың тыуған еренән бигүк алыҫта түгел ерҙә, совет осоронда ла манараһы ауҙарылмай ултырып ҡалған мәсете булған хикмәтле Ҡаҙырша ауылы эргәһендә тағы ла хикмәтлерәк бер урын бар. Заманында данлыҡлы Мөжәүир әүлиә килеп, эргәһендә өсәр көн туҡталып, намаҙ-доғалар ҡылып ятҡан, ана шул 124 мең бәйғәмбәрҙең береһе булған башҡорт бәйғәмбәренең эҙҙәрен һаҡлаған БӘЙҒӘМБӘР ТАШЫ тигән урын ул. Урындағы халыҡ уны бер ҙә "П"әйғәмбәр ташы тимәй. Белеүселәр, һынсылдар әйтеүенсә, ул ерҙән шундай көслө ыңғай энергия сыға, күрер күҙгә нур бөркөлөп тора. Мәшһүр Мөжәүир хәҙрәттең унда йыш булыуы ла - быға ҙур дәлил. Һүҙемде тамамлап, шуны әйтмәксемен: беҙ ғәрәп-фарсынан да, хатта төрки-татарҙан да ныҡ айырылып торған, ғөмүмән, донъялағы бөтөн телдәрҙә лә акцентһыҙ һөйләшә алырҙай һығылмалы, йомшаҡ, наҙлы, үҙ ҡанундары булған телле халыҡбыҙ. 11-се быуатта уҡ данлыҡлы Мәхмүт Ҡашғари үҙенең "Диуани лөғәт әт-төрк"ен ижад иткәндә юҡҡа ғына башҡорт телен бүтән төрки телдәрҙән бер яҡ ситкә ҡуймаған. Үҙебеҙ булып ҡалырға кәрәк. Урыҫтың ПЕЧЬ һүҙен - мейес, ПЕЧАТЬ һүҙен мисәт тип, ыһ та итмәй, үҙебеҙсә яҙған кеүек, төрки-татарға эйәрмәйенсә, БӘЙҒӘМБӘР тип, үҙебеҙсә яҙайыҡ. Күптәр һылтанғанса, ул һүҙҙең һүҙлеккә ингәнен көтөп ултырмайыҡ, ул һүҙлек килеп сыҡҡансы тағы 20-30 йыл үтеп китеүе ихтимал. (Бәрәңге һүҙенең һүҙлеккә ингәнен көтөп ултырманыҡ бит!) Был ҠАҘАН һүҙенә лә ҡағыла, ул да әле һүҙлектәрҙә ҠАЗАН тип кенә алына. Татыу булайыҡ!

  • Бик тә төплө, бар яҡтан да нигеҙләнгән фекерҙәр. Сәлмән Ярмуллин ҡустыны хуплайым, сөнки уның бар ҡараштары ла тиерлек минең уйҙар менән тап килә. Мәҫәлән, Украина һыу-атамалары исемен украинса яҙылған нигеҙҙә, башҡа сит дәүләттәргә арналған мәҡәләләрҙә ҡайһы бер һүҙҙәрҙе уларҙа әйтеп-яҙылғанса алыуға ҡаршымын. Тағы ла: мәҡәләнең «Фекер алышыу» битендә яҙып ҡуйғанымса, күп йылдар «Бейбутов» тип белгән билдәле йырсының фамилияһы ниңә «Бәһбудов» булып китеүе бер ҙә аңлашылмай, былай тип әйтергә хатта тел әйләнмәй. Ниңә Бәйбүтов түгел? Бындай миҫалдарҙы күпләп китерергә була. Сәлмән ҡусты кеүек үҡ «һүҙ тәү сығанаҡта нисек әйтелгән башҡорт телендә лә тап шулай әйтелергә һәм яҙылырға тейеш» тигән нигеҙһеҙ тәҡдимгә мин дә ҡаршымын. Тел мәсьәләләре ныҡлап уҡытылған Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, матбуғатта бай тәжрибә туплаған Сәлмән Ярмуллиндың файҙалы фекер-тәҡдимдәренә ҡасандыр педагогия институттарының урыҫ бүләктәрен тамамлаған, бигерәк тә башҡа һөнәр вәкилдәре булған ирекмәндәр тәү сиратта иғтибар итһен ине. --Айсар (әңгәмә) 09:26, 30 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ҡөрьән китабын тәржемә иткән саҡтарында Дәүләт ағай Мәһәҙиев, дөрөҫө бәйғәмбәр була, беҙгә лә шулай яҙырға кәрәк тип, "Башҡортостан" гәзитендә бәйғәмбәр тип яҙыуҙы индерткәйне. Шулай яҙа башланыҡ. Күрәһең, күп яҡта пәйғәмбәр ҡулланыла йөрөгәндер, сөнки барыбер яйлап ҡына пәйғәмбәргә күселде, йәғни көсләп асылған күҙҙең нуры булмай сыҡты. Мин Нуриманда үҫкән кеше булараҡ шулай уҡ п әйтелешенә өйрәнгәнмен, Ҡөрьәнде яттан белгән нәнәйем дә пәй ҙә түгел, Мөхәммәт пиғәмбәр тип һөйләй ине, ғөмүмән, беҙҙең ауылда шул вариант таралған. Элек улай башҡа милләттәрҙән ҡурҡыу кеүек нәмә булмай торғайны, татарсанан отҡандар тиер инең - ауылыбыҙ көҙәй ырыуына ҡараған төп башҡорт ауылы, элек унда татарҙар ҙа юҡҡа иҫәп ине, сингармонизм законына ла тап килгән ул вариант, сөнки Мөхәммәт һаңғырау т өнөнә бөткәс, уның артынан йөрөүсән пәйғәмбәр һүҙенең дә беренсе өнө һаңғырауланған булғандыр: Мөхәммәт пәйғәмбәр (йәки беҙҙәгесә пиғәмбәр). Ә хәҙер ғәрәптә б менән яҙылған, шуға беҙҙә лә б булһын тигән ҡағиҙә булһа инде, бер ҡаршылығым да юҡ, әйҙә, б булһын. НәБи менән Биғәмбәр (Бәйғәмбәр) - ғәрәптә бер тамырлы һүҙҙәр. Әйткәндәй, беҙҙә бәрей түгел, пәрей йөрөй. Әммә шуларға ҡарап ҡына бәрәңге пәрәңге булып китмәгән, батша патшаға әйләнмәгән, ә бире тигән һүҙ беҙҙең диалектта юҡ. Һәр һүҙҙең үҙ яҙмышы, бөтәһен бер үлсәм менән үлсәп, бер принципҡа һалып бөтөп тә булмай шул. Ҡаҙанды ла элекке халыҡ Ҡазан тип өйрәнгән, яйлап уныһын Ҡаҙанға күсеп бөтөрбөҙ тип уйлайым. Alfiya55 (әңгәмә) 11:57, 30 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]