Фекерләшеү:Тәңреселек
Уҡыу көйләүҙәре
«Тәңреселек» мәҡәләһен ҡатнашыусы Аҡҡашҡа |
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Тенгрианство» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. 24 февраль 2018 |
- Тәңрелек йәки тәңризм — неологизм ?????)))))))) Ҡайҙан килеп сыҡты икән был тәңреселектең варианты??? Нигеҙ бармы икән иҫбатларлыҡ??? --Азат Хәлилов (әңгәмә) 12:41, 24 февраль 2018 (UTC)
- Рус телендә "Тенгриа́нство или тенгризм — неологизм, обозначение доисламской и добуддистской религии тюрко-монгольских кочевников евразийских степей" тип алынған. Улар ике төрлө яҙған, шуға мин дә береһен Тәңрелек, икенсеһен - тәңризм тип тәржемә иттем. Әлбиттә бында өлкән ағайҙың башҡа халыҡтарҙағы боронғолоҡто ҡабул итмәҫкә, кәмһетергә тырышыуы күҙгә ташланып тора. Ике ҡулығыҙға бер эш. Үҙегеҙҙең хәҡиҡәтегеҙҙе яҙығыҙ, үҙгәртегеҙ, өҫтәгеҙ. Мин бер ҙә ҡаршы түгелмен.
Аҡҡашҡа (әңгәмә) 18:22, 24 февраль 2018 (UTC)
- Аҡҡашҡа, тәңрелек тигән төшөнсә юҡ, ул тәңреселек була.Тәңризм иһә.бөтөнләй башҡа һыймаҫ "неологизм")) Буддалыҡ та түгел, буддасылыҡ. Тәк төҙәтелмәй тора. Был хата артабан да ҡабатланыуы ихтимал, шуның өсөн яҙам--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 05:20, 28 апрель 2018 (UTC)
- Ниңәлер русса һүҙҙәрҙе бер һүҙ менән генә тәржемә итергә тырышабыҙ. "Тәңрегә инаныу(табыныу)" тулыраҡ мәғәнәле булмаймы?--Шәһәрбаныу (әңгәмә) 15:52, 29 апрель 2018 (UTC)
- Рәхмәт! Төҙәтеүегеҙ менән килешәм! Дини мәҡәләләр минең өсөн бөтөнләй ауыр аңлашыла торған материал (Аҡҡашҡа (әңгәмә) 14:38, 1 май 2018 (UTC))