Фекерләшеү:Фазлетдинов Радмир Зиф улы

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Akkashka (әңгәмә) 16:05, 20 август 2022 (UTC)[яуап бирергә]

  • Медицина фәндәре кандидаты (2002) - маҡтаулы исем дә, бүләк тә түгел, ә ғилми дәрәжә. Быға тиклем бер нисә тапҡыр төҙәтеп, шулай тип яҙғайным. Мәҡәләрегеҙгә яһалған төҙәтеүҙәргә бер генә булһа ла ҡарамау - берәй төрлө принципиаль нәмәме ул һеҙҙең яҡтан? Әллә махсус шулай эшләйегеҙме, «мин уҡытыусы, минеке дөрөҫ, әллә кем булып төҙәтеп ултыраң мине» тигән мәғәнәлә... Тыуыу датаһа тураһында ла бер генә әйтелмәне, бары һеҙ генә үҙегеҙсә хаталы яҙыуығыҙҙы дауам итәгеҙ... Һеҙҙең башҡаларға әллә күпме эш тыуҙырған «ярым фабрикат мәҡәләләрегеҙ» кемгә кәрәк һуң ул? --Айсар (әңгәмә) 15:13, 22 август 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  • Мин әлеге ваҡытта уҡытмайым. Тулы хоҡуҡлы пенсионермын. Нисәмә тапҡыр инде уҡытыусылығыма килеп ҡағылаһың, яҡташ эне. Уҡытыусымы, журналисмы — барыбыҙ ҙа википедиясы. Уҡытыусы булып эшләргә лә һәр бер кеше яраҡлы булмай. «Ярым фабрикат мәҡәләләр» менән тултырам тигән билдәләмә менән ризалаша алмайым. Хаталарҙы мин дә төҙәтәм - уныһын да әйтеп үтәйем. Беҙҙең кеүек ябайҙарға һаҡсылыраҡ ҡараһағыҙ ине Akkashka (әңгәмә) 15:29, 22 август 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  • Үҙегеҙҙең бер хатаны ла танығанығыҙ юҡ, ул ғына түгел, уларҙы тағы ҡабатлайһығыҙ. Хатаһын табып төҙәткән уҡытыусыны ғәйепләгән уҡыусы кеүек, нисек кенә әйтһәм-яҙһам да, бары мине ғәйепләйһегеҙ. Википедиясымын тип күкрәк ҡағып, үҙегеҙгә айырым («һаҡсылыраҡ ҡараш») талап итеп ултымаһағыҙ ине, мин дә, үҙегеҙ әйткәнсә, бик тә «ябаймын», әммә, мәҫәлән, бәлнискә барып, табип булырға тырышыусы һатыусы йә төҙөүсе кеүек, ниндәйҙер айырым ҡараш һорап ултырмайым. Википедияла ҡабул ителгән ҡағиҙәләр барыһына ла ҡағыла, ә ниңә һеҙ уларҙы үтәмәҫкә тейеш һуң? Үсекләшкән кеүек: мин төҙәтәм, ә һеҙ яңы мәҡәләлә тағы үҙегеҙсә (хаталы итеп) яҙағыҙ ҙа ҡуяғыҙ. --Айсар (әңгәмә) 15:52, 22 август 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  • Бер ваҡытта ла яман уй менән хаталанғаным юҡ, Айсар туғаным. Akkashka (әңгәмә) 07:52, 2 сентябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]