Фекерләшеү:Юғарылыҡ
Уҡыу көйләүҙәре
«Юғарылыҡ» мәҡәләһе
Википедияның бөтә бүлектәрендә булырға тейеш мәҡәләләрҙең киңәйтелгән исемлегенә керә. Уның үҫеше Башҡорт Википедияһының төп йүнәлеше. Һеҙ «Мириада» проектына ярҙам итә алаһығыҙ. |
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Возвышенное» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. 4 август 2018 йыл |
Терминдар
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Юғары камиллыҡ (камиллылыҡ түгел, әлбиттә) возвышенное тигән терминдың мәғәнәһенә тап килеп бөтмәй кеүек. Ғөмүмән, философия, эстетика категорияларының атамаларын, терминдарҙы һәр яҡтан уйлап тәржемә итеү проблемаһы алдыбыҙҙа тора. Башҡортса уларҙың күбеһенә тап килгән һүҙ йә юҡ, йә термин булараҡ формалаштырылмаған, сөнки һүҙлекте асһаң, тегеләй ҙә, былай ҙа алырға мөмкин булған кеүек әллә күпме синоним килеп сыға. Ә термин ул - төшөнсәгә ҡарата нығытылған бер һүҙ, уның синонимдары булмай. Совершенное - камиллыҡ булһа, возвышенное юғары камиллыҡмы? Совершенное менән возвышенное икеһе айырым йәшәүсе терминдар, уларҙы ҡушыу зарурлығы юҡ. Минеңсә, возвышенноены юғарылыҡ тип кенә алырға булалыр: в. чувства - юғары хистәр, в. идеалы - юғары идеалдар, в. мысли - юғары фекерҙәр, в. поступки - юғары эш-ҡылыҡтар, камиллыҡ һүҙен был һүҙбәйләнештәргә ҡыҫтырып та булмай. Ә термин юғары камиллыҡ тип алына икән, ул бөтә контекста ла шул уҡ формала ҡулланылырға тейеш була. Камиллыҡ - совершенство, йәғни высшая степень, предел какого-либо положительного качества, способности, мастерства. Интернетта был терминдарҙы аңлайышлы тел менән миҫалдар килтереп ентекләп аңлатҡан сайттар күп (ә Википедияла барыбер рәсмиерәк, фәнниерәк, ҡатмарлыраҡ). Бындай терминдарҙы тәржемә итер алдынан шуларҙы уҡыштырып, фекер төйнәү дөрөҫөрәк булыр, моғайын. Шунан беҙҙең Викидәреслекә һүҙлектәр бар бит, шуларға тупларға ине был терминдарҙың тәржемәһен, сөнки икенсе тәржемәселәр үҙҙәренең тексында ошо уҡ терминдарға килеп юлыҡһа, йәнә үҙенсә ала ла китә, шулай итеп, терминдың терминлығы юғала. Alfiya55 (әңгәмә) 05:40, 5 август 2018 (UTC)
- Әлфиә, рәхмәт! Мин бик ныҡ икеләндем был терминды тәржемә иткәндә. Һеҙ тәҡдим иткән Юғарылыҡ дөрөҫөрәк мәғәнәгә эйәлер?! Әгәр мөмкин булһа, админдар бер төймәгә баҫып ҡына Юғарылыҡ тип үҙгәртә алырҙар.(Аҡҡашҡа (әңгәмә) 18:49, 7 август 2018 (UTC))
- Мәҡәлә исемен төҙәттем, тексҡа теймәнем! --Айсар (әңгәмә) 19:03, 7 август 2018 (UTC)