Фекерләшеү:Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы
«Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы» мәҡәләһен ҡатнашыусы Айсар |
Раздел «Шиғырҙары»
[сығанаҡты үҙгәртеү]Раздел «Шиғырҙары» (поэмы/стихи). Предлагаю удалить. В статье можно поставить ссылки на соответствующие источники.--Ykt www (әңгәмә) 12:41, 11 февраль 2015 (UTC)
- Надо удалить. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 03:20, 25 ғинуар 2017 (UTC)
- бында күсерҙем, әлегә
Шиғырҙары
[сығанаҡты үҙгәртеү]Бәхет — һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ,
Килеп инә табын таралғас!..
Тик көтәһең, көтөп арығас та
Бәхет өсөн генә яралғас.
«Көтә белгәндәргә һуң түгел» дә,
Йәшлек кенә көтөп тормай шул.
Юк шул уның туҡтар туҡталҡаһы
Йә үткәнгә юлын бормай шул.
Ҡала миңә бары йылдар буйы
Йырҙар менән күңел йыуатыу.
Бар ғүмерем минең — һине эҙләү,
Бар ғүмерем һине юғалтыу…
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар — ят та үл инде!..
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә, үҙең бел инде…
Алыҫ-алыҫ йондоҙ —
Һиңә ул ҡыҙ,
Төшөңдә лә осоп етмәҫһең.
Төшөңдә лә көнләр кешең барҙа,
Төш күрергә баҙнат итмәҫһең.
Тиҙерәк һүҙҙе ситкә күсерәһең,
Кисерәһең үҙең эсеңдән!..
Бер йылмайып ҡарауы ла уның
Оло бер туй яһай хисеңдә!
Оло бер туй!..
Ләкин был туйҙың бит
Һин кейәүе түгел — ҡунағы…
Күңелдә тик моңһоу бер йыр тыуа —
Етмәгәнме һиңә шул тағы!..
Бер йән инек, бергә көлгән инек,
Хәҙер инде бына беҙ — ике…
Беҙ икебеҙ инде ике яҙмыш,
Тик үткәндәр, бел һин, минеке!
Минеке— был уйҙар, ай-йондоҙҙар,
Минеке — был моңһоу тоноҡ һыу,
Минеке — был таныш яҡты һағыш,
Минеке — был ярһыу, болоҡһоу…
Үкенмәйем һине осратҡанға,
Булмағандан яҡшы — булғаны:
Һин минеке булып тыумаһаң да,
Һин минеке иттең донъяны!..
Туған тел.
Мин халҡымдың сәскә күңеленән,
Бал ҡортондай ынйы йыямын.
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер кемдән дә телем кәм тугел.
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм куңел!..
Халҡым теле миңә — хаҡлык теле, -
Унан башҡа минең илем юҡ.
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Ҡыш ҡылдары
Шығыр-шығыр ҡыш та үтеп бара, Тик урманды ҡылау һырыған. Үҙәгемә сасҡау үтмәһен тип, Ҡарағайға ҡайын һырыға…
Ә ҡыҙҙарҙың унда эше лә юҡ, Елдерәләр йылғыр саңғыла. Бәҫ-томанға сумып юғалғанда, Туҙып ҡала көмөш саң ғына.
Хыял ҡыҙҙың эҙҙәренә төшөп, Елдереү ҙә түгел еңелдән. Шуға, ахыры, өҙөлөрҙәй булып, Ҡыш ҡылдары үкһей күңелдә!..
Ҡыш әкиәте '
Сал ҡыш миңә ниҙер һөйләй, Мин шыуған һайын. Ә саңғыһыҙ шыуа күктән Нур ҡойған айым.
Әкиәттәге кеүек урман!.. Күгелйем төҫлө. Ҡарға сумған ҡарағайҙар Шундай хуш еҫле!
Гүйә, күктән ҡайындарға Яуған йондоҙҙар — Ем-ем килеп емелдәшә Елбәҙәк ҡарҙар.
Ә хыял-ҡыҙ, йәш боландай, Алдымдан елә. Ҡыуып етеп, көрткә үҙен Күмәһем килә.
Алһыу алма һымаҡ янған Уның биттәре, Бәҫ һарыған сәс толомон, Күҙ керпектәрен…
Тыйылғыһыҙ шатлыҡ менән Ҡыуам да ҡыуам. Юҡ, мин һине тапмайынса Һис тә туҡтамам!..
Тик һин төштә булһа ла кур Яңғыҙ эҙемде, «Яратам», тип ҡарға яҙған Ҡайнар һүҙемде!..
Донъя бөгөн миңә ап-аҡ ҡына, Ап-аҡ нурҙан күңел тулышҡан. Дәү бер эшем бөтөп ҡалған һымаҡ, Һауа шундай иркен һулышҡа.
Сасҡауҙан ер сатнап ярылғанда, Ярылырҙай булды йөрәгем Бурай-бурай бөгөн ҡарҙар яуа, Бәхет өйә, гүйә, көрәгем!..
Имен булыр быйыл, ер өшөмәҫ, Уранғастың аҡҡош тунына. Кейҙергәндәй булдым үҙем уны Һылыуымдың һомғол һынына.
Һүҙем бар
Елдәр булып иҫәм иҫкәндә, Гөлдәр булып үҫәм үҫкәндә: Һыуҙар булып ағам аҡҡанда, Тауҙар булып баҫам баҫҡанда.
Әйтер һүҙем — иҫкән елдәрҙә, Күрер күҙем — үҫкән гөлдәрҙә, Яҡты уйым — ағыр һыуҙарҙа, Мыҡты буйым — ғорур тауҙарҙа.
Ал ҡанымда ҡояш нуры бар, Йөрәгемдә ерҙең йыры бар, Күҙҙәремдә халҡым күҙе бар, Шуға минең әйтер һүҙем бар!..
Ғүмерем буйы мин бит яңғыҙым, Эҙләйем һине, яҡты йондоҙом. Юғалдың ҡайҙарҙа? Юл алдың ҡайҙарға? Һинһеҙ, йондоҙом, юлым бик оҙон…
Ниңәлер күпте көтә күңелем, Көткәнгә микән күпте киң илем! Дауыллы йылдарҙа, Бормалы юлдарҙа Мин еңел йөклө булмам, һөйөклөм!
Саҡыра тағы алыҫ юлдарым, Юлдашым минең — йөрәк моңдарым, Тынғыһыҙ көндәрҙә, Йондоҙһоҙ төндәрҙә Күрсе мин барын, яҡтырт юлдарым!
Мин дә булмам бер көн, дуҫҡайҙарым, Йәнем китер осоп күктәргә. Һеҙгә бары йырым ғына ҡалыр, Серем ҡалыр, бәлки, күптәргә.
Мин ер инем, ергә баҫҡан саҡта, Мин күк инем, күккә баҡҡанда, Мин ут инем, дөрләп ут янғанда, Мин һыу инем, йор һыу аҡҡанда.
Мин үткән дә, киләсәк тә булдым, Бөгөнгө лә — булдым бөтәһе! Тик бөтәһен нисек ҡалдырырға, Бөтәһенән нисек китәһе!..
- * *
Ҡолаҡ остарыңдан сай һыҙғырып, Елеп үтә, елдәй, замандар!.. Маңлайыңды улар, мең һыҙырып, Ҡанлы-данлы эҙҙәр һалғандар.
Эйе, күҙҙәреңә ҡан-йәш һаумай, Ҡан-йәш йотмай дан да килмәйҙер. Тик дан үҙе ҡанға һис һыуһамай, Ҡан ҡойоуҙы дан ул һөймәйҙер…
Ниңә килгәнбеҙ һуң был донъяға: Ҡанға буярғамы донъяны? Күмергәме әллә уны данға? — Уйла, кешем, уйла, уянып!..
Тәүге ҡар
Ҡыш килеүен ергә хәбәр итеп, Ойоҡһотоп яуа тәүге ҡар. Ойоҡһотоп яуған ошо ҡарҙа Күпме фиҙакәрлек, сафлыҡ бар!..
Ташлана ла шулай ҡара ергә Тәүге ҡарҙың тәүге бөртөгө. Төшөп етмәҫ борон иреп бөтә, Тере ҡалмайынса бөртөгө.
Тик күктән бит уның артынса уҡ Башҡалары ергә ташлана. Ә ҡара ер тотош аҡҡа сума… Һәр үҙгәреш шулай башлана.
Бөркөт
Ҡанатында — күктәр һалҡынлығы, Ҡарашында — тауҙар һағышы. Туңып ҡалған уның күҙҙәрендә Болоттар һәм йылдар ағышы.
Йоҡомһорап шулай төш күрәме, Сикһеҙ уймы упҡан бөркөттө! Ҡапыл бына уның хыялдарын Бала-саға шулай өркөттө.
Кемдер бына икмәк һондо уға. Ниндәй тәм ул тапҡан икмәктән? Оялғандыр, бәлки, үҙ затынан; Бөркөтмө һуң бөркөт ситлектә?
Әйтелмәгән борсолоу мин, Һүтелмәгән ҡаты бер төйөн, Асылмаған бер бөрө мин, Ҡысҡырмаған оран һәр көйөм.
Кил яныма! Мин йырлармын, Һәр нәмәлә табып көйөмдө. Асылырмын сәскә булып, — Һүт тик минең ҡаты төйөндө.
Бар болотоң таратырмын, Көндәй асырмын мин йөҙөңдө, Бул тик ғәҙел матурлыҡ һин, Һин табырһың миндә үҙеңде!.
- * *
Ни ғәләмәт, шашып йәшәйем мин, Көнөм — эштә, эштә — төндәрем. Йоҡо мине бик яратып етмәй, Таштан ҡаты, ятһам, мендәрем.
Ғүмер ҡыҫҡа!.. Донъя шундай матур, Артҡан һайын арта ҡәҙере. Барыһын да биреп ҡалыр кәрәк, Алмаҫ элек мине ҡәберем.
Тоям бына: ул көн килеп етер, Үтмәһәңсе бушҡа, ғүмерем: Һөйһәң, һөй һин үкенмәҫлек итеп, Эшләһәң һин, эшлә емереп.
Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән, Иң бөйөк көн әле ул алда. Килер ул көн, килер иң ҙур байрам, Туй яһарбыҙ шаулап урамда. Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм, Ярһыу атым янып йығылыр. Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй, Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр. Һөйләшһәләр әгәр туған телдә, Телгә алыр улар мине лә. Сөнки мин киләсәк менән бергә Һаҡлап саптым, телем, һине лә.
- * *
Уралып ятҡан Урал буйҙарынан Урап ҡайта алғыр уйҙарым. Армыт-армыт тауҙар итәгендә Күҙ алдымда һабан туйҙары. Һыны һылыу, һомғол, тороҡ, Һыу һөлөгө кеүек тайҙары. Күҙ күреме етмәҫ далаһына Ҡарап торам күҙем талғансы. Усым менән һирпеп һыуын эсәм Һыуһындарым минең ҡанғансы. Сылтыр-сылтыр серен сисә миңә, Телгә килеп, йәнле шишмәһе. Йән-тәнемде биреп тыңлағанда Ғәмем бөтә, куңел нишләһен? Күңелемде арбап сәскәләре Күҙҙең яуын алып бағалар. Әйтерһең дә, әйлән-бәйлән уйнай Күҙ алдымда бала-сағалар. Көтөү-көтөү йөрөгән болоттарын Ҡарап ятыу үҙе йәннәттер. Аҫтарыңа йәйгән күк үләне Донъялағы иң бай зиннәттер. Йоп ҡалдырып беҙҙең икебеҙҙе, Йәнебеҙҙе ул бит бер иткән. Ил инәһе булып тыуған еркәй Һине — әсә, мине ир иткән.
Февраль. Буран.
…Ышанмағыҙ февраль буранына. Бер яуыз уй юҡтыр уйында… Күпме генә шашып дуламаһын, Яҙ һылыуы уның ҡуйынында.
Был донъяла булыр барыһы ла, Һинең менән бары мин булмам. Бына ниндәй үкенестәр бар бит − Ҡалай үлмәк кәрәк, күҙ алмам… Түҙалмам мин ләкин, түҙалмам…
Яндырылған хаттар.
«Хат башы» һәм «Яҙ ҡаршы»лар менән
«Урал тауҙарындай сәләмдәр»
Бәләкәйҙән минең күңелемә
Тылсымлы һүҙ булып һеңгәндәр.
Ул хаттарҙы атай яҙа ине,
Яҙа ине һуғыш ҡырынан.
Ҡош телендәй ошо өскөл хаттар
Бөтә ине һәр саҡ йыр менән…
Һуғыш бөттө. Еңеү көнө килде.
Беҙҙең атай һаман ҡайтманы.
Ҡайтҡан имеш, тиеп, төштә күрҙек,
Ә өндә ул һаман ҡайтманы.
Тик-тик,
типте атай йөрәге,
Тик йөрәге - беҙҙең йөрәктә.
Типте йөрәк,
Беҙ атайһыҙ үҫеп йөрөһәк тә…
Ярты ауыл ирҙәр ҡайтманы.
Ҡарлуғастай осоп ҡайтҡан хаттар
Йылдар буйы ятты һандыҡта.
Илай-илай инәйҙәрҙең
Һуҡырайҙы күҙҙәре.
Әбейҙәр көтөп көмрәйҙе,
Әсәйҙәр әбей булды. Көттө...
Тик атайҙар ҡайтманы.
Ҡарлуғастай осоп ҡайтҡан хаттар Йылдар буйы ятты һандыҡта.
****************************
Юҡ, намыҫты данға алыштырмам,
Юҡ, алданмам арзан даныма.
Мин янырмын ғәҙеллекте яҡлап,
Ҡәләмемде манып ҡаныма.
Һәр нәмәне халҡым зиһене менән,
Халҡым күҙе менән күрермен.
Кәрәк булһа, илем, телем өсөн
Ғәзиз ғүмеремде бирермен!
Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн мин,
Янған өсөн яла яғылыр.
Ялған һыйыныр ер булмаһа ла,
Яласылар әле табылыр…
Тик теҙләнмәм улар алдында мин!
Маҡсатымдың иң, иң алыҫын
Яҡын күрер күҙем. Һәм күҙемдә
Балҡып яныр ғорур намыҫым!
***********************************
Һау бул, Өфөм!
Алып китәм һине йөрәгемдә -
Алыҫ ҡалһалар ҙа уттарың.
Ҡапланһам да вагон тәҙрәһенә,
Ҡулын болғап ҡалған дуҫтарым
Күренмәйҙәр… Тик уйҙарым ғына
Таныш урамдарҙан саптылар.
Хәтерләнем, Өфөм, бер мәл һиңә
Тәүге ҡабат килгән саҡты ла.
Ҡоллоҡ алып килмәһен, тип, фашист,
Ҡалмаһын, тип, утта Ватаным,
Шул юлдарҙан атай яуға китте -
Шул юлдарҙан кире ҡайтманы…
Шул юлдарҙан вагон түбәһендә
Китаптарым йөкмәп арҡама,
Килеп төшкәйнем мин һиңә, Өфөм,
Ҡыҙарып ҙур ҡояш ҡалҡҡанда.
Ялан аяҡ үргә күтәрелдем,
Һәм ҡалманым сит бер ҡулдарҙа.
Беҙгә тормош үгәй булмағанда,
Кешеләр һис етем булмайҙар…
Бөтә яҡшылығың өсөн, Өфөм,
Ҙур-ҙур рәхмәт һиңә улыңдан!
Мин дә һине үҫтерермен, ҡалам,
Килгән тиклем көсөм, ҡулымдан.
Килһәң дә һин, Өфөм, йөрәгемдә
Алыҫая бара уттарың.
Ҡараһам да вагон тәҙрәһенән
Ҡулын болғап ҡалған дуҫтарым
Күренмәйҙәр.. Тик уйҙарым ғына
Өфөмә һәм Мәскәү яғына
Йүгерәләр… Һау бул, Өфөм, һау бул!
Институтка инде ашығам.
Мин ҡайтырмын һиңә яңынан!
*******************************
Беҙ киләбеҙ дүртәүләп,
Өҫтөбөҙгә ҡар яуа,
Ҡар ҙа яумай өҫтөбөҙгә,
Ваҡ-ваҡ йондоҙҙар ауа.
Ваҡ-ваҡ йондоҙҙар ауа,
Баш әйләнгес саф һауа.
Туҡай йыры
һымаҡ яҡын,
Янған йөрәккә дауа…
Беҙ йырлайбыҙ
туған телде,
Өҙөлгән өмөттәрҙе…
Күрһә икән Туҡай үҙе
Бөркөттәй егеттәрҙе!..
Яңы донья
Ҡыҙым тыуҙы. Ҡыҙым менән бергә
Тыуҙы ҡыҙыҡ яңы бер донъя.
(Ул ҡыҙҙарҙы минән тартып алып)
Тик үҙенә мине арбаны.
Яңы донья тыуҙы. Баштан-аяҡ
Алыштырып ҡуйҙы ул донъя.
Ул яратып мине, үҙен яраттырҙы,
Биләп алды бөтә барлыҡты.
Күрәһең, тик миңә кәрәк булған,
Сәскә кеүек сабый һөйөүе…
Керһеҙ, тоғро сабый һөйөүе…
Донъя ҡалай ҡыҙыҡ һиңә,
ҡыҙым,
Донъя һиңә ал да гөл генә.
Бер ниндәй ҙә әле ғәм заты юҡ,
Йүгер ҙә һин, уйна, көл генә.
********************************************
Һин күрмәҫһең, иркәм,
Бер ҡасан да
Ҡайғырғанда минең йәшемде.
Мин ҡайғымды
Тештәремә ҡыҫып,
Дауам иттерермен эшемде.
Бына шул мәлдә һин
Һүҙһеҙ генә
Аңлап ал да күҙҙән күңелемде,
Наҙлы ҡулың менән
Был ҡайғымды
Күкрәгеңә ҡыҫ һин үҙеңдең.
Башҡа миңә
Бер ни кәрәк түгел,
Ауыр саҡта миңә шул етә.
Һәм, минеңсә,
Тик шул биҙәй һине,
Тик шул ғына ирҙе ир итә.
*****************************************
Китап сыҡты. Иң ғазаплы китап,
Ташҡа ырып яҙған китабым.
Белмәйем дә, уның өсөнсөһөн
Яҙырмынмы икән мин тағын?..
Быныһына ярты ғүмер китте,
Китте йәшлек, китте бар хисем,
Китте генәме һуң? Бер сабыйҙың
Һәләк иттем ғүмерен йыр өсөн.
Етмәһә һин уны. Лилиәмә,
Һанға һуҡмай хисен атаның,
Ят бер исем бирҙең. Иҫтәлеген
«Таш сәскә» тип шуға атаным…
Төҙөүсе дуҫҡа
Бер һүҙем бар, төҙөүсе дуҫ,
Тик белмәйем нисек әйтергә.
Был һүҙемде һин аңлаһаң ине,
Алһаң ине көн дә хәтергә.
Һинең кеүек, мин дә ер кешеһе,
Ҡатыным бар, ике балам бар.
Биш йыл уҡып, ярһып эшкә ҡайтҡан
Һин төҙөгән иркен ҡалам бар.
Тик юҡ минең ошо үҙ ҡаламда
Тар ғына бер ҡуныр урыным.
Өс йыл инде төрлө хужаларҙың
Ишектәрен шаҡып арыным.
Сабыйымдың күк ҡулдарын күреп,
Күңелем туңа һалҡын ҡыштарҙа…
Ҡоштоң да бар үҙ ояһы, тиеп,
Мин көнләшеп ҡуям ҡоштарҙан…
Йырҙарыма ҡайтам
Ҡайтам! Ҡайтам!
Йырҙарыма ҡайтам!
Ҡалып тор, һин, гүзәл башҡалам,
Минһеҙ ҙә бит бер ни булмаҫ һиңә,
Һин шауларһың минән башҡа ла!
Ә мин?
Юҡ, башҡаса… булмай!
…Мин тик ҡайтам,
ҡайтам ауылға –
Тыуған тауҙарыма, ҡырҙарыма,
Ел - ямғырға, буран - дауылға,-
Мине кеше иткән кешеләргә,
Улар менән бергә эшләргә,
Бергә ҡыуанырға, ҡайғырырға,
Бер һүҙ менән әйтһәң - йәшәргә.
Ауылдаштар
Ҡайттым. Бөтәһе лә яңы бында:
Яңы урам, яңы буралар.
Яңы йәштәр яңы йырҙар йырлай,
Яңысараҡ тормош ҡоралар,
Яңысараҡ сәсә, уралар…
Илгә ҡайтып һәйбәт иткәнһең, тип,
Ҡайтыуымды хуплай бабайҙар.
Тик, ниңәлер, йәштәр генә миңә
Бер шикләнеү менән ҡарайҙар,
Ҡырыҫыраҡ хатта малайҙар.
Имеш, ялға ғына ҡайтҡанмын да
Китәсәкмен тиҙҙән ҡалаға.
Юҡ, дуҫтарым мин бит шул уҡ һаман,
һаман миндә шул уҡ ҡан аға,
Шул уҡ күҙем баға донъяға…
Мин һынатмам, тик һеҙ һынатмағыҙ,
Ә шикләнеү минән - урынһыҙ:
Мин һеҙҙеке, сөнки һеҙ минеке,
Һағыныуым, күңел нурым һеҙ,
Йырланасаҡ матур йырым һеҙ!..
Шағир
(Туҡай ҡәбере эргәһендә уйланыу)
Шиғыр яҙҙы шағир аслы-туҡлы,
Туйындырҙы илһам баҡсаһы.
Тик бурысын түләргә лә уның
Етмәне шул тапҡан аҡсаһы!..
Ләкин шағир башын эйәме һуң?
Яҙҙы, һыҙҙы, көн-төн эшләне.
Күҙ алдары уның томаланһа,
Тик иренен генә тешләне.
Ҡанһыҙ ине көйгән ирендәре,
Хәлһеҙ ине кипкән ҡулдары.
Хәйләһеҙ бер сабый һымаҡ уны
Йыуатты тик яҙған юлдары…
Ул һиҙмәй ҙә ҡалды - йөрәк ҡанын
Алтын итеп һыҡҡан эттәрҙе,
Өҙгөләне улар ҙур йөрәген уның
Һәм ҡәбергә илтеп этәрҙе…
Ҡулы бығауланған әсә кеүек,
Халҡы ғына ҡалды тилмереп.
Халҡы ғына йырын алып сыҡты,
Донъя ситлектәрен емереп.
Ләкин белмәй шағир: кем һуң уның
Сәскәләргә биҙәй ҡәберен.
Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта
Белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен!
*******************************
Барлыҡ йыуанысым шиғырҙарҙа,
Бар бәхетем халҡым телендә.
Халҡым ҡалһа, әле мин ҡалырмын,
Һүҙем йәшәр әле илемдә.
Эш эҙләйем артыҡ һүҙ ҡуйыртмай,
Беҙҙән дә бер ҡалһын ир һүҙе.
Ә ҡалғанын халыҡ хөкөм итһен,
Хөкөм итһен заман, ер үҙе…
Көҙ нағышы.
Йәй - йән күрке.
Тотош хазина - ҡыш.
Яҙ - һабантуй.
Моңһоу - көҙ генә.
Көҙҙөң тымыҡ
һары нағышына –
Һағышына
көҙҙөң түҙ генә!..
Ә шулай ҙа көҙҙә
күпме йәм бар,
Тел теймәһен,
зинһар, көҙөмә.
Осар ҡоштар
сәфәр сыҡҡанда, мин
Асылыма ҡайтам
- үҙемә.
Япа-яңғыҙ йөрөп
урмандарҙа,
Һемергәндәй
утлы ялҡынды,
Мул емешен
йыя көҙөн кеше
Ҡояш һымаҡ алтын
аҡылдың!
Йүрүҙән ҡаҙҙары.
Ҡояш байып, инде күҙ бәйләнде,
Киске эңер күмде ауылды,
Күтәрелеп килгән ай янына
Һанһыҙ йондоҙҙар ҙа ҡабынды.
Тау башында, Йүрүҙәнгә ҡарап,
Тулҡын моңон тыңлап ултырам.
Ай нурҙары алтын һуҡмаҡ булып,
Тулҡындарҙа ята ҡалтырап.
Әйтерһең дә, минең бала сағым
Шул һуҡмаҡтан ҡайта йүгереп,
Йә ул унда йәрә һалып йөрөй,
Йә ҡыйҡыулай атын йөҙҙөрөп.
Йә ул, усаҡ яғып, яр буйында
Әкиәтен тыңлай һалсының,
Йә ул елдәй саба, тайҙар көтөп,
Һелтәй-һелтәй йылан ҡамсыһын.
Йөрәгемә барыһы, барыһы яҡын,
Тәүге һулыш биргән төйәгем,
Илкәйемдең изге ере итеп,
Һөйгән йәрҙәй, һине һөйәмен…
Ҡапыл, ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ ҡаңҡылдашып,
Баш осомдан ҡаҙҙар остолар,
Шәүләләре бер ҡат өйөрөлдө лә
Көмөш тулҡындарҙы ҡостолар.
Субыр-субыр килеп, һыуға сумып,
Ҡанаттарын елпеп ҡуялар,
Әллә улар һыуҙы һағынғандар,
Әллә мин килгәнде тоялар?..
Ҡаҙҙар һис тә һыуһыҙ йәшәй алмай,
Хатта төндә килеп ҡағына.
Улар, ахыры, Йүрүҙәнкәй буйын
Мин һағынған кеүек һағына.