Эстәлеккә күсергә

Фекерләшеү:Ғиззәтуллина Зөләйха Тәхәү ҡыҙы

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Зөфәр бей ВК-ҙа тәҡдим менән сыҡты:

Критерии значимости тигән төшөнсә бар. Әһәмиәтлелеге байынса Ғиззәтуллина Зөләйхә Тәхәү ҡыҙы википедияға үтмәй. Викидәреслеккә күсерергә мөмкин.

Килешеп бөтмәйем. БашВикила критерий значимости шарттары әле раҫланмаған. Урыҫҡа күҙ һалабыҙ, әлбиттә. Әммә мотлаҡ уларҙыҡынса булырға тейеш тимәгән, сөнки башҡорт викийәмғиәте әле критерий значимости шарттарын раҫламаған. Әлегә һәр конкрерт осраҡты ҡарап, тикшереп дөйөм ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Был осраҡта ла шулай итәйек. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:22, 7 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Зөфәр бей, Рөстәм Нурыев! Урыҫ телендәге Викиҙа Әһәмиәтлелек талаптары ныҡ сикле булырға тейеш: кеше һаны - океан-даръя! Башҡорт Викиһы иһә үҙебеҙ өсөн әһәмиәтле шәхестәрҙе күтәрергә тейеш, шуның өсөн бер аҙ иркенлек биреү мөһим. Мәҡәлебеҙгә күҙ һалһаҡ - Бәләкәй күлдең балығы ла бәләкәй, беҙҙә океан балығы булмай! Күлебеҙгә күрә балығы! Шуларҙан эрерәген һайлайбыҙ инде, егеттәр!)))--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 04:38, 7 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • 1) Зөләйха исеме һуңында күберәк А менән йөрөй, Зөләйха тип алайыҡ. 2) Был апайҙы викиға индерерлек ике етди нигеҙ бар: беренсенән, ғүмер буйы түшәк инвалиды булған яҙыусыны ҡараған; икенсенән, яҙыусы романы һәм Назар Нәжми поэмаһы героиняларының прототибы булған. Alfiya55 (әңгәмә) 04:47, 7 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Йыш ҡына ҡағиҙәләрҙе беҙ үҙебеҙ яҙабыҙ ҙа, үҙебеҙ шуның ҡоло булып китәбеҙ.Хөкүмәт, айырым власть әһелдәре биргән баһаламанан тыш, халыҡ баһаламаһы бар. Күпме күренекле кешеләребеҙ чиновник баш-баштаҡлығынан ғына ҡыйырһытылыуға эләгеп, тейешле баһаһын ала алмаған. Ғиззәтуллина Зөләйхә Тәхәү ҡыҙы иренә йәшәргә шарттар тыуҙырыусы ғына түгел.Теләһә ул хаҡлы рәүештә иренең китаптарына үҙен авторҙан итеп ҡуя алыр ине. Бында башҡорт ҡатынының баҫалҡылығы ярылып ята. (Һәҙиә (әңгәмә) 09:55, 7 апрель 2018 (UTC))[яуап бирергә]

Әссәләмәғәләйкүм!Хәҙер иҫләмәйем инде, ниндәй баҫмала булғанын (Бәлки, "Башҡортостан ҡыҙы"нда булғандыр. Ҙур ғына мәҡәлә сыҡты Ғиззәтуллиндәр ғәиләһе, улар үткән һынауҙар тураһында.Ҡапыл ғына билдәле яҙыусы булып китмәгән ире.Дан тигәне лә күктән килеп төшмәгән.Әлеге быуынды әйтә алмайым, беҙҙең һәм беҙҙең атай-әсәйҙәр быуыны өсөн был апай дандың үҙе булды.Уны белмәгән кеше юҡ ине. Беҙгә фәһем өсөн ҡаһармандарҙы ситтән эҙләйһе түгел. Ана шул мәҡәләне табып, Викидәреслеккә ҡуйыр кәрәк ине.Хәтерҙәрҙе яңыртып алыу өсөн.

  • Эйе, 90-сы йылдарҙа, "Башҡортостан ҡыҙы"нда уның ҡатын-ҡыҙ батырлығы тураһында бик эстәлекле мәҡәлә бар ине. Әҙәбиәт бүлегендә шуны күрһәтер кәрәк ине, тип уйлап ултыра инем мин дә. Аҡҡашҡа
  • Тағы ла! Иғтибарлыраҡ булһаҡ ине: «хәҙерге Ишембай районы Үрге Әрмет ауылында тыуған» һәм «хәҙерге Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылында тыуған». Ҡайһы дөрөҫ һуң? Юл аша ғына ике төрлө яҙылыш. Үҡытыусы - хәреф хаталарын әйтеп тә тормайым. Кем төҙәтеп ултырырға тейеш һуң уларҙы? --Айсар (әңгәмә) 10:14, 7 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ғәйеп миндә, мин был мәҡәләне төндә уянып, ултырып яҙҙым. Көндөҙ ваҡыт булманы. ул әле әҙер түгел. Ары эшләргә кәрәк. Ҡул аҫтында ҡына етерлек материал юҡ. Китапханаға барып килермен.
  • Һаумыһығыҙ! Минең бер һорауым бар. Зөләйхә (а) исеме төрлөсә яҙыла. Нисек яҙырға һуң уны? Кемдер Зөләйха тип төҙәткән.Иҫке китаптарҙа Зөләйха тора.--Шәһәрбаныу (әңгәмә) 12:22, 10 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Зөләйха исеме яҙылышы

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Таңһылыу Кусимова апайҙың "Башҡорт исемдәре" китабында ЗөләйхА тип А менән яҙылған. Ғәрәп телендә был исем ҡаты Х менән яҙыла, яҙылыш шуға бәйле. Ә бына Зөләйфә - Ә менән, сөнки Ф - нәҙек тартынҡы. Шул уҡ ваҡытта шәхес үҙе нисек йөрөткәненә лә иғтибар итергә кәрәк. Нурия Абдуллинаның атаһының исемен Нәсибулла тип яҙып сығарып торғандар, ә ул миңә Насип һүҙенән Насибулла тип яҙҙы. Тайпылған осраҡтар булыуы бик мөмкин--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 15:15, 16 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]

✔ Эшләнде --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 03:50, 25 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]