Эстәлеккә күсергә

Фекерләшеү:Ғүҡбә мәсете

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡатнашыусы:Aidar254,Ҡатнашыусы:Зөләйха,Ҡатнашыусы:Ләйсән,Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев, Ҡатнашыусы:ZUFAr ! Ислам тарихы буйынса мәҡәләләр яҙғанда ғәрәпсә яҙылышына иғтибар итергә кәрәк, сөнки ғәрәп һүҙҙәрен тулыһынса тиерлек башҡортса транскрипция менән бирергә була. (ғайн өнөнән башҡа - уны ла Ғ итеп бирергә була).

Был осраҡта Ғүҡбә һүҙендә ап-асыҡ Ғ хәрефе тора, унан ғәрәп телендә ҡаты өндәр, йәғни, А менән яҙылған осраҡтар бик әҙ. Б хәрефе һәр саҡ йомшаҡ өн бирә.

Унан, төрлө династиялар, мәҙһәбтәргә бәйле төшөнсәләргә лә иғтибар кәрәк. Мәҫәлән, сөнниҘәр (сөнниттәр түгел), мәликиҘәр (мәликиттәр түгел), әғләбиҙәр (аглабиттар түгел), меликатство түгел - мәликилек һ.б.

Тәржемә лә ашыҡ-бошоҡ эшләнгән. Калькалар матурлыҡ өҫтәмәй. Бер кем дә һүҙмә-һүҙ тәржемә талап итмәй бит, ә Башвикиҙағы мәҡәләләрҙә йыш ҡына телебеҙҙе ғәрипләгән калькалар осрай.--Guram52 (әңгәмә) 04:54, 2 июль 2018 (UTC)[яуап бирергә]