Фекерләшеү:Ғәлина Рафиға Арыҫлан ҡыҙы
Уҡыу көйләүҙәре
«Ғәлина Рафиға Арыҫлан ҡыҙы» мәҡәләһен ҡатнашыусы Рәшиҙә Ғизәтуллина |
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Галина, Рафига Арслановна» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. 23 октябрь 2016 |
- Наградаларҙы бүләктәре тип алып, бәҫен төшөрмәгеҙ әле! Бүләк - подарок, төймә лә бүләк, дөйә лә бүләк! Ә награда - бүләктең дәрәжәлерәк икәнлеген белдерә бит.--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 06:31, 27 октябрь 2016 (UTC)
- Бер килешкәйнек: «Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре» тип алырға. Артистарға башлыса маҡтаулы исемдәр бирәләр, «награда» тиһәң - тәү сиратта орден-миҙал күҙ алдына килә түгелме? «Башҡа бүләктәре» - төрлө конкурс лауреаттары, гран-при һ.б. Орден-миҙал бик һирәктәренә эләгә бит... Между прочим, Раян һ.б әйтмешләй, һүҙлектәр «награда»ны - «бүләк» тип бирә. --Айсар (әңгәмә) 06:39, 27 октябрь 2016 (UTC)
- Төрлө конкурстар, әгәр улар район кимәлендә икән, бүләк була ал, әммә Википедияға яҙылған кешеләр ундай кимәлде күптән үткән, улар ҡатнашҡан конкурстар кәмендә республика, Рәсәй кимәлендә. Күпселектә, Халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашалар. Ундай кимәлдә бүләк бирмәйҙәр, наградлайҙар. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 06:45, 27 октябрь 2016 (UTC)
- Кәрәкмәгән урындарҙа тәржемәләүгә, бигерәк тә яһалма «башҡортлаштырыуға» ҡаршымын, әммә бында «награда»ны һүҙлектәргә ярашлы «бүләк» тип алыу бара тип һанайым. Әҙерәк уйлап йөрөһәң - өйрәнелә ул... --Айсар (әңгәмә) 06:55, 27 октябрь 2016 (UTC)
- Ярай, улайһа, Ләйсән әйтмешләй, пенсияға сыҡҡас, Алла бойорһа, кире төҙәтергә лә эш ҡалһын))))--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 07:12, 27 октябрь 2016 (UTC)