Эстәлеккә күсергә

Фекерләшеү:Үтәбай-Кәрими Рауил Алексей улы

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡатнашыусы:Айсар, Үлгән кеше тураһында үткән заманда яҙырға кәрәк тип һанайым. Төҙәтмә менән килешмәйем. Исем ҡылым урынлы түгел. Калька ул - тәржемә итеүсе.--Guram52 (әңгәмә) 13:16, 31 август 2018 (UTC)[яуап бирергә]

  • Ә мин һеҙҙең фекер менән бөтөнләй килешмәйем. Бында үлеү-үлмәү бер нисек тә тәьҫир итмәй, тере ваҡытта ла, үлгәс тә ул тәржемә итеүсе булып ҡала, шулай уҡ преамбуланың дөйөм контексы нәҡ шуны талап итә, ә икенсе форма (тәржемә иткән) - бында бөтөнләй килешмәй ҙә, йәбешмәй ҙә. "Һанайым" тигәнгә ҡаршы тел ҡағиҙәләре лә бар бит, кальканың миҫалдары икенсе булған кеүек: Академия при Президенте - Президент ҡаршыһындағы Академия; машиностроительный завод - машиналар төҙөү заводы; гусеничный трактор - ҡарышлауыҡлы трактор һ.б. --Айсар (әңгәмә) 16:27, 31 август 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ҡатнашыусы:Айсар, әлбиттә ул тәржемәсе булып ҡала, әммә бөгөн тәржемә итеп ятмай. Тәржемә итеп ҡалдырған. Ә тәржемә итеүсе - ул хәҙергә заман тип ҡабул ителә. Ошо хаҡта хатта фәнни рефераттар бар. Ҡайҙан килеп инде ул беҙгә ошо нәмә, хәҙер бит үткән заман ҡылым формаһы бөтөнләй бөттө!--Guram52 (әңгәмә) 18:24, 31 август 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡымаһам һәм башҡорт теле буйынса диплом яҙмаһам, килешер инем был фекер менән. --Айсар (әңгәмә) 18:43, 31 август 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Айсар, ауыл кешеләре филфак бөтмәй ҙә телде дипломлыларҙан яҡшыраҡ белә, сөнки ҡағиҙәләр менән боҙолмаған. Дипломлы булыу - ул барыһын да белеү тигәнде аңлатмай. Хәҙер шул филфак ҡағиҙәләре буйынса һөйләшеп, йәштәр тотош тәбиғилекте юғалтып бөтөп бара. Ғәрип телгә әйләнде матбуғат теле! Тел ҡағиҙәгә түгел, ҡағиҙә телгә эйәрергә тейеш!--Guram52 (әңгәмә) 07:41, 1 сентябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]