Федерико Феллини

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Феллини Федерико битенән йүнәлтелде)
Федерико Феллини
Federico Fellini
Тыуған көнө

20 ғинуар 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны

Римини

Вафат көнө

31 октябрь 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (73 йәш)

Вафат урыны

Рим

Гражданлығы

Италия Италия

Һөнәре

кинорежиссёр, сценарист

Карьераһы

19451992

Наградалары «Оскар» (1956, 1957, 1963, 1974, 1993)
«Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Ҙур тәре
«Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Ҙур тәре
IMDb

ID 0000019

federicofellini.it

 Федерико Феллини Викимилектә

Федери́ко Фелли́ни (итал. Federico Fellini; 20 ғинуар 1920(19200120), Римини — 31 октябрь 1993, Рим) — Италия кинорежиссёры. 5 тапҡыр «Оскар» премияһын яулаған. Хөрмәтенә Римини аэропорты исемләнгән.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иртә йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Fellinichild.jpg
Феллини ғаиләһе

Федерико Феллини 1920 йылдың 20 ғинуарында Римини ҡалаһында тыуған. Уның ата-әсәһе, Урбано Феллини (1894–1956) һәм Ида Барбиани (1896–1984), 1918 йылда Римдә өйләнешә, шунан һуң Римини ҡалаһына күсеп килә, унда атаһы коммивояжёр булып эшләй башлай. Федериконан һуң ғаиләлә тағы ике бала, Рикардо (1921–1991) һәм Мария Маддалена (1929–2002) тыуа.

Федерико сырхау бала була. Бала сағында тамашалар ҡуйырға ярата: битлектәр әҙерләй, ҡурсаҡтарҙы биҙәй, костюмдар тегә. Уға гастролдәргә килгән цирк ҙур йоғонто яһай.

Федерико Фаола монастыр мәктәбен тамамлап, классик белем ала. 1937 йылда Флоренцияға килә, унда репортёрға уҡый һәм үҙенең танышы Демос Бонниниҙың «Фебо» фирмаһында карикатурасы булып аҡса эшләй. 1938 йылда Феллини Рим ҡалаһына килә. Вокзалдан алыҫ түгел, сауҙа итеүсе ҡытайлылар, бурҙар менән йәнәш йәшәй. Үҙенең ябыҡлығы арҡаһында Федерико «Ганди» ҡушаматы ала. Был ваҡытта ул гәзит һәм журналдар өсөн һүрәттәр эшләп, йәшәр өсөн аҡса таба, варьете, реклама һәм ҙур булмаған радиопостановкалар өсөн текстар яҙа.

1938 йылдан 1942 йылға тиклем Феллини үҙенең антифашистик ҡараштары менән билдәле «Марк Аврелий» тип аталған атаҡлы юмористик журналда баҫтырылып сыға. Уға сценарий яҙырға тәҡдим иткәндәренә тиклем уның ете йөҙгә яҡын әҫәрҙәре донъя күрә.

Хәрби йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Армияла хеҙмәт итеүҙән ҡасыу өсөн, Федерикоға ауырыу булып ҡыланырға тура килә.

1943 йылда Рим радиоһының береһендә Федерико Феллини яҙған ғашиҡтарҙың — Чико һәм Полинаның тормошо тураһында мәҙәкле тапшырыу яңғырай. Тиҙҙән уға был тарихты экранда күрһәтергә тәҡдим итәләр, һәм Феллини постановканы үҙ өҫтөнә ала. Башҡарыусыларҙың береһе булып сибәр Джульетта Мазина була. Ул Федерико Феллиниҙың берҙән-бер ҡатыны булып китә. Ул уны үҙенең илһамының төп сығанағы тип атай.

Туйҙан һуң бер нисә аҙна үткәс, Джульетта ауырға ҡала, ләкин осраҡлы йығылыуҙан һуң бала төшә. 1945 йылдың мартында парҙарҙың улы тыуа, уға атаһы хөрмәтенә Федерико тип ҡушалар. Әммә бәләкәй Федерико бик сибек була һәм тыуғандан һуң ике аҙна үткәс үлә. Ғаиләнең башҡа балалары булмай.

Ижади йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рим ҡалаһына союздаш ғәскәрҙәр ингәндә, Феллини үҙенең дуҫы менән ҙур булмаған кибеттә еңеүселәргә шарждар менән сауҙа итә. Бер ваҡыт уларға Роберто Росселлини килә. Ул дон Морозини- немецтар тарафынан атып үлтерелгән рухани тураһында ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөргә йыйына. Феллинитеманы киңәйтә һәм Серджо Амидеи һәм Роберто Росселлини менән бергә «Рим — открытый город» фильмына сценарий яҙа. Уңыш ҙур була. Фильм неореализмға башланғыс була. Федерико билдәле сценарий яҙыусы булып китә. Феллини тағы бер нисә сценарий яҙа, мәҫәлән, Роберто Росселлиниҙың «Пайза» фильмына. Шулай уҡ Феллини 1948 йылда Росселлиниҙың «Любовь» лентаһында төшә.

1950 йылда Федерико Альберто Латтуада менән бергә «Огни варьете» тип аталған фильм ҡуя. Феллин яңы «Белый шейх» фильмы өсөн (1952) сценарий яҙа, уның режиссёры Антониони булырға тейеш була, әммә тегенеһе был сценарий буйынса төшөрөргә баш тарта. Шуға күрә Феллини фильмды үҙе төшөрә. Был фильм уңыш ҡаҙанмай, әммә киләһе ике — «Маменькины сынки» һәм «Любовь в городе» (икеһе лә — 1953 йылғы) тамашасы һәм тәнҡитселәр тарафынан йылы ҡабул ителә. «Маменькины сынки» Венеция кинофестивалендә 1953 йылда «Көмөш арыҫлан» премияһын ала һәм иң үҙенсәлекле сценарий булараҡ «Оскар» премияһына номинациялана.

Юл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1949 йылда әле Федерико Феллини «Дорога» фильмына сценарий яҙған була, әммә уны төшөрөү өсөн аҡса таба алмай. Ниһайәт, продюсер табылғас, Феллини 1953 йыл аҙағынан 1954 йылдың яҙына тиклем эште башлай, ваҡыттың күп өлөшөн тәбиғәттә төшөрә. Төп ролдәрҙә үҙенең ҡатыны Джульетта Мазина һәм актёр Энтони Куиннды төшөрә. Был фильмдың эшенән һуң Феллиниҙың психик һынылыш булып ала, уны режиссёр үҙе һуңынан «Күңел Чернобыле» тип атай. Бөтә тырышлыҡтар өсөн бүләк булып фильмдың тулы һәм бер һүҙһеҙ уңышы тора. Илленән ашыу бүләк, шулар иҫәбендә Венеция кинофестивалендә «Көмөш арыҫлан» һәм 1957 йылда иң яҡшы сит ил фильмы өсөн «Оскар» премияһы. Итальян режиссёрының көсө һәм таланты буйынса иҫ киткес әҫәре реализмдан символик мәҫәл яғына китеүҙе билдәләй; бөгөн дә һис һүҙһеҙ кинематография шедевры булып ҡала. Фильм коммерция уңышына ла эйә була, был Феллиниға бик зиннәтле йәшел Рим районының Париоли ҡалаһында яҡшы фатир алырға мөмкинлек бирә.

Фильмография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
1950 ф Огни варьете Luci del Varietà режиссёр (Альберто Латтуада менән берлектә), сценарист
1952 ф Белый шейх Lo Sceicco Bianco режиссёр
1953 ф Маменькины сынки I Vitelloni режиссёр, сценарист
1954 ф Дорога La Strada режиссёр, сценарист
1955 ф Мошенники Il bidone режиссёр, сценарист
1957 ф Ночи Кабирии Le notti di Cabiria режиссёр, сценарист
1960 ф Сладкая жизнь La Dolce Vita режиссёр, сценарист
1963 ф Восемь с половиной режиссёр
1965 ф Джульетта и ду́хи Giulietta degli Spiriti режиссёр, сценарист

Ҡалып:ВдФильме

1969 ф Сатирикон Феллини Fellini — Satyricon режиссёр, сценарист

Ҡалып:ВдФильме

1970 тф Клоуны I Clowns режиссёр, сценарист, төп роль
1972 ф Рим Fellini Roma режиссёр, сценарист
1973 ф Амаркорд Amarcord режиссёр
1976 ф Казанова Федерико Феллини Il Casanova di Federico Fellini режиссёр, сценарист
1978 ф Репетиция оркестра Prova d’Orchestra режиссёр, сценарист
1980 ф Город женщин La Citta' delle Donne режиссёр, сценарист
1983 ф И корабль плывёт… E la Nave Va режиссёр, сценарист
1986 ф Джинджер и Фред Ginger e Fred режиссёр, сценарист
1987 ф Интервью Intervista режиссёр, сценарист
1990 ф Голоса Луны La Voce della Luna режиссёр, сценарист

Киноальманахтарҙа эпизодтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Приздар һәм премиялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1957 — Сит телдә иң яҡшы фильм өсөн «Оскар» пермияһы, («Дорога»)
  • 1958 — Сит телдә иң яҡшы фильм өсөн «Оскар» пермияһы, («Ночи Кабирии»)
  • 1960 — «Сладкая жизнь» фильмы өсөн Канн кинофестиваленең «Алтын палма ботағы»
  • 1963 — «Восемь с половиной» фильмы өсөн Мәскәү кинофестиваленең төп призы
  • 1964 — Сит телдә иң яҡшы фильм өсөн «Оскар» пермияһы, («Восемь с половиной»)
  • 1966 — «Джульетта и духи» фильмы өсөн «Алтын Глобус» премияһы
  • 1976 — Сит телдә иң яҡшы фильм өсөн «Оскар» пермияһы, («Амаркорд»)
  • 1977 — «Казанова» фильмында иң яҡшы костюмдар дизайны өсөн Оскар премияһы
  • 1978 — «Казанова» фильмы өсөн BAFTA премияһы
  • 1985 — Кино сәнғәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн Венеция кинофестиваленең Почётлы алтын арыҫланы
  • 1987 — «Интервью» фильмы өсөн Мәскәү кинофестиваленең алтын призы
  • 1990 — Император премияһы (Япония)
  • 1993 — «Кино сәнғәтенә өлөш индергәне өсөн» почетлы Оскар премияһы

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бачелис Т. Феллини. — Москва: Наука, 1972. — 384 с.
  • Федерико Феллини. Делать фильм / Пер. с ит. и коммент. Ф. М. Двин. — Москва: Искусство, 1984. — 287 с.
  • Федерико Феллини. Феллини о Феллини : статьи, интервью, воспоминания, сценарии: «8/1/2», «Рим», «Джинджер и Фред». — Москва: Радуга, 1984. — 487 с. — ISBN ISBN 5-05-002304-1.
  • Федерико Феллини, Шарлотта Чэндлер. Мой трюк — режиссура. — Радуга.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]