Джеймс Фергюсон
Джеймс Фергусон | |
James Ferguson | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Ил | |
Атаһы |
Джон Фергусон |
Әсәһе |
Элспет Лоббан |
Джеймс Фергюсон Викимилектә | |
Джеймс Фергусон (25 апрель 1710 йыл — 17 ноябрь 1776 йыл) — Шотландия астрономы һәм XVIII быуатта проборҙар төҙөүсө.
Фергусон 1710 йылдың 25 апрелендә Банффширҙа ябай кешеләр ғаиләһендә тыуа: уның атаһы Джон Фергусон (John Ferguson) ҙур булмаған ерҙә ҡуртымға алып эшкәрткән, әсәһе Эспет Лоббан (Elspet Lobban) алты бала үҫтергән, шулар араһында Джон икенсе бала була. Үҙенең автобиографияһы буйынса уҡырға ул атаһы өлкән ағаһын өйрәткәнен тыңлап ултырып өйрәнән һәм уҡырға төшкәнгә тиклем өлкән йәштәге үатып ярҙамы менән өйрәнгән. Атаһы уҡырға өйрәткәс, ете йәш өс айлыҡ сағында уны Кейт (Keith) грамота мәктәбенә ебәрәләр. Туғыҙ йәшлек сағында, атаһы рычаг ярҙамында туҙған ҡыйыҡты емереүен күреп ҡалып, ул рычагтың эш прицибын аңлап ҡына ҡалмай, уны тәгәрмәс һәм ярымкүсәрҙә файҙалана. Бер күршеһе уның уйлауы дөрөҫ икәнен дәлилләгән китап күрһәтә.
1720 йылда Фергусон эшләй башлай, 14 йәшенә тиклем һарыҡ көтә. Шул уҡ ваҡытта ул токарь станогы һәм бәке ярҙамында механик моделдар эшләй, төнөн йондоҙҙар өйрәнә. Уҡытыусыһы Джеймс Глашан (James Glashan)уның шөғөлөнә ыңғай ҡарай һәм малайға буш ваҡыт бүлә. 1728 йылда Глашан менән килешеү ваҡыты уҙа, һәм Фергусон Томас Гранд (Thomas Grant) йортонда уҡый башлай. 1730йылда Гранд киткәс, Фергусон өйөнә ҡайта. Был ваҡытта ул глобус һәм ағас сәғәт эшләй.
1734 йылда Эдинбургҡа күсеп килә һәм портрет миниатюраһы менән шөғөлләнә башлай, артабан ул Инвернессҡа күсеп килә, 1743—1744 йылдарҙа Лондонда күсеп килә һәм ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем бында йәшәй. 1763 йылдың ноябендә Лондон король йәмғиәтенә ағза булып керә, астрономик һәм механик моделдәр эшләй, 1748 йылда эксперименталь физика буйынса лекциялар уҡый. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул 50 фунт стерлинг күләмендә пенсия ала; 1776 йылдың ноябрендә вафат була Дева Мария сиркәүе янында ерләнә.
Джозеф Райттың «Ҡояш системаһы моделен аңлатыусы философ» картинаһында Фергусон һүрәтләнгән типгән фараз бар. Шул уҡ ваҡытта Райт биографияһын өйрәнеүсе Бенедикт Николсон 1968 йылда уҡытыусы Джон Уайтхерст һүрәтләнгән тип раҫлай. Икенсе комментатор картиналағы фигура "Годфри Кнеллера төшөргән Исаак Ньютонға оҡшаған тип белдерә.
Фергусондың нәшер ителгән мөһим хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Astronomical Tables (1763)
- Lectures on Select Subjects (первая редакция, 1761, с правками сира Дэвида Брюстера в 1805 году)
- Astronomy explained upon Sir Isaac Newton’s Principles (1756, с правками сира Дэвида Брюстера в 1811 году)
- Select Mechanical Exercises, with a Short Account of the Life of the Author, written by himself(1773).
Джеймс Фергюсон Викимилектә |