Эстәлеккә күсергә

Фестиваль

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Novarock 2010 музыка фестивале

Фестиваль (франц. festival лат. festivus — «байрам») — күмәкләп байрам итеү, музыкаль, театр, эстрада, цирк йәки кино сәнғәте ҡаҙаныштарын, шулай уҡ спорт ҡаҙаныштарын күрһәтеү (рецензия).

АҠШ-та халыҡ урамдары йәрминкәләре шулай уҡ фестивалдәр тип атала, боронғо сатурналия иҫтәлегенә — төрлө йәштәге тамашасылар өсөн артистар сығыштары менән беренсе киң байрам.

Ҙур ябыҡ биналарҙа ла, шулай уҡ хәҙерге форматта асыҡ һауала ла: баҫыуҙарҙа, майҙандарҙа, парктарҙа, замоктарҙың тәбиғи архитектура-тарихи интерьерҙарында һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙа үткәрелә.

XVIII быуатта Бөйөк Британияла[1] барлыҡҡа килгән тәүге фестивалдәр музыкаль була. XX быуаттан халыҡ-ара фестивалдәр популяр булып китә. Йәштәрҙең һәм студенттарҙың ҡайһы бер фестивалдәре «Тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ өсөн» һәм «Теләктәшлек, тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ өсөн» лозунгылары аҫтында үтте. СССР-ҙа музыкаль фестивалдәр тәүге тапҡыр 1930-сы йылдарҙа ойошторола.[1][2][3]

Фестиваль төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Кинофестиваль
  • Сәнғәт фестивале
    • Театр фестивале
    • Музыкаль фестиваль
      • Рок-фестиваль
      • Авторҙың йыр фестивале
      • Джаз фестивале
    • Бейеү фестивале
    • Балет фестивале
    • Цирк фестивале
  • Велосипед фестивалдәре
  • Ут фестивале
  • Мода фестивале
  • Фән фестивале
  • Китап фестивале
  • Урам мәҙәниәте фестивале
  • Аҙыҡ-түлек фестивале
  • Әҙәби фестиваль
  • Этник мәҙәниәттәр фестивале
  • Халыҡ ижады фестивале
  • Балалар ижады фестивале
  • Шоукейс-фестиваль
  • Уйындар фестивале
  • Спорт фестивале
    • Фестиваль «Күк: Теория и практика»
  • Башҡа сәнғәттәр өсөн фестивалдәр конвенциялары:
    • Тарихи реконструкция
    • Фантастика
    • Анимация
    • Ролдәр уйнаусы уйындар
  • Дини фестивалдәр һәм башҡалар.
Башҡортостанда CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы
  1. 1,0 1,1 [ Фестиваль] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. [ Всемирные фестивали молодёжи и студентов] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  3. [ Музыкальный фестиваль] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә