Эстәлеккә күсергә

Филевский йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Филевский йорто
Ил Рәсәй,
Адресы Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы, Греческая урамы, 78
Төҙөлгән ваҡыты 1866 йыл
Статус Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты

1866

Тышҡы рәсемдәр
Таганрог, Греческая урамы, 78


Филевский йорто — Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһындағы бер ярым ҡатлы йорт. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. 1992 йылдың 18 ноябрендәге 301-се һанлы ҡарар.

Адресы: Таганрог ҡалаһы, Греческая урамы, 78.

Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһының Греческая урамындағы 78-се һанлы бер ярым ҡатлы йорт 1866 йылда төҙөлгән. Йорт теш табибы Григорий Александрович Вальтер аҡсаһына төҙөлгән. Уның һорауы буйынса Греческая урамында 64-се (хәҙер 78) йортто төҙөргә проект төҙөлә. Төҙөлгән йортонда Вальтерҙар ғаиләһе оҙаҡ йәшәмәй, уның төҙөлөп бөткәнен көтмәй күсеп китә. 1870-се йылдар башында сауҙагәр Цысаренко вариҫтары йортҡа хужа булалар, һуңынан унда тимер юлдар инспекторы Николай Юлианович Майер йәшәй. Ул үҙенең ҙур картиналар коллекцияһы менән билдәле кеше. Уның атаһы Мария ҡатын-кыҙҙар гимназияһында рәсем уҡытыусыһы була. Ул шулай уҡ 4 класлы училищелә техник һыҙым уҡытыусыһы булып эшләй.

1870-се йылдар уртаһында йорт Гобято дворян ғаиләһенә күсә. Чиновник Николай Гобято, урыҫ армияһы генерал-лейтенанты, миномет уйлап табыусы Леонид Николаевич Гобятоның атаһы, 1874—1886 йылдарҙа йорт хужаһы була.

Унан һуң йортто инженер технолог Александр Богданович Нентцель (18901898), ә унан һуң — статский советник ҡатыны Вера Матвеевна Филевская (19061915) һатып ала.

Был йортта шулай уҡ Таганрогтың почетлы кешеһе, Мария гимназияһының тарих һәм география уҡытыусыһы, тарихсы, ҡаланың 200 йыллыҡ юбилейына баҫып сығарылған «Таганрог ҡалаһы тарихы» китабының авторы, Павел Петрович Филевский йәшәй.

Йорт фасадының хәҙерге биҙәлеше архитектор проектлағандан ныҡ айырыла.

Горизонталь буйынса ете тәҙрәле бер ярым ҡатлы йорт иртә классицизм стилендә төҙөлгән. Инеү ишеге бинаның һул өлөшөндә яһалған. Йорт ихатаһына инеү декоратив тимер рәшәткәле һәм колонналы тимер ҡапҡа аша, ул уң яҡта.

Икенсе ҡаттың тәҙрәләре өҫтөндә кәрниздәр яһалған. Ҡыйығында антефикстар (һыу ағымын ситкә ебәреү өсөн ҡуйылған вертикаль пластиналар, декоратив биҙәк ролен дә үтәй) урынлашҡан[1].

Бина төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы.

Энциклопедия Таганрога. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 2003. — 512 с. — ISBN 5-7509-0662-0

  1. Глазычев В. Л. Архитектура. Энциклопедия. — М.: Дизайн. Информация. Картография; Астрель; АСТ, 2002. — 672 с.