Филин Владимир Иванович (хәрби табип)
Филин Владимир Иванович (хәрби табип) | |||||
Тыуған: | 23 октябрь 1919 Ленинград, РСФСР | ||||
---|---|---|---|---|---|
Үлгән: | 21 август 1989 (69 йәш) Ленинград, СССР | ||||
Белеме: | С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһы (1958) | ||||
Фәнни дәрәжәһе: | фән докторы(1963) | ||||
Учёное звание: | профессор(1946) | ||||
Хәрби хеҙмәте | |||||
Хеҙмәт иткән йылдары: | 1938 — 1968 | ||||
Звание: | |||||
Наградалары: |
|
Филин Владимир Иванович (1919 —1989) — совет ғалим-медигы һәм педагогы, хирург, медицина фәне һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы, медицина фәндәре докторы (1963), профессор (1966), медицина хеҙмәте полковникгы (1962). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1988).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1919 йылдың 23 октябрендә Ленинград ҡалаһында тыуған.
1937 йылдан 1941 йылға тиклем һәм 1945 йылдан 1946 йылға тиклем С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһында уҡый[1]. 1941 йылдан 23-сө армияның 119-сы ялан эвакуация пункты составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, зауряд-табиптан 66-сы уҡсылар дивизияһы 169-сы уҡсылар полкының медицина-санитар ротаһы командирына һәм ошо пункт начальнигы ярҙамсыһына тиклем юл үтә. Ленинград фронтында һуғыша, 1941 йылда һәм 1942 йылда яралана. 1942 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. 1945 йылдан 1950 йылға тиклем Совет Армияһында төрлө медицина вазифаларында хеҙмәт итә. 1950 йылдан 1968 йылға тиклем С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының дөйөм хирургия кафедраһында ғилми һәм педагогик хеҙмәткәр булып эшләй: өлкән ординатор, уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, профессор һәм С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының дөйөм хирургия кафедраһы начальнигы урынбаҫары. 1968 йылдан алып профессор И. И. Джанелидзе исемендәге Ленинград ашығыс ярҙам ғилми-тикшеренеү институтында фәнни эштә эшләй[1].
Фәнни-педагогик эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]В. И. Филиндың төп фәнни-педагогик эшмәкәрлеге тергеҙеү хирургияһы өлкәһендәге мәсьәләләр, киҫкен перитонитты дауалауҙы өйрәнеү менән бәйле.
Филин В. И. 1956 йылда медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Материалы по лечению острых перитонитов» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1963 йылда — медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Эзофагопластика при заболевании шейного отдела пищевода, глотки и гортани» темаһы буйынса диссертация яҡлай. В. И. Филинға 1966 йылда профессор ғилми исеме бирелә. Ул күп һанлы фәнни хеҙмәттәр һәм монографиялар авторы, шул иҫәптән «Острые заболевания и повреждения поджелудочной железы» һәм «Острый панкреатит и его осложнения» (СПб.: 1982) һәм «Восстановительная хирургия пищевода» (СПб.: 1965, 1973 йылда ҡабаттан баҫыла) кеүек, был хеҙмәте өсөн1988 йылда В. И. Филинға СССР Дәүләт премияһы бирелә[1].
1989 йылдың 21 авгусында Ленинградта вафат була, Волково зыяратында ерләнгән.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Восстановительная хирургия пищевода / В. И. Филин, В. И. Попов. — 2-е изд., перераб. и доп. — Ленинград : Медицина. Ленингр. отд-ние, 1973. — 304 с.
- Скорая и неотложная хирургическая помощь в Ленинграде / Под ред. проф. Ф. Х. Кутушева. — Ленинград : Медицина. Ленингр. отд-ние, 1978. — 247 с.
- Профилактика острого панкреатита / В. И. Филин. — Л. : О-во «Знание» РСФСР. Ленингр. орг., 1982. — 36 с.
- Острый панкреатит и его осложнения / В. И. Филин, Г. П. Гидирим; Отв. ред. К. А. Цыбырнэ. — Кишинев : Штиинца, 1982. — 146 с.
- Заболевания поджелудочной железы : (Критич. состояния, их лечение и профилактика) / В. И. Филин. — Л. : Ленингр. орг. о-ва «Знание» РСФСР, 1990. — 19 с.
- Неотложная панкреатология : Справ. для врачей / В. И. Филин, А. Л. Костюченко. — СПб. : Питер, 1994. — 410 с. ISBN 5-7190-0024-0
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (29.09.1942)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (30.04.1954)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (20.06.1949)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Профессора Военно-медицинской (медико-хирургической) академии (1798—1998) / Редкол.: Ю. Л. Шевченко (гл. ред.) и др. - Санкт-Петербург : Наука : С.-Петерб. изд. фирма, 1998 г. — 313 с. — ISBN 5-02-026061-4
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профессора Военно-медицинской (медико-хирургической) академии (1798—1998) / Редкол.: Ю. Л. Шевченко (гл. ред.) и др. — Санкт-Петербург : Наука : С.-Петерб. изд. фирма, 1998 г. — 313 с. — ISBN 5-02-026061-4
- Знаменитые люди Санкт-Петербурга, 1703—2003: Биографический словарь / В. Д. Доценко. — 2. изд., испр. и доп. — СПб. : ДАРК, 2003 г. — 455 с. — ISBN 5-98004-004-8
- Памятные даты военной медицины: справочник-указатель / Военно-медицинский музей М-ва обороны СССР. — Санкт-Петербург : Военно-медицинская акад. им. С. М. Кирова, 1991 г. — С.77
- 23 октябрҙә тыуғандар
- 1919 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- 21 августа вафат булғандар
- 1989 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- Фән докторҙары
- Полковниктар (СССР)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- С.М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын тамалаусылар
- СССР хирургтары
- СССР медиктары
- Алфавит буйынса хирургтар
- Алфавит буйынса медиктар
- Медицина фәндәре докторҙары