Эстәлеккә күсергә

Франклин-стрит урамы (Чапел-Хилл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Франклин-стрит урамы
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары
Административ-территориаль берәмек Төньяҡ Каролина
Карта
 Франклин-стрит урамы (Чапел-Хилл) Викимилектә

Франклин-стрит урамы (ингл. Franklin Street) ― АҠШ-тың Төньяҡ Каролина штатындағы Чапел-Хилл ҡалаһының төп урамдарының береһе. Шулай уҡ Чапел-Хиллдағы Төньяҡ Каролина университетының йәмәғәт тормошо үҙәктәренең береһе тип иҫәпләнә.

Урамда күп һанлы кафе, ресторандар, музейҙар, китап магазиндары, музыкаль магазиндар һәм барҙар урынлашҡан. Бында тормош төндә лә ҡайнай, төрлө мәҙәни саралар һәм йәмәғәт байрамдары йыш ҡына үткәрелә[1].

Урамдың оҙонлоғо биш километр тәшкил итә. Уны ике ― көнбайыш һәм көнсығыш өлөшкә бүлеү ҡабул ителгән. Көнбайыш Франклин Саут-Меррит-Мил-роуд киҫешкән, Каррборо ҡалаһының Ист-Мейн-стрит урам тамамланған урында башлана. Шунан ул, ҡаланың Колумбия-стрит тарихи эшлекле район аша үтеп, көнсығыш-төньяҡ-көнсығышҡа дауам итә һәм Көнсығыш Франклинға күсә. Көнсығыш Франклин, университет кампусына теймәй, үҙенең тура юлын эшлекле районы аша, ә һуңынан төньяҡҡа табан боролоп, «битләү буйлап аҫҡа», Чапел-Хиллдың ҡайһы бер тарихи кварталдары аша дауам итә. Эфес-Черч-роудтан саҡ ҡына ситтәрәк, Дарем[2] йүнәлешенә барған 15-501 шоссеһына күсеп, тамамлана.

Варсити театры

Университет комиссарҙары Бенджамин Франклин (Франклин йәштәргә практик белем биреү яҡлы булған) исемен биргән урам шул атамаһы менән, 1790 йылдан, университет төҙөлә башлағандан бирле, билдәле[3]. Урамдың Колумбия-стриттан Роли-стритҡа тиклемге участкаһы университет кампусы менән сиктәш, һәм унан күренеш Маккоркл-плейс урманлы төбәгенә асыла[4].

Франклин-стрит буйлап, кампустан көнсығышҡа Чапел-Хиллдың бер нисә тарихи йорто[5], шул иҫәптән Ректор йорто, Сэмюэль Филлипс Йорто, Спенсер Йорто, тол ҡатын Пакетт Йорто, Хупер-Кизер Йорто, тол ҡатын, пресвитериан пасторы Йорто, Кеннетт Йорто, Арчибальд-Хендерсон Йорто һәм ҡаланың тәүге адвокат контораһы бинаһы («мистер Сэм адвокат контораһы» булараҡ билдәле булған, хәҙер ― шәхси резиденция)[6] урынлашҡан. Драматург Пол Грин 1927 йылда Пулитцер премияһына лайыҡ була һәм шулай уҡ Франклин-стриттың көнсығыш өлөшөндә йорт һатып ала. Пол Гринға арналған экспозиция хәҙер Франклин-стрит урамында урынлашҡан Чапел-Хилл музейына ҡуйылған.

Чапел-Хиллдың тәүге урта мәктәбе бинаһы, 1960-сы йылдар уртаһына һәм раса буйынса айырып ҡарау сегрегация юҡҡа сыҡҡанға тиклем, Франклин-стритта урынлашҡан, һуңынан һүтелеп, уның урынына ҡаланың үҙәгендә икенсе йорт төҙөлгән.[7] Хәҙер элекке мәктәп урынында сауҙа үҙәге урынлашҡан. Аҡ тәнле балалар мәктәбе афроамерикандар мәктәбе менән берләштерелеп, Чапел-Хиллда яңы урта мәктәп барлыҡҡа килгән.

  1. Chapel Hill Downtown Partnership - History of Downtown Chapel Hill and Franklin Street. Архивировано из оригинала 4 ғинуар 2007 года. 2007 йыл 4 ғинуар архивланған.
  2. Violet - A Musical.
  3. Chapel Hill Historical Society.
  4. McCorkle Place.
  5. Preservation Chapel Hill. 2007 йыл 2 август архивланған.
  6. Two famous paths cross on East Franklin Street, 'The Chapel Hill News'.(недоступная ссылка)
  7. "A Thousand Words" column by Jock Lauterer, "Chapel Hill High School, 1962", The Carrboro Citizen, December 24, 2008, pg. 8

Ҡалып:Изолированная статья