Француз теле дәрестәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Француз теле дәрестәре
Атамаһы Уроки французского
Автор Валентин Григорьевич Распутин[d]
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1973

«Француз теле дәрестәре» — рус яҙыусыһы Валентин Распутиндың хикәйәһе.

Тәүге тапҡыр 1973 йылда Иркутскиҙың «Советская молодёжь» гәзитендә Александр Вампилов иҫтәлегенә арналған сығарылышта сыға.

Сюжеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҫәрҙә ваҡиғалар 1948 йылда, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң бара. Әҫәрҙең төп геройы — ун бер йәшлек малай, хикәйәләү уның исеменән алып барыла. Ун бер йәшенә тиклем ул ауылда йәшәй һәм уҡый. Грамоталы булғанға, уны «башлы» тип йөрөтәләр, шулай уҡ уның бәхетле күҙе бар тип иҫәпләйҙәр.

Герой йәшәгән ауылда башланғыс мәктәп кенә була, шуға күрә уҡыуын дауам итеү өсөн, район үҙәгенә китә. Был ауыр һуғыштан һуңғы осорҙа әсәһе, бер нәмәгә лә ҡарамаҫтан, улын уҡырға ебәрә. Ҡалала ул тағы ла нығыраҡ асыға, сөнки ҡалала бөтә нәмәне һатып алырға кәрәк була. Малай Надя инәйҙә йәшәй. Ҡан аҙлыҡтан яфаланғанға, көн һайын бер һумға бер стакан һөт һатып ала.

Мәктәптә, француз теленән тыш, бишлегә генә уҡый. Лидия Михайловна, француз теле уҡытыусыһы, уның француз теле өндәрен дөрөҫ әймәүенә аптырай. Бер ваҡыт герой «чика» уйнап аҡса эшләргә мөмкинлеген белеп ҡала. Ул уйын менән артыҡ мауыҡмай, бер һум аҡса отҡандан һуң, артабан уйнамай. Әммә бер көндө малайҙар уны артабан уйнарға мәжбүр итә. Вадиктың дөрөҫ уйнамауын күргәне өсөн, Вадик һәм уның дуҫы Птаханан туҡмала.

Икенсе көндө малай мәктәпкә туҡмалған килеш килә, ә Володяның синыфташы Тишкин Лидия Михайловнаға нимә булғанын һөйләй. Уҡытыусы малайҙың аҡсаға уйнауын белгәс, уның, ысынлап та, дауаланыу өсөн һөт һатып алыуын белгәс, уға ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрә һәм уның менән француз теленән айырым шөғөлләнергә ҡарар итә. Уҡытыусы, уны үҙ өйөнә саҡырып, киске аш менән һыйларға уйлай, әммә малай оялсанлығы һәм ғорурлығы арҡаһында ашамай.

Лидия Михайловна малайҙы бик йәлләй һәм ярҙам итергә теләй. Әммә малай ярҙамды ҡабул итмәй. Посылка аша һалынған аҙыҡ-түлекте әсәһе ебәрмәгәнен аңлай һәм уҡытыусыһына кире килтерә. Шул саҡта Лидия Михайловна, малайға аҡса табыу мөмкинлеге биреү өсөн, «замеряшки» (ҡомарлы уйын) уйынын уйлап таба. Мәктәп директоры, уҡытыусының ҡылығы тураһында белеп ҡалғас, эштән сығара. Ҡатын Кубанға ҡайтып китә, әммә ул малайҙы онотмай һәм уға макарон изделиелары, хатта алма менән посылка ебәрә. Эшен юғалтҡандан һуң да ул малайҙы бер нәмәлә лә ғәйепләмәй һәм уның тураһында ла онотмай.

Хикәйәне экранлаштырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1978 йылда хикәйә мотивтары буйынса кинофильм[1] төшөрөлгән (Уроки французского)

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]