Фынтынеле-Коджалак ел электр станцияһы
| Фынтынеле-Коджалак ел электр станцияһы | |
| | |
| Ил | |
|---|---|
| Урынлашҡан |
Констанца |
| Собственник |
ČEZ |
| Статус |
Ҡулланыла |
| Төҙөлә башлағын йыл | |
| Агрегаттарҙы сафҡа индереү йылдары |
2010—2012 |
| Төп характеристикалар | |
| Электростанция төрө |
ер өҫтөндәге |
| Электр ҡеүәте |
600 МВт |
| Ҡорамалдар характеристикаһы | |
| Генераторҙар һаны һәм маркаһы |
240 × Дженерал Электрик |
| Генераторҙар ҡеүәте, МВт |
2,5 Мегаватт |
| Картала | |
ВЭС Фынтынеле-Коджалак (рум. Parcul eolian Fântânele-Cogealac) Румыния территорияһындағы Констанца жудецындағы ике коммуна — Фынтынеле һәм Коджалак биләмәләрендә урынлашҡан ел электр станцияһы. Уның яҡынса 2,5 МВт ҡеүәтле 240 ел генераторы бар һәм дөйөм номиналь ҡеүәте — 600 МВт[1]. Ҡулланыуға сығарылған мәлендә ул Румынияла иң эре ел электр станцияһы һәм бөтә донъяла ҙур ел электр станцияларының береһе була. Электр станцияһының операторы — «ČEZ» чех энергетика компанияһы.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ел генераторы 12 км × 6 км ер биләмәһендә урынлашҡан[1]. Электр станцияһының ҙур өлөшө (139 елгенераторы) Фынтынеле коммунаһы территорияһында урынлашҡан. Ҡалған 101 ел генераторы Коджалак коммунаһы территорияһында тора[2]. Ел электр станцияһын төҙөлөшөнөң дөйөм хаҡы, шулай уҡ уның инфраструктураһы — 1,1 млрд евро[3].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ел электр станцияһы Америка Ҡушма Штаттарының Continental Wind Partners компанияһы тарафынан проектлана. 2008 йылда ул үҙ проектын ČEZ чех энергетик компанияһына һата. 2007 йылда төҙөлөшкә рөхсәт бирелә, ә электр станцияһы ҡоролмаларын күтәреп ҡуйыу эше 2008 йылдын ноябрендә башлана.[4]. Проект ике этапта атҡарыла: башта — Фынтынелдә, ә аҙаҡ Коджалакта турбиналар төҙөлә. 2010 йылдың июнендә беренсе турбина электр селтәренә тоташтырыла, 2012 йылдың ноябрь айында электр станцияһы тулыһынса ҡулланылышҡа индерелә.
Техника
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Электростанция General Electric 2.5 XL тибындағы мощностью около яҡынса 2,5 МВт ҡеүәтле 250 ел генераторы менән ҡоралландырылған. Уның һәр тәгәрмәс көпсәгенең бейеклеге — 100 м и ротор диаметры- 99 м[1]. Шулай итеп, ҡоролмаларҙың бейеклеге яҡынса 150 метрға барып етә. Ел генераторҙарының омпоненттары төрлө илдәрҙә: Бразилиялағы Лопастта, Испанияла һәм Германияла; мотогондолар — Германияла; башняларҙың сегменттары Германия һәм Ҡытайҙа; күпселек эске электр компоненттары АҠШ-та етештерелә.
Етештерелгән электр энергияһы ел станцияһы өсөн махсус төҙөлгән биш подстанция аша электр тапшырыусы линияға (ЛЭП-ҡа) бирелә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фынтынеле-Коджалак ел электр станциялары сайтында ČEZ операторы 2018 йыл 31 март архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 CEZ Group: The Largest Wind Farm in Europe Goes Into Trial Operation 2015 йыл 1 июль архивланған.
- ↑ Cel mai mare parc eolian din Europa se construieşte în judeţul Constanţa. Wind Power Energy (2009). Дата обращения: 21 сентябрь 2010. Архивировано из оригинала 26 декабрь 2009 года. 2009 йыл 26 декабрь архивланған.
- ↑ CEZ va investi 1,1 miliarde euro într-un parc eolian în România. money.ro (2008). Дата обращения: 21 сентябрь 2010. Архивировано из оригинала 19 май 2016 года. 2016 йыл 19 май архивланған.
- ↑ Windfarms bring renewable energy and good fortune to Romania