Эстәлеккә күсергә

Фәлсәфәүи психология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәлсәфәүи психология
 Фәлсәфәүи психология Викимилектә

Фәлсәфәүи психология — кеше «психе»һын (бор. грек ψυχή — душа) һәм шәхесен эмпирик, клиник һәм теоретик ҡарашҡа нигеҙләнеп, төрлө яҡлы өйрәнеү. Был дисциплина, танып белеүҙең был формалары нигеҙендә ятҡан этик һәм дини традицияларын да үҙ эсенә алып,[1] Фәлсәфәүи антропологиия һәм теологик антропология элементтарын берләштерә. Фәлсәфәүи психологияны 1963 йылда булдырылған һәм хәҙерге ваҡытта 500-ҙән ашыу ағзанан торған «Теоретик һәм фәлсәфәүи психология йәмғиәте» исеме аҫтындағы Америка Психология Ассоциацияһының 24-се бүлеге (Society for Theoretical and Philosophical Psychology)[2] үҫтерә. Был дисциплина сиктәрендә психологик теориялар, шулай уҡ фән һәм фәлсәфәнең үҙ-ара йоғонтоһо менән бәйле мәсьәләләр өйрәнелә һәм тикшерелә[3]. Америка Психология Ассоциацияһының 24-се бүлегенә төрлө психологик субдисциплиналар вәкилдәре инә. Уларҙы фән фәлсәфәһенә һәм психологияға ҡыҙыҡһыныу берләштерә. Теоретик һәм фәлсәфәүи психология йәмғиәте кварталға бер үҙенең «The Journal of Theoretical and Philosophical Psychology» фәнни журналын сығара. Был журналдағы баҫмалар психология сиктәрендә онтологик эпистемологик, этик һәм тәнҡит темаларына ҡағылалар[4]. Фәлсәфә һәм психология фәненең үҙ-ара йоғонтоһона бәйле мәсьәләләр, шулай уҡ дисциплина-ара «Philosophical Psychology» (йылына 6 тапҡыр сыға) журналында яҡтыртыла. Психологтар һәм фәлсәфәселәрҙән тыш, уның авторҙары һәм уҡысылары булып лингвисттар, биологтар, социологтар, антропологтар, психиатрҙар, иҫәпләү техникаһы һәм нейрофән[5].белгестәре тора

Ҡалып:Психология

Ҡалып:Хәҙерге философия