Фәрхәд һәм Ширин (Навои поэмаһы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Фәрхад һәм Ширин (үзб. Farhod va Shirin; و فرهاد شیرین) — Алишер Навоиның героик-романтик поэмаһы(1484 йыл), Хамс йыйынтығының икенсе өлөшө. Низами Гәнжәүиҙең Хосров һәм Ширин поэмаһына шиғри яуап.

Йөкмәткеһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Поэма Иран төбәгендә популяр булған батша улы йәғни шаһзат Фәрхәттең Ширинға, иран шаһы Хосровтың ҡаршы тороуына бирешмәгән һөйөүе тураһында бәйән итә. Үҙенән алда ҡаурый ҡәләм һынап ҡараған ҡәләмдәштәренән айырмалы рәүештә, Навои акцентты Хосровтан Фәрхәткә күсерә. Фәрхәт төҙөүсенән ҡытай батша улына (шаһзат йәки принц) — бик көслө хан улына (Хоқон) әүерелә. Фәрхәд бәләкәйҙән үк көслө, аҡыллы һәм изгелексән була, әммә уны һағыш баҫа. Фәрхәд күңел асһын өсөн, һәр береһе айырым миҙгел төҫөнә буятылған дүрт һарай (қаср) төҙөлә: ал төҫ (гулранг) яҙ, йәшел (йәшел ранг) — йәй, ҡыҙыл-һары (зәғәфүрән) — көҙ һәм камфора-аҡ (кофур) — ҡыш (XIV). Ләкин был Фәрхәдтең бойоҡлоғон бер аҙға ғына тарата. Атаһының хазиналар һарайында тылсымлы көҙгө (миръот) ятҡан серле ҡумта (һандыҡ) тапҡандан һуң, Фәрхәдтең тормошо киҫкен үҙгәреш кисерә. Был бетеү-ҡотто (талисман) Искәндәр Зөлҡәрнәй осоронда Әфләтун (Платон) етәкселегендә Греция фәйләсуфтары әҙерлгән (XIX). Көҙгө үҙенең тылсым көсөн фәҡәт бер генә күрһәтергә тейеш була, һәм бының өсөн өс ҡаршылыҡты: аждаһа (аждаҳо)[1], Ариман (Аҳраман) һәм Искәндәр ҡәлғәһенең (қалъа) тылсымлы һаҡсыларын еңергә кәрәк була. Шишмә (чашма) янында осраған Хызыр Ильястың ярҙамы үтә алмаҫлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеләйтә. Йөҙөк менән арыҫланды үлтереп һәм тимер һаҡсының (пайкар) һаҡланмаған еренә уҡ атып, Фәрхәд ҡәлғә эсенә үтеп инә һәм ялтырап торған Джамшид алдырын күрә. Шул туҫтаҡ-сеүәтә ярҙамында ул мәмерйәлә ғүмерен уҙҙырыусы Ер йөҙөндәге иң аҡыллы кеше Сукрот менән осраша. Сукрот Фәрхәдкә атаһының хазина һарайында һаҡланған Искәндәрҙең тылсымлы көҙгөһә эшләй тип хәбәр итә (XXV). Ҡытайға (Чин) ҡайтҡандан һуң, шаһзат (принц) көҙгөлә миләүшәләр (бинафша) һәм нәркәстәр (наргис) менән ҡапланған болондо һәм ер ҡаҙыусы сүрәтендә үҙен һәм гүзәл Ширинде күрә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Навои А. Фархад и Шири н. 1972.году

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]