Хадаханэ Мария Андреевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хадаханэ Мария Андреевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 6 июнь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Вафат булған көнө 17 март 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (87 йәш)
Һөнәр төрө яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе, журналист, тәржемәсе
Эш урыны Тыва дәүләт университеты[d]
Уҡыу йорто Иркутск дәүләт университеты

Хадаханэ Мария Андреевна (6 июнь 1933 йыл) — прозаик, тәржемәсе, әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе, филология фәндәре кандидаты. СССР Журналистар союзы, (1962), СССР Яҙыусылар союзы (1968), Бөтә Союз театрҙар йәмғиәте ағзаһы. Тыва АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1967), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хадаханэ Мария Андреевна 1933 йылдың 6 июнендә Иркутск өлкәһенең Бохан ауылында тыуа Ҡыҙылдың 1-се, 3-сө мәктәптәрендә уҡый. 1955 йылда Иркутск дәүләт университетының тарих-филология факультетын тамамлай[1]. 1955—1968 йылдарҙа Тыва ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр, уҡытыусы, Ҡыҙыл дәүләт педагогия институтында урыҫ әҙәбиәте кафедраһы мөдире булып эшләй. 1966 йылда СССР Фәндәр академияһының М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтында «Тыва прозаһының барлыҡҡа килеүе» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.[2].

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Тыва проза» (1968), «Әҙәби Тыва» (1986), «Тува мәҙәниәте очерктары» (2008) монографияларын нәшер итә. Авторҙашлыҡта «Тыва совет литератураның допчу төөгүзү» («Краткая история тувинской советской литературы», 1975) хеҙмәтен яҙа.

«Тыва халыҡ әкиәттәре» (1958), «Ҡояш янындағы ҡая» (1961), «Тува мәҡәлдәре һәм әйтемдәре» (1966), «А. Пальмбах — яҙыусы һәм кеше» (1967), «Тыва халыҡ әкиәте» (1967), «Тыва әкиәттәре» (1970), «Тыва театры кешеләре» (1971), «ч Чоннуң ечень— Халыҡ аҡылы» (1976), «Тыва халыҡ әкиәте» (1984), "Тыва әкиәттәре « (2000), „Кеше хаҡына“ (2005), „Цирк артисы“ (2006) китаптарын туплаусы.

М. Хадаханэ тиҫтәләгән ғилми һәм әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре яҙа, Тыва яҙыусылары О. Саган-оол, С, Сюрюн-оол, М. Олчей-оол, Н. Ооржак, М. Кожелдей, Б. Ондар һ. б. әҫәрҙәрен руссаға тәржемә итә.

„Ғүмер йылғаһы“ повесын яҙа (2003).

Үҙенең хеҙмәттәрендә М. Хадаханэ яҙыусыларҙың ижадтарын ижадын анализлап, Тыва прозаһының үҫеш юлдарын билдәләй. Тыва әҙәбиәт ғилеме, нәфис әҙәбиәте тарихы инешендә булып, Тыва нәфис әҙәбиәтенең актуаль проблемалары һәм тарихы мәсьәләләрен эшләүҙә актив ҡатнаша[2]. Ул библиографик күрһәткестәр төҙөй, „История советской многонациональной литературы“, „Краткая литературная энциклопедия“, „Большая литературная энциклопедия“ға Тыва яҙыусылары тураһында мәҡәләләр һәм күҙәтеүҙәр яҙа . Бөтә Союз, төбәк, халыҡ-ара фәнни конференцияларҙа ҡатнаша. РСФСР яҙыусыларының III һәм VIII съезы делегаты була III. Уның Тыва тураһында мәҡәләләре Театральная жизнь», «Литературная Евразия», «Советская женщина», «Российский писатель», «Сибирские огни» матбуғат баҫмаларында донъя күрә.

М. А. Хадаханэның ҡайһы бер хеҙмәттәре алтай, саха, хакас, монгол һәм тыва телдәренә тәржемә ителгән[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Фиҙаҡәр хеҙмәтте өсөн» (2008)
  • «М. А. Шолоховтың тыуыуына 100 йыл» миҙалы(2005)
  • Ҡыҙылдың почетлы гражданы (2010)
  • Тува АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1967)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006)

Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Тувинская проза. — Кызыл: Тув. кн. изд-во, 1968. — 130 с.

2. Литературная Тувы. — Кызыл: Тув. кн. изд-во, 1986. — 124 с.

3. Река жизни: повесть. — Кызыл: Тув. кн. изд-во, 2003. — 280 с.

4. Очерки тувинской культуры. — Кызыл: Тув. кн. изд-во, 2008. — 66 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Тува литературная. Вып.2 : биобиблиогр. справочник / НБ им. А. С. Пушкина Респ. Тыва; авт.-сост.: М. А. Хадаханэ, Л. М. Чадамба, Е. М. Ак-кыс, Г. М. Комбу — Кызыл, 2008. — 73 с.
  2. 2,0 2,1 Комбу С. С. Хадаханэ Мария Андреевна / С. С. Комбу // Тувинская литература : словарь / С. С. Комбу; под ред.: Д. А. Монгуша, М. Л. Трифоновой. — Новосибирск: 2012. — С.4.
  3. Кызылчанка Мария Хадаханэ " Tuva.Asia

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Поздравления с юбилеем Марие Хадаханэ!

2. Вышла в свет книга Марии Хадаханэ «Мы из Тувы»

3. Мария Хадаханэ: В каждом человеке есть своя тайна

4. Биография и книги автора Хадаханэ Мария Андреевна

5. Добрейшей души человек 2019 йыл 2 ноябрь архивланған.