Халасле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Халасле
Рәсем
Ил Flag of Hungary.svg Венгрия
Commons-logo.svg Халасле Викимилектә

Хала́сле (мадьярса  halászlé) — венгр халҡының милли балыҡ һурпаһы. Атамаһы мадьярса  hal — балыҡ (йәки мадьярса  halász — балыҡсы) һәм мадьярса   — бульон, һурпа һүҙҙәренән алынған.

Халасле һурпаһын әҙерләгәндә башлы ғәҙәттәге һуғанды, ваҡ балыҡты ваҡ ҡына итеп турайҙар, шунан сусҡа майында борос менән (кибеттәрҙә һатылған паприка онтағы ла ярай, тик паприка пастаһы ярамай) болғап талғын ғына утта тиҙ генә ҡыҙҙыралар, һыу һалып (томат һуты), балыҡ таралып төшкәнсе быҡтыралар, шунан һуң ашты иләк аша һөҙәләр. Һурпаға эре балыҡ, ғәҙәттә карп(булмаһа йәйен, суртан) өҫтәп, бешерәләр. Халасле һурпаһын аҡ икмәк менән бәләкәй балсыҡ көршәктәрҙә бирәләр. Тышта, венгрҙар яратҡанса, ҡаҙанда әҙерләнгән халасле бигерәк тә тәмле була тиҙәр. Халаслены диңгеҙ балғынан бешермәйҙәр.

Венгрияла халаслены бигерәк тә ныҡ яратҡан бер нисә өлкә бар. Шуға күрә бер нисә төр халаслены айыралар:

  • Дунай халаслеһы — Байя, Пакш һәм Комаром тирәһендәге балыҡ һурпаһы,
  • Тиса йылғаһы буйындағы Сегед, Солнок өлкәләре халаслеһы,
  • Балатон күле буйындағы Фюред, Лелле халаслеһы.

Себерҙә йәшәгән, венгрҙарға ҡәрҙәш хант халҡы ла балыҡ һурпаһын ошо рецепт буйынса әҙерләй. Карелдар ҙа ошондай уҡ балыҡ һурпаһын бешерә, тик уға әҙерәк бер йоҡа ғына лимон киҫәгенең һутын һығып өҫтәп, ҡаймаҡ менән ашарға яраталар.

Шуныһы ҡыҙыҡлы, башҡорт телендә «судак» (венгр телендә csuka sügér) — һыла (hyla) балығы тип атала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]