Эстәлеккә күсергә

Хализов йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Хализов йорто
Ил Рәсәй
Урыны Таганрог, Петр урамы , 86
Төҙөүсе Михаил Хализов
Төҙөлөшө XIX быуаттың өсөнсө сиреге—ХIХ быуаттың өсөнсө сиреге йылдар
Бөгөнгө хәле яҡшы

Хализов йорто — Таганрог ҡалаһы Петр урамы, 86-сы һанлы боронғо йорт. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты (Ҡарар № 301 18.11.92 йылдан алып).

Петр урамы һәм Оло Биржа(хәҙер Меников) тыҡрығы киҫешкән урындағы тәрән подваллы ике ҡатлы йорт ХIХ быуаттың өсөнсө сирегендә Курск мещаны Михаил Хализов аҡсаһына төҙөлгән.

Был йорттоң бик күп хужалары һәм унда йәшәгән кешеләре билдәле. Сауҙагәр йортоноң һул яғына бер ҡатлы төкәтмә эшләй, унда аҙаҡ мәрмәр магазины эшләй. ХIХ быуаттың 80-се йылдары аҙағында йорт хужаһы булып казак Яков Абрамович Глинский тора. Ул йортоноң бер өлөшөн Екатерина Ивановна Евладоваға ҡуртымға бирә. Евладова унда трактир тота. Глинский тураһында шуныһы мәғлүм: уның ҡатыны Евдокия Ивановна 27 йәшендә 1881 йылда туберкулездан вафат була. Уның ете айлыҡ улы Павел шулай уҡ вафат була, икенсе балаһы 1886 йылда тыуған.

ХХ быуат башында йорт икенсе гильдия сауҙагәре Василий Константинович Кумбарулиға күсә. Сауҙагәргә йорт уның «Петербург» ҡунаҡханаһына ҡаршы ғына торғанлығы менән оҡшай. 14 мең һумға баһаланған йортто һатып алғас, Кумбарули йортто магазиндарға ҙһәм төрлө учреждениеларға ҡуртымға бирә.

Быуат башында бинаның икенсе ҡатын төрлө конторҙар биләй: мировой судьялар съездары, присяжный поверенныйҙар консультацияһы. Бында клиенттар һәм йәшерен зэштәр менән шөғөлләнеүселәр төрлө килешеүҙәр төҙөйҙәр. Улар йыш ҡына араҡы эсеү менән тамамланған.

1914 йылда бинала П. А. Стороженконың «Посредник» конторы эшләй. Конторға инеү урыны Оло Биржа тыҡрығынан була. Был конторҙан тыш, беренсе ҡатта «Көньяҡ Бавария» магазины эшләй, унда һыра, О. В. Меммоның тәмәке әйберҙәре һат һаталар, шулай уҡ И. В. Степановтың шарап. бакалея, гастроном һәм кондитер тауарҙары, спиртлы эсемлектәр магазины эшләй. Унда күмәртәләп һәм ваҡлап маринадланған һәм махсус тоҙланған сельдь һаталар. Беренсе ҡатта шулай уҡ И. Ермоловтың бөҙрәханаһы эшләй. Кумбарули хужа булған саҡта бинаның ярҙамсы бүлмәләрендә драпировка һәм обой оҫтаһы Озеров, парға тотоп буяу, П Фусстың кейем таҙартыу оҫтаханалары эшләй.

Граждандар һуғышынан һуң бинаның подвалында аяҡ кейеме тегеү буйынса «Кожевник» кооперативы, беренсе ҡатта —"Рабочее крыло"кооперативы эшләгән.

Әлеге ваҡытҡа яҡын булған, 1975 йылда бинаның подвалын һәм беренсе ҡатының байтаҡ өлөшөн «Старая крепость» рестораны биләй. Ресторанда өс зал бар: «Кррестьянский», «Молодецкий» һәм «Петровский». Зал үҙ дәүеренә ярашлы биҙәлгән булған. Залдың иң абруйлы залы — «Петровский». Унда юбилей тантаналары һәм дәрәжәле делегацияларҙы ҡабул итеү өсөн махсус бүлмә булған.

Хәҙерге ваҡытта был йорттоң беренсе ҡатында «Одежда», «Обувь» магазиндары, бөҙрәхана, ә өҫтәге ҡатта торлаҡ фатирҙар.

Архитектура үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сауҙагәр Хализов төҙөгән ике ҡатлы кирбес йорт ҡыйығы дүрт сатлы , Фасадтағы кәрниздәр йорттоң юғары ҡатында һәм этаждар араһында эшләнгән. Икенсе ҡаттағы тәҙрәләр ярым циркулле, сандриктар менән биҙәлгән. Беренсе ҡат рустовкалы. Бина ҡыҙғылт-һары төҫкә буяпған, ваҡ архитектура деталдәре айырылып тормай.

18.11.92 йылдың 301 Ҡарарына ярашлы йорт төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объектына индерелгән.

Гаврюшкин О. П. Вдоль по Питерской (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: БАННЭРплюс, 2000. — 436 с.