Халыҡ рәссамы В. К. Нечитайло исемендәге Сальск музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
ГУК РО «Халыҡ рәссамы
В. К. Нечитайло исемендәге Сальск музейы»
{{{подпись}}}
Асылған ваҡыты 1977
Урынлашыуы Рәсәй, Сальск, Ленин урамы, 11
Директор Шеховцов Василий Александрович
Сайт Халыҡ рәссамы В. К. Нечитайло исемендәге Сальск музейы сайты www.rosculture.ru

Халыҡ рәссамы В. К. Нечитайло исемендәге Сальск музейы — Сальск ҡалаһында 1977 йылда нигеҙ һалынған сәнғәт музейы. Музей фондында 3030 экспонат бар. Экспозиция-күргәҙмә залдарының майҙаны 504 квадрат метр.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

В. К. Нечитайло исемендәге Сальск музейы, В. К. Нечитайло һәйкәле

1977 йылдың 13 октябрендә Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы Секретариаты ҡарары менән хәҙерге заман һынлы сәнғәт әҫәрҙәре коллекцияһы Сальск ҡалаһына тапшырыла. Коллекция составында 72 рәсем сәнғәте әҫәре, 26 графика һәм 47 скульптура була. Һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен биреү Сальск ҡалаһында картиналар галереяһы асылыу менән бәйле була. Беренсе коллекцияны туплауҙа Сальск ҡалаһында (элекке ― Воронцово-Николаевский ауылы) тыуған Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы Василий Кириллович Нечитайло әүҙем ярҙам итә һәм шәхсан үҙе ҡатнаша.

Халыҡ депутаттарының Сальск ҡала советы башҡарма комитеты 1977 йылдың 11 ноябрендә ҡалала халыҡ картиналар галереяһын асыу тураһында ҡарар ҡабул итә һәм балалар сәнғәт мәктәбе директоры В. А. Шеховцовҡа РСФСР рәссамдар Союзы тапшырған әҫәрҙәрҙән экспозиция төҙөүҙе ҡуша. Ул беренсе экспонаттарҙы алып ҡайтыуҙа ҡатнашҡан була. Уға шулай уҡ йәмәғәт башланғысында галерея менән етәкселек итеү йөкмәтелә.

Картиналар галереяһы тәүге ҡарарға килеүселәрҙе 1978 йылдың 12 ғинуарында ҡабул итә. 1978 йылда картиналар галереяһы Ростов һынлы сәнғәт музейының филиалы булып китә. Йыл аҙағында музей штаты раҫлана һәм 1979 йылда картиналар галереяһы дәүләт учреждениеһы булып китә.

1980 йылдың 27 октябрендә В. К. Нечитайло вафат булғандан һуң халыҡ депутаттарының Ростов өлкә советы, Сальск башҡарма комитетының 1981 йылдың 6 майындағы «В. К. Нечитайло иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында» 183-сө ҡарары нигеҙендә, РСФСР Министрҙар Советынан Сальск ҡала картиналар галереяһына В. К. Нечитайло исемен биреүҙе юлларға ҡарар ҡабул итә. Министрҙар Советы тарафынан бындай ҡарар ҡабул ителә. Галерея өлкә учреждениеһы булып китә. 2002 йылда Сальск картиналар галереяһының дәүләт өлкә мәҙәниәт учреждениеһы «Халыҡ рәссамы В. К. Нечитайло исемендәге Сальск музейы» тип исеме үҙгәртелә[1].

Музейҙа рәсем сәнғәте, графика, скульптура һәм декоратив-биҙәү ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре тупланған. Ҡарарға килеүселәр иғтибарына совет сәнғәтенең данлыҡлы оҫталары әҫәрҙәре тәҡдим ителә.Егерменсе быуаттың беренсе ун йыллыҡтарында музей фонды боронғо Рәсәй рәссамдары Л. В. Туржанский, Н. М. Чернышев һәм П. А. Радимовтың эштәренән тора. Үткән быуаттың уртаһында һәм өсөнсө сирегендә ― СССР-ҙың Халыҡ рәссамдары В. П. Ефанов, Б. Ф. Домашников, Б. С. Угаров, В. А. Серов, Ю. П. Кугач, Б. В. Щербаков, О. Н. Комов; РСФСР-ҙың Халыҡ рәссамдары В. К. Нечитайло, М. В. Савченкова, А. И. Лактионов, П. П. Оссовский, Д. К. Мочальский; РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамдары Кулагин Александр Сергеевич, А. В. Тимофеев, Лемешев Владимир Николаевич, Лысенко Андрей Гаврилович, Кончаловский Пётр Петрович, Пластов Аркадий Александрович һәм башҡа рәссамдарҙың әҫәрҙәренән тора[1].

Был авторҙарҙың һүрәттәре музейҙың даими экспозицияһының нигеҙен тәшкил итә. Музейҙың эшләү дәүерендә тематик күргәҙмәләр ҙә булдырылған, мәҫәлән ошондайҙар: «Беҙҙең дала яғы», «Ҡатын-ҡыҙ образы», «Рәссамдар һуғыш тураһында һөйләй», «Экология һәм сәнғәт».

Музей өсөн В. К. Нечитайло әҫәрҙәре коллекцияһы айырым әһәмиәткә эйә, коллекция рәссамдың рәсем сәнғәте, графика сәнғәте әҫәрҙәренән тора. Рәссамдың даими мемориаль экспозицияһында рәссамдың ҡатыны М. В. Савченкова бүләк иткән әйберләтә фонд предметтары ҡуйылған. Мәскәү оҫтаханаһынан килгән шәхси әйберҙәре рәссамдың тормошо һәм ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында һөйләй[1].

Ошолай итеп тупланған коллекция Сальск картиналар галереяһы фондының башланғысы була.

Коллекция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе коллекция составына Ефанов Василий Прокофьевич, Угаров Борис Сергеевич, Комов Олег Константинович, Нечитайло В. К., Цыплаков В. Г., Оссовский П. П., Мочальский Дмитрий Константинович, Лысенко Андрей Гаврилович, Савченкова М. В., Сорокин Виктор Семёнович, Скориков Юрий Иванович һәм башҡаларҙың рәсем сәнғәте, графика һәм скульптура әҫәрҙәре инә[2].

Төп экскурсиялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

В. К. Нечитайло исемендәге Сальск музейы залы
  • Рәсем жанрҙары;
  • Рәссам-яҡташ В. К. Нечитайлоның тормошо һәм ижады;
  • «Хәсрәттәрем яҡты минең» — Пушкиниана;
  • В. К. Нечитайло исемендәге картиналар галереяһы менән тәүге танышыу;
  • Халыҡ уйынсыҡтарының әкиәт донъяһы;
  • Ҡотҡарылған донъя иҫләй;
  • «Беҙҙең дала яғы».
В. К. Нечитайло исемендәге Сальск музейы экспозицияһы

Адресы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 347600, Ростов өлкәһе, Сальск ҡалаһы, Ленин урамы, 11.
  • Телефон: 8-86372-5-01-44, 8-86372-5-08-84

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Справочник СМР (ru-ru). www.souzmuseum.ru. 17 февраль 2017 тикшерелгән.
  2. Государственный областной сальский музей имени народного художника РСФСР В. К. Нечитайло. М.: «Белый город», 2008. С. 3.