Харасавэй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Харасавэй
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ямал-Ненец автономиялы округы
Почта индексы 629700
Карта

Харасавэ́й — Рәсәй Федерацияһының Ямал-Ненец автономиялы округы Ямал районындағы вахта ҡасабаһы Межселенный территорияла урынлашҡан.

Ямал ярымутрауының көнбайыш ярында урынлашҡан ҡасаба, исемен Харасавэй морононан алған[1].

1976 йылда Харасавэй моронон янында Кара диңгеҙенең боҙона тәүге тапҡыр «Ленин» атом боҙватҡысы килтергән «Павел Пономарёв» теплоходынан газ сығарыусылар өсөн ҡорамалдар бушатылды[2].

Бованенковонан Харасавэйға тиклем «Обская — Бованенково — Карская» тимер юл тармағы төҙөү планлаштырыла, шул саҡта Харасавэй станцияһы Обская[3] станцияһы менән бәйләнер ине.

2014 йылдан ҡасаба РФ-ның сик зонаһына, инә. Ул Ямал-Ненец автономиялы округы сиктәрендә диңгеҙ яр ынан 10 километр киңлек һыҙатында урынлаштырылған[4][5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Харасавэй газ-конденсат ятҡылыҡтары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]