Эстәлеккә күсергә

Хардина Анна Арнольдовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Хардина Анна Арнольдовна — (1955), боронғо урыҫ темпера рәсем сәнғәте реставраторы. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаһынан.

Анна Арнольдовна Хардина 1955 йылдың 7 ғинуарында Силәбе өлкәһе Әшә ҡалаһында тыуған. Боронғо рус темперлы рәсем сәнғәте оҫтаһы, боронғо рус темперлы рәсем сәнғәтенең реставраторы. Башҡортостан Республикаһында иконалар буйынса берҙән-бер профессиональ реставратор.

1983 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) художество-графика факультетын тамамлағандан һуң, М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы хеҙмәткәре, әйҙәүсе белгесе.

1989—1997 йылдарҙа Мәскәүҙә И. Э. Грабарь исемендәге Бөтә Рәсәй художество фәнни үҙәгендә (1995 — Т. М. Мосунов етәкселегендә) стажировка үтә.

«М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы йыйынтығында Православие сәнғәте» күргәҙмәһе авторы (1992).

2010 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы.

М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы коллекцияһындағы XV—XIX быуаттар боронғо рус рәсем сәнғәтенең 70-тән артыҡ әҫәрен (иконы «Благовещение», «Богоматерь Одигитрия», «"Знамение Богородицы" иконаһындағы 10 акафист сәхнәләре менән Створки складня», «Изгеләр Онуфрий, Никифор Патриарх һәм Александр Свирский» һ. б.) тергеҙгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2007 — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

  • «Икона. Көмөш. Баҡыр ҡойолмалар. Книга. Из собрания БГХМ им. М. В. Нестерова» (1999)
  • «Возвращение» (2005)
  • Хардина Анна Арнольдовна //Сообщения Башкирского государственного художественного музея им. М. В. Нестерова: юбил. изд. Уфа, 2001.
  • Возвращение. Древнерусская темперная живопись. Станковая масляная живопись: кат. выст. Уфа, 2004 (авторҙаш).
  • «Русское православное искусство 15—19 веков» (2016)
  • шулай уҡ: боронғо рус сәнғәте тураһында күп кенә мәҡәләләр