Хелена Шведская (аббатиса)
Хелена Шведская | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Титул | шаһбикә[d] |
Тыуған көнө | 1190-сы |
Вафат булған көнө | 1247[1] |
Атаһы | Сверкер ІІ Младший[d] |
Әсәһе | Бенедикта Эббесдоттер[d] |
Бер туғандары | Юхан I[d] һәм Маргарита Шведская[d] |
Хәләл ефете | Суне Фолькессон[d] |
Балалары | Катарина Сунесдоттер[d] һәм Бенгта Сунесдоттер[d][2] |
Нәҫеле | Дом Сверкеров[d] |
Һөнәр төрө | монахиня |
Хелена Шведская, Хелена Сверкерсдоттер булараҡ та билдәле (швед. Helena; 1190 ― 1247 йылдарҙа йәшәгән) ― швед принцессаһы һәм Врета монастыры аббатисаһы. Швеция короле Сверкер II-нең ҡыҙы, Швеция королеваһы Катарина Сунесдоттерҙың әсәһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хелена Данияла король Сверкер II һәм королева Бенедикта Эббесдоттер ғаиләһендә донъяға килә. Принцесса тыуған мәлдә уның атаһы тыуған иленән ҡыуылған була. 1195/1196 йылда ул Швеция короле тәхетенә ултыртыла. 1208 йылда тәхеттән ҡолатыла һәм 1210 йылда һуғышта һәләк була.
Хелена Врета монастырынан урланыуҙары билдәле булған өс ҡорбандың тәүгеһе. Ҡалған икәүһе ― уның ҡыҙы Бенедикта Бьельбо һәм уның ейәнсәре Ингрид Свантеполксдоттер. Хелена Сверкерсдоттер, ҡолатылған королдең берҙән-бер ҡыҙы, атаһы вафат булған мәлдә Врет аббатлығында уҡый. Уның туғандары король һәләк булған һуғышта Сверкерға ҡаршы һуғышҡан ярланың улы Сун Фолкессондан (1247 йылда үлгән) Хелен йәрәшеү тәҡдиме алыуы тураһында белмәүе бик мөмкин. Фолкессон Сун ― 1130 йылдан һуң швед тәхете өсөн үҙ-ара низағлашҡан ике династияның береһенең вәкиле, ә Хелен уларға көнәркәш династия ― Сверкерҙар һарайы вәкиле. Сун Фолкессон Хеленды урлай һәм, халыҡ риүәйәттәренә ярашлы, Имсеборг һарайына алып бара. Улар өйләнешә, һәм уларҙың ике ҡыҙы тыуа. Шулай итеп, ике швед нәҫеле, эргә яҡтан ғына булһа ла, берләшә.
1216 йылда Хелендың ағаһы Юхан I исеме аҫтында Швеция короле тажын кейә. 1222 йылда ул вафат булғас, уның балалары булмағанлыҡтан, Хелен һәм уның ҡыҙҙары Сверкер һарайы вариҫы булып ҡала. Ҡыҙҙарының береһе, Катарина, 1243 йылда король Эрик XI-гә кейәүгә сыға, шулай итеп, ике швед нәҫеле тулыһынса берләшә.
Ғүмеренең аҙағында Хелен Врета монастыры аббатисаһы була.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Lars O. Lagerqvist Lars O. Lagerqvist. "Sverige och dess regenter under 1.000 år",("Sweden and its regents under a 1000 years").. — Albert Bonniers Förlag AB. — ISBN 91-0-075007-7.
- Borænius, Magnus i Klostret i Vreta i Östergötland 1724 & 2003 s. 31
- ↑ Princess Helena Sverkersdotter of Sweden (Sverkerska ätten) // https://www.geni.com/profile/index/6000000003827464432
- ↑ Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.