Эстәлеккә күсергә

Хиос һарығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хиос һарығы
Рәсем
Масса 80 килограмм[1] һәм 60 килограмм[1]
Кем хөрмәтенә аталған Хиос[d]
Ил  Греция
Төҫ аҡ һәм Ҡара төҫ
Бейеклеге/буйы 82 сантиметр[1] һәм 73 сантиметр[1]
Статуса риска ФАО ООН нет риска[d][2]
Размер выводка 1,9[1]
 Хиос һарығы Викимилектә

Хиос тоҡомо — ул һөтлө ҡалын ҡойлоҡло[3] тоҡомло һарыҡ. Әлеге ваҡытта хиос һарығы, Хиос грек утрауҙарында сығарылған тигән киң таралған фекер йәшәй, кивирджик һәм даглич тоҡомо менән туғанлығы тураһында ла фекер бар[4].

Тоҡом характеристикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хиос һарыҡтарын айырып торған һыҙат — уның ҡолағында, танауында, ҡорһаҡ, аяҡтары һәм күҙ тирәләй ҡара йәки көрән тамғаһы бар.

Хиос һарығы тыуғанда уртаса ауырлығы 3,6 — 3,9 килограмм була. Өлкән һарыҡтарҙың инәләре 48-ҙән 70 килограмм, ә аталары 66 — 91 килограмм тарта[3].

Ата һәм инә һарыҡтар мөгөҙлө була, әммә мөгөҙһөҙ инә һарыҡтар ҙа осрай[4].

Имеҙеү осоронда (уртаса алғанда, 210 көн) хиос һарығы 120 кг-нан 272 кг тиклем һөт бирә. Һөт фет, бацос, манури сырҙарын әҙерләү өсөн ҡулланыла.

1989 йылдан 2007 йылға тиклем донъя буйынса хиос һарығының һаны 16 000 алып 51 860 тиклем арта[4].

Хиос һарығын үрсетеүсе фермалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. И. Геласакис 2010—2012 йылдарҙа Грецияла хиос һарығын үрсетеү буйынса уртаса күрһәткестәр эшләй. Үрҙәге тикшеренеүгә ярашлы, һарыҡ көтөүе уртаса 314 баштан тора (210 инә һарыҡ, 16 ата һәм 88 бәрәс), ә утраса һөт һауымы имеҙеү осоронда — 276,6 ± 55,6 кг / имеҙеү осоронда (лактация оҙайлығы менән). Һарыҡтың уртаса үрсеүсәнлеге — 2,1 ± 0,3. Бәрәсте 6-8 аҙна эсендә үҫтереү киң таралған, артабан һарыҡтарҙы 7 ай дауамында һауалар.

Ошо факттар нигеҙендә Грецияла хиос һарыҡтарын үрсетеүсе фермаларҙа тикшеренеү эштәре үткәрелә. Тикшеренеү барышында фермсаларҙың дүрт категорияһы асыҡлана:

  1. Яңы төҙөлгән, яҡшы йыһазландырылған махсус ферма;
  2. Һарыҡ үрсетергән һәм мал аҙығы етештергән, ауыл хужалығы культуралары үҫтерергән, үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән фермалар;
  3. Ҙур булмаған фермалар, унда төп иғтибар ауыл хужалығы культураларын үҫтереүгә бүленә, ә һарыҡсылыҡҡа түгел (2 категорияға күсеү тенденцияһы бар);
  4. Етештереү күләме түбән булған ферма, ауыл хужалығы культураларын үҫтереүгә иғтибар аҙ йүнәлтелә[5].
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 https://fao-dadis-breed-detail.firebaseapp.com/?country=Greece&specie=Sheep&breed=Chios
  2. http://www.fao.org/3/a1250e/annexes/List%20of%20breeds%20documented%20in%20the%20Global%20Databank%20for%20Animal%20Genetic%20Resources/List_breeds.pdf
  3. 3,0 3,1 Chios (ингл.). Дата обращения: 18 июнь 2009. Архивировано 24 декабрь 2009 года. 2009 йыл 24 декабрь архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «:0» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  4. 4,0 4,1 4,2 Breed description (Contd.) (ингл.).(недоступная ссылка) Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «:1» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  5. Gelasakis A.I. et al. Description and typology of intensive Chios dairy sheep farms in Greece. — Journal of Dairy Science. — 2012.