Эстәлеккә күсергә

Хисмәтуллин Рәшит Сәғит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хисмәтуллин Рәшит Сәғит улы

Хисмәтуллин Рәшит Сәғит улы (тыу. 7 декабрь, 1944, Приморье крайы Себучар станцияһы ҡ.) — юрист, юридик фәндәр докторы (2002), профессор. 3-сө класлы Дәүләт юстиция советнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2000). Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының 2-се саҡырылыш депутаты[1].

Хисмәтуллин Р. С. 1944 йылдың 7 декабрендә Приморье крайының Себучар станцияһы ҡасабаһында тыуа. Мәктәптән һуң Урал дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инә. 1972 йылда был Свердловск юридик институтын тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ район халыҡ судына судья итеп тәғәйенләнә. 1975 йылдан — Стәрлетамаҡ район халыҡ суды рәйесе.

1980 йылдан башлап БАССР Юғары суды судьяһы. 1985 йылдан алып (өҙөклөк м-н) Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында эшләй: 1998—2014 йылдарҙа криминология һәм суд экспертизаһы кафедраһы мөдире. 1993—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Юстиция министры.

Ғилми хеҙмәттәре һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғилми тикшеренеүҙәре суд эшмәкәрлеге, криминология, үҫмерҙәр психологияһы проблемаларына арнала:

  • Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса күҙәтеү производствоһы проблемалары (Уфа, 2004); 300-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
  • «ИКТ — компетенции преподавателя как пользователя электронной информационно-образовательной среды университета», Уфа (2018);
  • Процессуальные и тактические основы судебного разбирательства дел в отношении несовершеннолетних;
  • Современные проблемы судебной деятельности по делам несовершеннолетних;
  • Криминалистика и судебная экспертиза;
  • Оперативно-розыскная деятельность.
Төп пүбликациялары:

1. Хисматуллин Р. С. Криминалистические проблемы процедуры медиации в уголовном процессе // Евразийский юридический журнал. — 2014. — № 1. — С. 122—124.

2. Хисматуллин Р. С. Необходимость учета судом нравственно-психологических и возрастных особенностей современных несовершеннолетних подсудимых — гарантия реального обеспечения прав и свобод человека и гражданина // Вопросы ювенальной юстиции. — 2015. — № 2. — С. 14-16.

3. Хисматуллин Р. С. Тактические особенности заслушивания и исследования судом показаний несовершеннолетнего подсудимого // Правовое государство: теория и практика. — 2015. — № 3. — С. 102—104.

4. Хисматуллин Р. С., Минибаева Д. Ф. Совершенствование судебной деятельности по делам о преступлениях в сфере экономической деятельности — одно из основных условий реальной защиты и эффективного обеспечения прав и свобод граждан // Правовое государство: теория и практика. — 2017. — № 3 (49). — С. 124—130.

5. Хисматуллин Р. С., Нигаматьянова Э. М. Актуальные проблемы совершенствования судебного рассмотрения дел о преступлениях несовершеннолетних — одно из основных условий предупреждения судом данных преступлений // Вопросы ювенальной юстиции. 2018. — № 4 (70). — С. 3-6[2].

1995—1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Ярлыҡау мәсьәләләре комиссияһы рәйесе. 2000—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһында Рәсәй Федерацияһы Президенты вәкиле.

Ижтимағи эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1999 йылдың июнененән Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының 2-се саҡырылыш депутаты. НДР фракцияһы ағзаһы, Законлылыҡ һәм суд-хоҡуҡи реформа буйынса комитет ағзаһы.

Башҡортостан Республикаһы Нотариаль палатаһы идараһы ағзаһы, Стәрлетамаҡ район суды рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Юғары суды вазифаларына һайлана.

http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/10686-bukva-ya 2020 йыл 8 октябрь архивланған.

https://www.bashedu.ru/ru/sotrudniki-kafedry-ugolovnogo-prava-i-protsessa 2020 йыл 21 сентябрь архивланған.

  1. http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/10686-bukva-ya 2020 йыл 8 октябрь архивланған.
  2. https://www.bashedu.ru/ru/sotrudniki-kafedry-ugolovnogo-prava-i-protsessa 2020 йыл 21 сентябрь архивланған.