Эстәлеккә күсергә

Хлебная (Игенле) йырыны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хлебная (Игенле)йырыны
Төп мәғлүмәт
Уртаса бейеклеге48 йәки 60 га м
Нигеҙләнгән ваҡыты[[1978 йыл йыл]] 
Урынлашыуы

Хлебная йырыны — урындағы әһәмиәткә эйә, заказник режимлы, ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы. Игенле йырыны Урта Егорлык йылғаһының һул ярында, Сальск ҡалаһынан төньяҡтараҡ [1]Ростов өлкәһе Сальск районында урынлашҡан.

Йырында нигеҙҙә ҡыуаҡлыҡтар үҫә, ә битләүҙәрендә типчак-ҡылғанлы дала участкалары бар. Был биләмәләр төрлө дала флораһы һәм фаунаһы төрҙәренән тора. Был урын әүҙем рәүештә Сальск ҡалаһы йәш натуралистар станцияһына йөрөгән мәктәп уҡыусылары тарафынан өйрәнелә. Улар тәбиғәт үҙгәрештәрен күҙәтеү менән шөғөлләнә. Шулай уҡ был территория Ростов дәүләт университетының зоология кафедраһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан өйрәнелә. Тикшереүҙәр барышында йырында йәшәүсе бер нисә төркөм бөжәктәр табылған, уларҙың иҫәбе һәм таралышы күҙәтелгән. Игенле йырыны 1978 йылда айырыуса һаҡланыусы тәәбиғәт территорияһы тип һанала башлай. Бер мәғлүмәттәр буйынса, уның дөйөм майҙаны — 60 гектар[2], башҡалары буйынса — 48 гектар. Төбәк әһәмиәтендәге эшләүсе комплекслы тәбиғәт һәйкәле булып тора.

Игенле йырыны Сальск һәм Пролетарск ҡалалары юлының көньяғы менән сикләшә. Йырындың өҫкө өлөшөнөң оҙонлоғо 3375 метр, киңлеге 180 метр , ә автомобиль юлы янындағы киңлеге 250 метр .

Игенле йырынында далала ғына үҫә торған үҫемлектәр — эфемероидтар бар. Улар Ростов өлкәһенең Ҡыҙыл китабына индерелгән. Был Геснер һәм Биберштейн ләләһе. Бында ваҡ кимереүселәр һәм умыртҡаһыҙҙар: сарапет чернотелкаһы, ялан скакуны, дала иңкеше, дала ялҡауы, дала сколияһы, тиреҫ ҡуңғыҙҙары — бар.