Эстәлеккә күсергә

Хмильнык һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хмильнык һарайы
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Хмельник[1]
Мираҫ статусы памятник архитектуры национального значения Украины[d]
Карта
 Хмильнык һарайы Викимилектә

Граф Ксидо һарайы — Хмильныкта иҫтәлекле урын, 1911-1915 йылдарҙа академик Фомин проекты буйынса боронғо замок диуарҙары янында матур Буга яры өҫтөндә төҙөлгән. Төрлө осорҙарҙың эклетик стиле берләшмәһен тәшкил итә. Әгәр һарайға төрлө яҡтан ҡараһаң, уның шул уҡ йорт икәненә ышаныуы ауыр. Йылға яғынан мөйөштәрендә башнялар менән ренессанс һарайы панорамаһы асыла, ә бына төп инеү урынында колонналар менән бинаның түр фасады — классицизм архитектураһы өлгөһө.[2][3]

Кәүҙәле матур Рәсәй дворяны Константин Ксидо Хмильныкҡа 19 быуат аҙағында офицер дәрәжәһендә Ҡазан пехота полкына хеҙмәт итергә килә. Хәрби эштәр араһында Ксидо донъяуи балдарҙы ҡалдырмай, унда модалы эшләпә кейгән күп кенән йәш ҡыҙҙарҙың башын әйләндерә. Күренекле кавалерға ьтик бер генә нәмә етмәй — ул хәлле кешеләрҙән булмай. Шулай итеп, бәлки, Ксидо хәрби жалованьела ғына ҡалыр ине, әгәр ул үҙенең матурлығын «һатмаһа». Урындағы һылыуҡайҙар араһындағы билдәлелеген ҡалдырып, Ксидо, Летичевела, йәнәшәләге полкта хеҙмәт итеүсе Бунин кәңәше буйынса йәш булмаған графиня Левашоваға тәҡдим яһай. Урындаға тыуған яҡты өйрәнеүсе Николай Иващук уны "ныҡ йәмһеҙ" тип тасуирлай, өҫтәүенә Екатерина Левашова һаңғырау-телһеҙ була. Был етешһеҙлекте графиня йомарт бирнә менән ҡаплай — Хмильныктағы милеген иҫәпкә алмайынса 28 тирә- яҡ ауылдарҙы бүләк итә. Аҡса һәм граф титулы өсөн офицер ныҡлы никах менән яуап бирә, ә алынған аҡсаларға 1911 йылда ғаилә замогы төҙөй[4]

Йылға яғынан һарай, ҡәлғәне хәтерләтһен өсөнө, таш плиткалар менән көпләнә, ә икенсе яҡтан аҡ колонналар һәм балкондар менән бай йорто стиле кеүек эшләнә. Һуңғы планы ниндәй булғаны — билдәһеҙ. Ксидо бик төҙөлөш менән шөғөлләнмәгән, сөнки Хмильнык резиденцияһы күберәк дача булған. Граф күбеһенсә Петербургтә йәшәгән, ә революциянан һуң көнбайышҡа күсеп киткән. 1943 йылда граф Ксидо ҡабаттан Хмильныкҡа килә. Йәнәһе Чехиянан, артабан кире ҡайта, тик үҙенең һарайы буйлап бер аҙ йөрөй һәм элекке ялсыһы менән осраша. Ксидоға ул саҡта 70 йәш тирәһе була.

Һарай һәм ҡәлғә тураһында тарихи мәғлүмәттәр Хмильнык тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана, уны һаҡланып ҡалған таш ҡәлғәнең башняһында Николай Иващук йәмәғәтселек башланғысында ойоштора.

Көньяҡ Буга яғынан һарай
Йылға яғынан граф Ксидо һарайы