Хоби монастыры
Хоби монастыры | |
груз. ხობის მონასტერი | |
Нигеҙләү датаһы | XIII быуат |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Хобский муниципалитет[d] |
Урын | Самегрело — Земо-Сванети[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Хоби монастыры Викимилектә |
Хоби монастыры көнбайыш Грузияла Грузия православие монастырынан алыҫ түгел урынлашҡан. Сиркәү 13 быуатта төҙөлгән. Тышҡы яғы таш һырлау менән , ә эске яғы фрескалар менән биҙәлгән. Монастырҙа бер нисә ҡомартҡы һәм икона бар. Монастырь милли әһәмиәттәге күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән.[1]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сиркәү Грузияла, Самегрело-Земо төбәгендә Хоби муниципалитетының Носихеви ауылында урынлашҡан. Төбәккә тарихи һәм мәҙәни Мегрелия инә[2].
Тарихсы Вахант Беридзе һүҙҙәренә ярашлы монастырь 13 быуат аҙағында иғтибарҙы йәлеп итә башлай. Ул Мегрель- Дадиани династияһының ғаилә монастыры һәм ғаилә зыяраты булып хеҙмәт итә. Советтар Союзы осоронан һуң Хоби сиркәүе яңыртыла һәм файҙаланыу өсөн асыла.
Планы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хоби тәре түшәмле, көмбәҙһеҙ сиркәү. Төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш мөйөштәре часовняға тәғәйенләнгән, әммә һуңынан икеһе лә үҙәк ҡоролма менән тоташа. Фасадтары таш һырлау менән биҙәлгән. Эске стеналары Византия сәнғәтенең йоғонтоһо аҫтында 17 быуат фрескалары менән биҙәлгән. Дини һүрәттәрҙән тыш, грузин яҙмалар менән Дадиани династияһы ағзаларын һүрәтләүсе фрескалар бар[3] Мәрмәр колонналарҙың ҙур коллекцияһы часовня диуарҙарын биҙәү өсөн ҡулланылған[4]. Төп сиркәүҙән алыҫ түгел манара тора, 17 быуатҡа ҡараған епархия һарайы һәм диуар ҡалдыҡтары бар. Улар 2016 йылда хөкүмәт тарафынан проект сиктәрендә тергеҙелә[5]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ "List of Immovable Cultural Monuments" (PDF) (Gürcüce). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. Erişim tarihi: 25 July 2019.
- ↑ Beridze, Vakhtang (1973). "ხობის მონასტრის ისტორიისათვის" [History of the Khobi Monastery]. Matsne (Gürcüce). Cilt 2, s. 72-88.
- ↑ Beridze, Vakhtang (1973). "ხობის მონასტრის ისტორიისათვის" [History of the Khobi Monastery]. Matsne (Gürcüce). Cilt 2, s. 72-88.
- ↑ Khruskhova, Lyudmila G. (2007). "The Spread of Christianity in the Eastern Black Sea Littoral (Written and Archaeological Sources)". Ancient West & East. Cilt 6, s. 202. doi:10.2143/AWE.6.0.2022799.
- ↑ "Ancient residence of Georgian church leaders restored in Gov't project". Agenda.ge. 30 June 2016. Erişim tarihi: 13 August 2019.