Хёгльвёрт монастыры
Хёгльвёрт монастыры | |
Нигеҙләү датаһы | 1125 |
---|---|
Дәүләт | Германия |
Административ-территориаль берәмек | Ангер[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1817 |
Мираҫ статусы | Баварияла архитектура ҡомартҡыһы[d] |
Хёгльвёрт монастыры Викимилектә |
Хегльверт монастыры — элекке ирҙәр августин монастыры, Баварияның Ангер (Үрге Бавария) коммунаһы территорияһында урынлашҡан һәм Фрайзинг архиепархияһына ҡарай; каноник урын итеп 1125 йылда нигеҙ Зальцбург архиепископы Конрад I тарафынан һалынған.
Тасуирлау һәм тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хегльверт августин монастыры, апостолдар Петр һәм Павелға арналған, уға 1125 йылда нигеҙ Зальцбург архиепискобы Конрад I тарафынан һалынған; тулы исеме: «conventus in Hegelberd sanctorum Petri et Pauli apostolorum ordinis sancti Augustini Saltzeburgensis diocesis». Вольфганг Грисштеттер, 1522—1541 йылдарҙа монастырь руханийы вазифаһын биләп тора һәм ул германиялағы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡытында Хегльверттан алыҫ торған баш күтәргән Зальцбург крәҫтиәндәрен буйһондора һәм уларҙың иҡтисади хәлен яҡшырта.
Әммә тышҡы ҡыйынлыҡтарға тарыған монастырь Реформация осоронда эстән тарҡалыу кисерә. 1568 йылда монастырҙа бары тик бер генә каноник ҡала, ә монастырь биналары емерелә, бөлгөнлөктә тора. Артабан пробст Марквард фон Швенди 1609—1634 йылдарҙа Хегльверт торошона иғтибарҙы аҙ бүлә — Зальцбург- Аугсбург һәм Пассауҙа, монастырҙары араһында йөрөй һәм бындағы монастырға бик һирәк килә. 1614 йылда Швенди монастырҙы тарата һәм уның ике мәхәлләһен ауыл дин әһелдәренә тапшыра. Һөҙөмтәлә, монастырь менән идара итеү өсөн донъяуи инспектор тәғәйенләнә.
Швенди үлгәндән һуң, яйлап монастырҙы тергеҙеү башлана: яңы рухани Вольфганг Цехентнер 1609—1634 йылдарҙағы монастырҙың идарасыһыбула, ул монастырҙы барокко стилендә үҙгәртеп ҡора башлай. Цехентнер хатта монастырҙы яңы урынға күсереүҙе планлаштыра, әммә уның шундай амбициоз пландары финанс ресурстары аҙ булғанлыҡтан тормошҡа ашырылмай ҡала; шуға күрә ул иҫке урында яңы бина төҙөү менән генә сикләнә. Цехентнерҙың вариҫы булып монах-яҙыусы Адам Вебер Йохан ҡала. Артабан монастырҙың руханийы булып Патриций Пихлер тәғәйенләнә, ул иң беренсе булып ул яңы монастырь сиркәүен төҙөтә башлай, яңы сиркәү 1690 йылда изгеләндерелә.
Хегльверт Баварияның 1802—1803 йылдарҙа секулярлаштырылмай ҡалған берҙән-бер сиркәүе була. 1805 йылда монастырь австрия императорына тапшырыла, яңы монахтарҙы ҡабул итеү 1806 йылда тыйыла, тик монастырь үҙе һаҡланып ҡала. 1810 йылда Зальцбургтың ваҡытлыса француз хөкүмәте Хегльвертҡа үҙенең администраторын ҡуя. Һуңғы рухани — Гилберт Граб була, ул рухани вазифаһынан 1804 йылда биләй — 1813 йылда үҙе ғариза яҙып монастырҙы тарата; монастырь Наполеон һуғышы тамамланғас — 1817 йылдың 30 июлендә таратыла. Бавариялағы һуңғы секуляризациянан һуң, элекке монастырь бинаһы шәхси милеккә күсә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Монастырь Эберсберг
- Монастырь Бирклинген
- Монастырь Кристгартен
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Backmund, Norbert: Stifte und Die in Chorherrenorden Bayern ihre, 1966 Passau, 90-93 S..
- Bosl, Karl (Hg.): VII Stätten Deutschlands der Handbuch historischen, 1961 Stuttgart, 286f S..
- Brackmann, Albert: I Pontificia Germania, 1911 Berlin, 68 S..
- Hohoff, Curt: Stift Höglwörth, in: Bayern Unbekanntes 4: und Wallfahrtskirchen Gnadenstätten, 1959 München, 64-73 S..
- Hunklinger, Georg: Pfarrkirche Die in Anger, 1972 Regensburg.
- Hunklinger, Georg: Höglwörth, 1978 Regensburg.
- Schroll, Meinrad: Krems und Weingärten Oberarnsdorf Das in Höglwörth Stift und seine, in: Das Salzfass, 1986 Laufen (des Vereins Heimatkundliche Historischen Rupertiwinkel Zeitschrift. F. N. 20), 1-12 S..
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Laura Scherr. Das Augustinerstift Höglwörth — ein Vorposten Salzburgs in Altbayern (нем.). Haus der Bayerischen Geschichte. Дата обращения: 22 апрель 2019.