Хәзиәхмәтов Рәшит Мөхәмәт улы
Хәзиәхмәтов Рәшит Мөхәмәт улы |
Хәзиәхмәтов Рәшит Мөхәмәт улы- ғалим-эколог. Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, биология фәндәре докторы
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәшит Мөхәмәт улы Хәзиәхмәтов 1949 йылдың 31 октябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районының 1986 йылда рәсми бөтөрөлгән Берёзовый Лог ҡасабаһында тыуған.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, 1984 йылдан Биология институтында хеҙмәт юлын башлай.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1993 йылдан Биология институтының өлкән фәнни хеҙмәткәре. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Фәнни эшмәкәрлеге агроэкология, глобализация һәм глобаль экология проблемаларына бағышланған.
Хәзиәхмәтовтың ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһында агроэкосистема структураһын оптималләштереүҙең экологик нормативтары һ. б. ентекләп эшләнгән.
Тотороҡло үҫеш концепцияһы, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге формалашыуына өлөш индергән.
160-тан артыҡ фәнни хеҙмәт авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылдан - биология фәндәре докторы
2011 йылдан - профессор
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- www.nauteh-journal.ru/files/0dd374e3-e486-478d-a390-06bf25fccda1
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Экологическая оценка состояния почвы урбанизированных систем на примере города Ишимбай. Общая биология журналынан.
- Экологический императив сельского хозяйства Республики Башкортостан. Уфа, 1999 (авторҙаш).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәзиәхмәтов Рәшит Мөхәмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.[башкирская-энциклопедия.рф/2-statya/764-khaziakhmetov-rashit-mukhametovich.html Хәзиәхмәтов Рәшит Мөхәмәт улы]
- К вопросу о состоянии природных ресурсов и окружающей среды Ишимбайского муниципального района Республики Башкортостан на 2011–2016 г. журнал «Молодой ученый»
- Экологически-ориентированное управление структурой и функцией агроэкосистем : автореферат диссертации доктора биологических наук : 03.00.16 / Ин-т экологии Волжского бассейна Рос. акад. наук. - Тольятти, 2002. - 36 с.