Эстәлеккә күсергә

Мөхәмәтйәнов Хәйернас Мөҙәрис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәмәтйәнов Хәйернас Мөҙәрис улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Ҡырғыҙ-Миәкә, СССР
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы ветераны[d]
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Хәйернас Мөҙәрис улы Мөхәмәтйәнов (1906 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец.

Мөхәмәтйәнов Хәйернас Миәкә районы Миәкәтамаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Уның атаһы 1-се Бөтә донъя һуғышнда һәләк була. Ул әсәһе һәм өс туғаны менән олатаһы ҡармағында була. 1924 йылда олатаһы үҙҙәренең хужалығын булдырырға ярҙам итә һәм улар ер эше менән шөғөлләнә. 1928 йылда Хәйернас Мөҙәрис улы Дәүләкән педагогия училищеһын тамамлай һәм Миәктамаҡ башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башлай, шулай уҡ Әлшәй районының Никифар. Түбәнге Әүрез ауылдарында ла билдәле мөғәллим була.

1942 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының айырым 83-сө элемтә полк эскадронында элемтәсе булып хеҙмәт итә. Һуғышҡа оҙатылғансы Башҡорт кавалерия дивизияһына тантаналы шарттарҙа байраҡ тапшырыла. Хәйернас үҙенең хәтирәләрендә ошолай тип яҙа: "Байраҡ тапшырыу өсөн дивизияны рәткә теҙҙеләр, бер башҡорт бабайы дивизия командиры М.Шайморатовҡа ҡылыс тапшырҙы. 1942 йылдың 2 июлендә беҙҙең ғәскәрҙәр һуғышта тәүге сынығыу алды.

1942 йылдың июленән алып 1943 йылдың февраленә тиклем Мөхәмәтйәнов Хәйернас 11-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша. 1943 йылдың 23 февралендә Чернухино станцияһы янында ҡамауҙан сыҡҡанда яралана, артабан Миллер госпиталендә дауалана. Һауыҡҡандан һуң, ҡабат фронтҡа оҙатыла һәм 3-сө Украина фронтының 775-се һанлы артиллерия полкына элемтәсе итеп ебәрелә. Малиновский етәкселендәге часть Николаев ҡалаһын алыуҙа айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Дошман бер өҙлөкһөҙ ут яуҙырыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең ғәскәрҙәр менән бәйләнеш булдырғаны өсөн Хәйернас Мөхәмәтйәнов «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены менән наградлана. Башҡорт кавалерия дивизияһы составында дошмандан Молдавияны, Кишиневты азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылдың 16 майында ҡаты һуғыштар мәлендә Хәйернас Мөҙәрис улы подразделениелар араһындағы бәйләнеште рәтләгәндә, икенсе тапҡыр ҡаты яралана. Ҡатмарлы операция үткәргәндән һуң, Днепропетровск һәм Тбилиси ҡалаларында һаулығын нығыта.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1944 йылдың авгусында 2-се төркөм инвалиды булып тыуған яғына ҡайта. 1944 йылдың декабрендә Миәкәтамак башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы балалар уҡыта.

  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • Хәрби хеҙмәттәре өсөн миҙалы
  • «Славные миякинцы 112-ой Башкирской кавалерийской дивизии»/Р. К. Килеева. -Уфа: АНРБ Гилем, 2011.- 42
  • Книга «Они вернулись с Победой». Т.8