Хәйерниса күпере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Хәерниса күпере— Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Яуымбай ауылындағы күпер. Яуымбайҙан килә ятҡан юл буйында күпер бар. Хәйерниса тигән өләсәйҙең Нуретдин тигән малайы һуғышҡа киткәс, Ҡамабар йылғаһы аша күпер һалдырам тип нәҙер әйткән. 1947-се йылда Нуретдин һуғыштан ҡайа, Усманова Хәйерниса өләсәй халыҡ алдында әйткән тантаналы вәғәҙәһен үтәп, һыйырын һуйып, өмә яһап, Ҡамабар аша күпер һалдыра. Уның урынында яңы күпер һалынған инде. Шулай булһа ла, халыҡ был күперҙе Хәйерниса күпере тип атай.