Эстәлеккә күсергә

Хәтирә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Хәтирә — халыҡ ижады жанры.

Халыҡ ижадында сағыштырмаса яңыраҡ, хәҙерге заманда булған хәл-ваҡиғалар тураһында ошо ваҡиғаларҙың шаһиты тарафынан һөйләнелеп йөрөгән хикәйә-иҫтәлектәр, йәғни хәтирәләр бар. Рус фольклористикаһында бындай хикәйәләрҙе «устный рассказ», «сказ», татарҙар «сөйләк», ҡаҙаҡтар «әңгиме» тигән термин менән атап йөрөтә.

Хәтирәлә хикәйәләү ваҡиғаны күргән-белгән кеше, йәғни шаһит исеменән алып барыла. Хәбәр ҡылыу һөйләүсенең туған-тыумасаһы, күршеһе һ. б. таныштары шаһит булған күренеш һәм хәлдәргә лә нигеҙләнергә мөмкин. Был яғы менән хәтирә хөрәфәти хикәйәне хәтерләтә, әммә һуңғыларынан айырмалы рәүештә, хәтирәләрҙә кешенең ен- шайтан һ. б. ят көстәр менән «осрашыуы» түгел, ә реаль ваҡиғалар, кешеләр менән бәйләнештәре һүрәтләнә. Башҡа төр хикәйәләрҙәге кеүек, хәтирәгә лә ышандырырға иҫәп тотоп, хәл-ваҡиғаны конкретлаштырып, урынын, ваҡытын күрһәтеп һөйләү хас. Йыш ҡына геройҙарҙың исем-фамилиялары, башҡарған вазифалары, ғөмүмән, кем булыуҙары күрһәтелеүсән.