Цандрыпша ҡорамы
Цандрыпша ҡорамы | |
груз. განთიადის ეკლესია | |
Нигеҙләү датаһы | VI быуат |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Цандрыпша/Гантиади ҡорамы — Абхазияның Гагра районы Цандрыпша/Гантиади ҡасабаһындағы иртә урта быуат өс апсидалы базиликаһы. 543 йылда нигеҙ һалынған, VIII—X быуаттарҙа күп тапҡыр үҙгәртеп ҡоролған. 1576 йылда өлөшләтә төрөктәр тарафынан емерелгән.
Абхазияның һаҡланып ҡалған боронғо христиан сиркәүҙәренең береһе, диңгеҙ ярынан алыҫ түгел, Октябрь урамы (Цандрипшаның төп урамы), ҡасабаның уң яҡ ярында урынлашҡан.
Башта бинаның ҡыйығы ағастан булған, һуңынан таш көмбәҙ менән алмаштырылған.
Базиликаның емереклектәре беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән (көмбәҙе генә юҡ). Принц Ольденбургский XX быуат башында ғибәҙәтхананы тергеҙеүҙе тормошҡа ашырырға тырыша. Совет осоронда ҡаҙыу эштәре алып барыла, емереклектәрен реставраторҙар консервациялай. .
Бер нисә йыл элек емереклектәрҙә бында Гагранан килгән рухани аҙна һайын ғибәҙәттәр хеҙмәтен башлай
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөгөнгө көндә ҡорам ныҡ үлән баҫһа ла ҡасаба уртаһында төп урамда тора. Ғибәҙәтхана тирәләй пальмалар үҫкән зыярат урынлашҡан. Ҡорам янында тулыһынса апсидаһы һәм алтарь нишаһы һаҡланған, көньяҡ стенаһының аркалары һәйбәт һаҡланған, ә төньяҡ яғы тулыһынса юҡҡа сыҡҡан.
Алтарь таҡта стена менән уратып алынған, Совет осоронан стенаһында мәғлүмәттәре менән металл табличка тора.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]© travelgeorgia.ru 2010-2019