Эстәлеккә күсергә

Цвентендорф АЭС-ы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Цвентендорф  атом электр станцияһы (нем. Kernkraftwerk Zwentendorf, шулай уҡ Kernkraftwerk Tullnerfeld) — Австриялағы беренсе һәм берҙән-бер атом электр станцияһы . Ул  Түбәнге Австрияның Цвентендорф- ан -дер Донау коммунаһындаурынлашҡан. АЭС төҙөлөп бөтһә лә, бер ҡасан да файҙаланыуға тапшырылмаған.

Цвентендорф АЭС-ы төҙөлөргә планлаштырылған алты атом электростанциялары араһында беренсеһе булған. Уны төҙөү эштәре 1972  йылдың апрелендә башланған. Ҡайнаусы һыу-һыулы реактор 700 мегаватт көсөндәге электр энергияһын эшләп сығарырға тейеш булған. Төҙөлөш эштәрен  "Kraftwerksunion" немец компанияһы (AEG менән  Siemens хеҙмәттәшлегендә) дүрт йыл буйы алып барған һәм төҙөп бөтөргән. Тиҙҙән икенсе атом электр станцияһын төҙөй башларға тейеш булғандар. Тик 1974 йылда  Австрияла йәҙрә ҡулланыуға ҡаршы тороусы көстәр үҙҙәренең хәрәкәтен көсәйткән. АЭС-тарҙы яҡлап сығып, уның халыҡҡа зыян яһамаясағын күрһәтеү маҡсатында ,1976 йылда Австрийской хөкүмәте мәғлүмәт кампанияһы ойоштороп ебәргән. Был эштең һөҙөмтәһе бөтөнләй көтөлмәгәнсә, кире булып килеп сыҡҡан: илдә протест акциялары башланып киткән, гәзиттәрҙә йәҙрә көсөн тыныс маҡсатта ҡулланыуға ҡаршы яҙылған мәҡәләләр баҫылып сыҡҡан. Австрияның Федераль канцлеры  Бруно Крайский (СДП), был эш уңышлы килеп сыҡһын өсөн,  христиан-социаль партияһының тәҡдиме буйынса ил халҡын  тауыш бирергә саҡырған. 1978 йылдың 5 ноябрендә илдә  референдум үткәрелгән.  Һайлауҙарға килгән халыҡтың  1 606 308 (50,47%)  кешеһе АЭС-тар төҙөүгә ҡаршы килде. Был һайлауҙар һөҙөмтәһе Цвентендорф АЭС-ның ғына яҙмышын үҙгәртеп ҡалманы, ә Австрияла  төҙөлөргә тейеш булған тағы ла биш АЭС-тың киләсәген үҙгәртте. Шунлыҡтан 1978 йылдың декабрь айында  Австрия хөкүмәте 1998 йылға тиклем  йәҙрә энергияһын ҡулланыуҙы тыйҙы. Был тыйыу 1997 йылда оҙайтылды.[1][2][3] Бөгөнгө көндә илдә 1960-сы йылдарҙа  төҙөлгән өс ҙур булмаған ғилми хеҙмәт реакторы бар, шуларҙың береһе генә эшләргә яраҡлы.[4]

 Электр энергияһына ҡытлыҡты бөтөрөү маҡсатында , 1987 йылда Дюрнрор  ТЭЦ-ы төҙөлгән, ул АЭС өсөн төҙөлгән электр үткәргес линияларына тоташтырылған. 2005 йылда электростанцияны  концерны EVN Group концерны һатып алды.   Хәҙер АЭС реакторы немец станциялары Isar 1, Brunsbüttel һәм Philippsburg 1. өсөн  запас частар сығанығы булып файҙаланыла. Бер төркөм белгестәр унда планлы ҡулландырыусы операцияләр күрһәтеү күнегеүҙәре үткәреү менән булышырға һәм атом электр станциялары өсөн ҡорамалдарҙы эшләтеп ҡарарға тәҡдим иткәндәр.[5] 2009 йылда АЭС территорияһы ҡояштан эшләүсе батареялары менән йыһазландырылған. 

  1. Austria's no to nuclear power Peter Weish
  2. Austria‘s Anti-Nuclear Crusade 2016 йыл 22 апрель архивланған. Euro Nuclear
  3. AKW Zwentendorf 2016 йыл 6 апрель архивланған.
  4. General Atomics TRIGA Mark-II Исследовательский реактор в Венском техническом университете
  5. Snakes on a plant, World Nuclear News (10 July 2013). Проверено 28 марта 2016.